RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәхнә яттар менән дә дуҫлаштыра, уртаҡ тел табырға ла ярҙам итә

09.01.2015 Сәхнә яттар менән дә дуҫлаштыра, уртаҡ тел табырға ла ярҙам итә

ти заманында Париж сәхнәһендә сығыш яһаған Фәриҙә апай Ҡәләмова.

Сәхнә яттар менән дә дуҫлаштыра, уртаҡ тел табырға ла ярҙам итәСәхнә яттар менән дә дуҫлаштыра, уртаҡ тел табырға ла ярҙам итәСәнғәт, мәҙәниәт донъяһында ҡайнап йәшәгән, дәрте, рухы менән башҡаларҙы ла үҙ артынан әйҙәгән матур күңелле, асыҡ сырайлы кешеләр була. Нәҡ шун­дай­ҙар тормошобоҙға айырым бер би­ҙәк, сағыулыҡ өҫтәй, милли мәҙәниәтебеҙҙең баһа­һын күтәрә, уның данын ситкә тарата ла инде. Учалы районының Уральск ҡасабаһында йәшәгән Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы Ҡәләмованы ла халҡыбыҙ традициялары өсөн янып йөрөгән, башҡорт мәҙәниәтенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләр рәтенә ҡуйыу бер ҙә генә хата булмаҫ ине.

Фәриҙә апай республикабыҙға бик күп билдәле шәхес биргән Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуып үҫкән. Үҙ ауылында башланғыс белем алғас, күрше Ҡаҙаҡҡол ауылына йөрөп, ете класты тамамлай. Мәктәптән һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Әммә һуғыштан һуңғы ауыр йылдар уҡыуын артабан дауам итергә мөмкинлек бирмәй. Шул арҡала училищены ҡалдырып, ауылға кире ҡайта һәм һөт айыртыу пункты мөдире булып эшкә урынлаша. Бер үк ваҡытта шаян да, сая ла була белгән дәртле Фәриҙә, тиҙ арала эштең нескәлектәренә төшөнөп, халыҡ менән уртаҡ тел табып эшләп китә. Бер йыл эшләгәндән һуң буласаҡ тормош иптәше, күрше Сораман ауылы егете Зиннәт Алтынбай улын осратып, уның менән яҙмышын бәйләй. Тормош иптәше Өфөлә товароведҡа уҡып ҡайтҡас, ғаилә Уральск ҡасабаһына күсеп китә һәм артабанғы хеҙмәт, тормош юлын ошо ауылда дауам итә. Күңеле менән һәр саҡ сәнғәткә тартылған Фәриҙә апай, ниндәй генә эштәрҙә эшләһә лә, сәхнәнән айырылмай. Гөрләтеп донъя көтөргә лә, бынамын тигән балалар тәрбиәләп үҫтерергә лә, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәргә лә ваҡыт таба. Данлыҡлы “Ләйсән” бейеү, һуңғараҡ “Уралым” фольклор ансамблдәренең бейеүсеһе була. Был коллективтар менән райондың, республиканың ғына түгел, күрше өлкәләрҙең, Мәскәү, Ҡазан, Йош­кар-Ола, Дағстан, Төркиә, Париж сәхнәләрендә лә бейергә, сығыш яһарға насип була уға. Сағыу баш­ҡорт кейемендә, башына самауыр ултыртып, сәхнә буйлап йөҙгән Фәриҙә апай үҙ бейеүендә халҡыбыҙ тормошоноң бәләкәй генә бер битен, асылын сағылдырырға тырыша, уны тамашасы күңеленә ым-хәрәкәттәре, башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғына хас булған сифаттары менән еткерергә ынтыла. Был тырышлығы бушҡа булмағандыр, сөнки бейеүсене һәр ерҙә лә ҡул сабып ҡаршы алалар, алҡыштарға күмеп оҙаталар. Башҡорт мәҙәниәтен, традицияларын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Фәриҙә Ҡәләмова республика Мәҙәниәт министрлығының, Учалы муниципаль район хакимиәтенең һәм мәҙәниәт идаралығының бик күп Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты менән бүләкләнә, өс тапҡыр төрлө фестивалдәр лауреаты исеменә лайыҡ була. Район һабантуйҙарында ғына ла ул 50 йылдан ашыу ҡатнаша, бының өсөн мәҙәниәт идаралығы махсус рәүештә уның үҙенә генә өс костюм тектереп бирә. Бөгөн Фәриҙә апай балалар менән осрашыуҙарға йөрөй, шиғырҙар ижад итә. Үҙенең фәлсәфәүи уйҙарын, күңел торошон, абруйлы райондаштары менән ғорурланыуын шиғыр юлдарына һалып, өс шиғыр йыйынтығын сығарыуға ла ваҡыт тапҡан. Уның тормошо, мәҙәниәт өлкәһендә алып барған әүҙем тормошо хаҡында Башҡортостан телевидениеһы бер сәғәтлек айырым тапшырыу ҙа төшөргән. Фәриҙә апай кино сәнғәтендә лә үҙен һынап ҡарай. “Алтын атлы һыбайлы”, “Үгәй әсә”, “Игеҙәктәр” кеүек әкиәткә нигеҙләнгән һәм тарихыбыҙҙы сағылдырған фильмдарҙы төшөргәндә Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Олег Ханов кеүек билдәле артистар менән бергә уйнау бәхете тейә. Башҡорт халҡының традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса япондар төшөргән фильмда ла Фәриҙә апай теләп ҡатнаша. Бөгөн Төркиә ҡалаларының береһен башҡорт милли кейемендәге Фәриҙә апайҙың фотоһүрәте биҙәп тороуы ла бөтә республика халҡының оло ғорурлығы.

Һүҙ ҙә юҡ, тылың ныҡлы, арҡа терәр кешең ышаныслы булмаһа, бындай уңыштарға ирешеп тә булмаҫ ине. Был йәһәттән Фәриҙә апайға күптәр көнләшер ине, моғайын. Шуға күрә лә, иңгә-иң терәп, 54 йыл бергә татыу ғүмер иткән тормош иптәшенең сыҙамлығын, рухи көсөн юғары баһалай ул. Бөгөн матур, ныҡлы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән балалар иһә ата-әсәһе йөҙөнә тап төшөрмәй, һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын табып, гөрләтеп донъя көтә. Оло улы Илдар – Уральск ҡасабаһының музыка мәктәбендә йыр уҡытыусыһы. Ҡыҙы Диләрә Шишмә муниципаль районының Әлкә ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Ике ҡыҙ үҫтерә – оло ҡыҙы табип, кесеһе – адвокат. Кинйә улдары Ил­гиз ғаиләһе менән Уральскиҙа йәшәй. Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Ди­нара Ҡариҙел районында табип булып эшләһә, улдары Булат 11-се класта уҡый. Ошо урында атаһынан күргән – уҡ юнған, әсәһенән күргән – тун бескән, тигән халыҡ мәҡәленең ни тиклем дә хаҡ булыуына тағы бер тапҡыр инанаһың, сөнки бөгөн ейән-ейәнсәрҙәр ҙә үҙ нәҫеленең абруйын күтәреп, ата-әсәһе башлаған юлды лайыҡлы дауам итә. Был хаҡта уларҙың сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты, сәнғәтте үҙ итеүе, алтын миҙалдар, ҡыҙыл дипломдар менән юғары уҡыу йорттарын тамамлауы ла асыҡ һөйләй. Балаларының уңыштарына һөйөнөп, уларға-терәк таяныс булып йәшәй Фәриҙә апай. Уральск участка дауаханаһында өлкән шәф­ҡәт туташы булып эшләгән килене Флида менән дә әсәле-ҡыҙлы кеүек дуҫ һәм татыу улар. Ҡәйнә менән килендең татыулығын гәзит биттәре аша күптәргә үрнәк итеп ҡуялар. “Тәрбиәле, аҡыллы, сабыр киленем бар”, – тип ғорурлыҡ менән әйтелгән һүҙҙәр генә лә килен, ҡәйнә араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ни тиклем йылы, яҡын булыуын күрһәтә. Үкенескә күрә, Фәриҙә апайҙың терәк-таянысы, йәшләй генә ҡауышҡан тормош юлдашы ҡапыл ғына был донъянан китеп бара. Шулай ҙа ҡайғы-хәсрәткә бирешмәй, ҡорған нигеҙҙҙәренең ҡотон ебәрмәй, ауылдаштарына үрнәк булып йәшәй ул. Әлбиттә, аралашырға яратҡан ижад кешеһенә яңғыҙ ҡалыуҙан да ауыр нәмә юҡ­тыр. Бөгөн Фәриҙә апай ҡартлыҡ көнөн бергә үткәреү, икәүләп гәпләшеп, һөйләшеп ултырыу өсөн Харис Күсембай улы менән тормошон бәйләгән. Харис ағай ҙа сәнғәтте үҙ ит­кән кешеләрҙең береһе. Ваҡытында Учалы ҡалаһының “Хазина” фольклор ансамбленең ағзаһы була. Гармунда уйнай, йыр-бейеүгә маһир.

– Ғүмерҙең бик ҡыҫҡа ғына булыуын белеп, һәр бер көндөң ҡәҙерен, тәмен белеп йәшәргә тырыштым. Тормош иптәшемдән, балаларымдан уңдым. Ирем бар яҡлап та терәк-таянысым булһа, балаларым да тәртибе, уҡыуы менән йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. 73 йәшемдә лә кескәй генә ижадымды телгә алалар, башҡаларға өлгө итеп ҡуялар икән, тимәк, ғүмер юлым бушҡа ғына үтмәгәндер, тигән уйҙан дәрт, илһам алам. Үҙемде әле лә йәш, дәртле тоям. Тормошомдо йәнле аралашыуҙан, шаулы сәхнәнән тыш күҙ алдына ла килтермәйем. Әле лә, ҡайҙа саҡырһалар ҙа, баш тартмайым, төрлө сараларға, билдәле райондаштарыма арнап шиғырҙар яҙам, таҡмаҡтар сығарам. Үҙ сценарийҙарына индереп, бер саранан да ҡалдырмай, бергә алып йөрөгән районыбыҙҙың мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлемен. Хеҙ­мәтемде күрә белделәр, ваҡытында баһаланылар. Сит илгә сыҡҡанда Белорет районы Сермән ауылының “Хәтирә” фольклор ан­самбле, билдәле ҡурайсы Мөхәм­мәт Түлебаев һәм Әбйәлил районының үҙешмәкәр артистары менән дә йыш сығыш яһарға тура килде. Ә инде ауылдашым, мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов, үҙенсәлекле талант эйәһе, төрлө тауыштар­ҙы имитациялау оҫтаһы Вәкил Ғә­тиәтул­лин менән айырылманыҡ, тиһәм дә, хата булмаҫ. Гастролдәр ваҡытында төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә килеп сыға торғайны. Башҡа ултыртып бейегән сынаяҡтар менән самауырҙың ҡолап төшмәүенә бер аптыраһалар, әллә нисә төрлө ҡош булып һайраған, 12 төрлө тауыш сығарған Вәкилдең хатта ауыҙын астырып ҡарай торғайнылар. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, Абдулла ағайҙың талантына, моңона һоҡланмаған кеше булмағандыр. Шулай, Францияға гастролгә китергә тип, Мәскәү аэропортында торабыҙ. Башҡортса һөйләшәбеҙ, көлөшәбеҙ. Беҙҙе күҙәтеп ултырған бер ир: “Һеҙ ҡайҙан һәм былай күмәкләшеп ҡайҙа китеп бараһығыҙ?” – тип һораны. “Францияға концерт ҡуйырға китеп барабыҙ”, – тим эре генә. Яуабымды ишетеп аптыраған ир: ”Ул дамы?” – тип, Абдулла Солтановҡа ымлап күрһәтә. Ябай ғына ауыл көтөүсеһенең Мәскәү ерендә әллә ҡайҙан айырылып тороуы билдәле инде. Был кеше лә тағы бер тапҡыр Абдулла ағайҙы баштан-аяҡ тикшереп сыҡты ла: “Париж сәхнәһендә йырлап торор йырсыға бер ҙә генә оҡшамаған бит әле”, – тип ышанмай. Үҙҙә­ренең кемдәр һәм ҡайҙа китеп барыуы менән ҡыҙыҡһынғас, сәмләнеп китеп, шул көндө, шул сәғәттә, ошо адрес буйынса концертҡа килегеҙ, үҙегеҙ күрерһегеҙ, тип адрес яҙып бирҙем. Баҡһаң, улар ҙа Францияға, ҡыҙҙарына ҡунаҡҡа юлланған икән. Ысынлап та килде былар концертҡа. Һуңынан сәхнә артына инеп, 12 йыр йырлаған Абдулла ағайға сәскә бүләк итеп, һеҙ ғәжәйеп кеше, тип хайран ҡалып, һоҡланыуҙарын белдерҙеләр. Ул саҡтағы сығыштар, алҡыштар, сит милләт, сит ил халҡының мәҙәниәтебеҙгә булған хөрмәте, йыр-бейеүҙәребеҙҙе ихлас ҡабул итеүе әле лә күңелдә яҡты хәтирәләр булып һаҡланып ҡалған.

Сәхнә ете ят булғандар менән дуҫлаштыр­ҙы ла, уртаҡ тел табырға ла ярҙам итте. Париж урамдары буйлап экскурсияла йөрөгәндә иптәштәремдән тороп ҡалғанмын. Ул ваҡытта беҙҙә әйберҙең юҡ сағы. Күрмәгәнде күреп, төрлө ҡыҙыҡлы сувенирҙар һайлап йөрөп, төркөмдән тороп ҡалғанды һиҙмәгәнмен дә. Әйләнеп ҡараһам, эргәмдә таныштар түгел, русса һөйләшкән кеше лә юҡ. Французса ике ауыҙ һүҙ ҙә өндәшә алмайым, ҡайһы яҡҡа китергә кәрәклеген дә белмәйем. Ике сәғәттән концерт башланырға тейеш, ә мин үҙемдең ҡайҙа йөрөгәнемде лә аңламайым. Ултырып илаһаң да, иғтибар итерлек, ярҙам күрһәтерлек кеше юҡ. Сараһыҙҙың көнөнән метронан сыҡтым да ҡысҡырып йырлап, бейей башланым. Үҙем бер туҡтауһыҙ, Россия, фестиваль, Салауат Юлаев, Урал, тип ҡабатлайым. Кешеләр, миңә аптырап, урап үтеп китә. Күрәһең, уларҙа беҙ әлегә ишетеп тә белмәгән кеҫә телефоны булғандыр инде. Телефондан ниндәйҙер күк формалы кешеләрҙе саҡырып, такси менән беҙ урынлашҡан ҡунаҡханаға килтереп ҡуйҙылар. Бүлмәгә килеп инһәм, кемеһелер мине әрләп, икенсе береһе йәлләп, шаҡ ҡатып ултыра. Нисек килеп еткәнемде һөйләп биргәс, һындары ҡатып көлдөләр. Шул йылды беҙ фестивалгә килгән 22 ил араһынан 1-се урын алып, республикабыҙҙың данын тағы ла арттырып, ҡыуаныслы хәбәрҙәр алып ҡайттыҡ, – тип үткәндәрен һағынып иҫкә ала Фәриҙә апай.

Фәриҙә апай Ҡәләмованың ижадына күҙ һалһаң, оло юлдарға, мәртәбәле сәхнәләргә сығарған бәләкәй генә бер һуҡмаҡ күрәһең. Ошо юлды үткәндә бер ниндәй батырлыҡ та эшләнмәгән, шаҡ ҡатырырлыҡ асыштар ҙа яһалмаған. Бары тик һүтелгән ғүмер йомғағы сеймәлмәй генә тәгәрәгән дә тәгәрәгән. Был юлда мәҙәниәт һүҙенең асылын төптән аңлаған, ошо өлкәлә илһамланып хеҙмәт иткән, булдыра алғансы тыуған еренең, милләтенең абруйын, бәҫен күтәргән, башҡалар­ҙың рухын, дәртен һәм сәмен уята белгән ябай ғына башҡорт ҡатынының яҡты, тигеҙ эҙҙәрен күрәһең.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы