RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әлегә атым туғарылмаған

21.12.2014 Әлегә атым туғарылмаған

Уның һәр роле ҡабатланмаҫ хистәр менән байытылған, үҙенсәлекле. Ҡарашын да, һөйләшеүен дә, һәр бер хәрәкәтен дә башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел. Заман менән бергә атлаған, әллә хәйбуллаларға ғына хас булған иркенлек хисен, милли үҙенсәлеген юғалтмаған был шәхескә күптән түгел 55 йәш тулды. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Башҡортостан­дың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Хөрмәтулла Ғаззали улы ҮТӘШЕВ.

– Заман ауырлығына һылтанып, театр донъяһынан ситләшкәндәр байтаҡ. Ә шулай ҙа бөгөн тамашасы бармы? Тәнҡитселәр фаразлаған буш залдар дәүере етер, тигән ҡурҡыныс янамаймы?

– Бөгөн тамашасы бар, залдар буш, тип спектаклдәрҙе ҡуймай ҡалған юҡ, аллаға шөкөр. Бер мәл булды, 90-сы йылдарҙа, беҙ йәшәгән ил емерелеп, ниндәй йәмғиәттә йәшәгәнебеҙҙе аңламаған саҡта, халыҡ театрҙан бер аҙ һүрелеп алды. Әммә һуңғы осорҙа улар барыбер театрға ҡабат тартыла башланы. Кино, телевидение барлыҡҡа килгән ваҡытта ла, театр бөтә, тигәйнеләр, бәхеткә күрә, был дөрөҫкә сыҡманы. Интернет киңлектәре лә театр өсөн ҡурҡыныс тыуҙырмай. Ә ни өсөн халыҡ театрға йөрөй? Тамашасы алдында герой йәшәй, ниндәйҙер хыялына ынтыла, үҙгәрештәр кисерә, маҡсаттарына ирешеп йәиһә ирешмәйсә, спектакль тамамлана. Ошо хәрәкәт, ваҡиғалар тамашасының күҙ алдында бара һәм ул үҙе лә уның мөһим ҡатнашыусыһы. Тере аралашыу бара. Ә залда тамашасы булмаһа, актерға уйнау мөмкин түгел. Уның эргәһендә уйнаған кеше генә түгел, тамашасы ла партнеры булып тора. Үҙенең тын алышы, ҡарашы менән тылсымлы энергия бирә. Әгәр тамашасы менән актер араһында күҙгә күренмәгән күпер барлыҡҡа килһә, ижад үҙен аҡлай. Шулай уҡ тамашасы спектаклгә болоҡһоған, моңһоу­лан­ған ваҡытында ихлас күңелдән көлөп, йәиһә тетрәнеп, уйланып, рухи аҙыҡ алырға килә. Замандың яңы технологиялары нисек кенә алға китмәһен, театр йәшәне, йәшәй һәм йәшәйәсәк. Быйыл Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 95 йыллыҡ юбилейы булды. Был ижад миҙгелендә лә, киләсәктә лә тамашасыларыбыҙ театр менән бергә булыр, тигән өмөттәбеҙ.

– Бөгөн актер булыу ауырмы?
– Хәҙер актерҙарға эшләүе, уйнауы ҡыйын тип әйтә алмайым. Элек нисек эшләгәнбеҙ, ижад иткәнбеҙ, бөгөн дә шулай дауам итәбеҙ. Ә замандың ауырлыҡтары театрға ҡағыла икән, тимәк, тәү сиратта театрҙы етәкләгән кешеләргә ҡыйынға тура килә. Заманында, әлбиттә, ниндәй әҫәрҙәрҙе уйнарға, ниндәй теманы яҡтыртырға күрһәтмәләр була торғайны, премьера алдынан тамашаның ҡуйылышын ҡарап, сәхнәгә сығарырға йәки сығармаҫҡа тигән мөһөр ҙә ҡуйыла ине. Ә хәҙер ундай талаптар юҡ. Шуға күрә юғалып ҡалған осраҡтар ҙа булды. Шулай уҡ бөгөн ты­йыу­ҙар ҙа юҡ: шәрә йөрөргә, һүгенергә теләй икән, рәхим итһендәр. Тормоштоң кире, ҡара һәм ҡараңғы яҡтарын күрһәтергә мөмкин. Тик бындай алым менән тамашасыны бер нисә тапҡыр ғына алдаштырып театрға килтереп буласаҡ. Ә артабан ниндәй йүнәлештә, ниндәй репертуар менән эшләргә? Мәскәү театрҙары бындай алымдар менән шаярып, халыҡты шаҡ ҡатырырға маташа. Ә беҙҙә, аллаға шөкөр, бындай асыҡ сәхнәләр, йәмһеҙ күренештәр юҡ кимәлендә.

– Яңы спектаклдәрҙең күбеһе – классик әҫәр. Яңы, заманса баш­ҡорт пьесалары яҙылмаймы әллә ҡуйылмаймы?
– Беҙҙең генә түгел, Башҡор­тостандың бөтә театрҙарының иң ҙур проблемаһы – милли драматургия. Әҫәрҙәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Драматургия – ул беҙҙең икмәгебеҙ, театрҙың нигеҙе. Заманында башҡорт драматургтары Мостай Кәрим, Нәжиб Асанбаев, Ибраһим Абдуллин заман менән бергә атлап ижад иткән, театр тарихының байтаҡ аралығын тотоп, репертуарҙы тәьмин итеп торғандар. Ләкин уларға алмаш булырлыҡ урта йәки йәш быуын драматургтары бөгөн юҡ. Театр нигеҙендә төрлө конкурстар, семинарҙар үткәреп, дәрестәр биреп ҡараныҡ. Ләкин һөҙөмтә юҡ. Салауат Әбүзәр – бик талантлы һәм өмөтлө автор, тик уға ла әлегә әүҙемлек етмәй. Ә бит бер нисә әҫәр генә яҙған кешене драматург тип тә әйтеү дөрөҫ түгел. Икенсенән, Салауатты йәштәр иҫәбенә лә индереп булмай бит. Ошо проблема арҡаһында театр ҡайһы ваҡыт инсценировкаларға тотонорға мәжбүр. Репертуарҙың нисбәтен һаҡлар өсөн (рус, донъя кимәлендәге классика һәм үҙебеҙҙең ерлектәге әҫәрҙәрҙең) эшләйбеҙ уны. Бизмәнгә һалған саҡта башҡалары милли драматургиянан артып китергә тейеш түгел.

– Ә был ҡытлыҡ нилектән барлыҡҡа килде һуң? Йәш быуын ижадсылары прозаға, шиғриәткә килә бит.
– Драматургия бик ауыр жанр иҫәпләнә. Күңелдең ниндәйҙер талпынған мәлендә шиғыр яҙаһың, фекер һәм сюжет булһа, үҙеңде прозала һынап ҡарарға мөмкин. Ә бына драматургияла һәр һөйләм, геройҙарҙың үҙ-ара һөйләшкән һәр һүҙенең аҫтында ҡатлам-ҡатлам икенсе мәғәнә (пласт, подтекст) һалынырға тейеш. Бөгөн яҙған кешеләр бар, беҙгә килтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың кимәле сәхнәлә ҡуйырлыҡ түгел. Төп герой характерының сиселеше, үҙгәреше, уға ваҡиғаларҙың ҡағылышы юҡ. Пьеса яҙырға тормош тәжрибәһе, үҙ фекере булған кешеләр генә тотона. Конкурс, йә булмаһа, аҡса өсөн генә яҙыу мөмкин түгел. Яҙғас та, ҡуйылһын өсөн байтаҡ ултырырға, уҡырға, тәжрибә тупларға, яҙғаныңды эшкәртергә кәрәк. Үҙ ҡаҙаныңда ҡайнарға ярамай. Режиссерҙар, хатта актерҙар менән бергәләп эшләргә, тикшерергә, фекерҙәренә ҡолаҡ һалыу мөһим. Бер һүҙен дә, бер һөйләмен дә үҙгәртмәйенсә ҡуйыуҙы күҙ алдына ла килтереп булмай. Икенсенән, элекке әҫәрҙәрҙе алып ҡараһаң, мәҫәлән, Шекспирҙың трагедияларында геройҙар икешәр битлек монологтар һөйләй. Заман башҡа – заң башҡа, тигән кеүек, бөгөн улар юҡ кимәлендә. Сөнки мохтажлыҡ юҡ: беҙ үҙ фекерҙәребеҙҙе тос һәм ҡыҫҡа итеп әйтеп өйрәнгәнбеҙ. Заман драматургтары шулай тос итеп фекер йөрөтөргә һәм уны ҡыҫҡа, аңлайышлы итеп еткерергә тейеш. Бындай һәләт күптәргә бирелмәй.

– Һеҙ – театр сәхнәһендә барған “Февраль, буран…”, “Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың” шиғри тамашаларының ҡуйыусы режиссеры. Шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның 50 йәшлек юбилей кисәһен дә әҙерләнегеҙ. Шиғыр жанрына ҡасандан мөрәжәғәт итә башланығыҙ?
– Хәйбулла районының Таштуғай мәктәбендә уҡығанда уҡ, уҡытыу­сым Менәүәрә апай Ильясова (ул үҙе лә һүҙгә маһир булды, таҡмаҡтар әйтеп, тальянда уйнаны, беҙҙең менән төрлө саралар үткәрҙе) минең күңелемдә шиғриәткә, һүҙгә һөйөү тойғоһон тәрбиәләне. Актер­лыҡ буйынса ла тәүге дәрестәрҙе унан алдым. Ҙур-ҙур текстар биреп, Ҡыш бабай ролен башҡарырға, төрлө сараларҙың алып барыусыһы булып сығыш яһарға ҡушып, мине сәхнәгә сығарҙы. Һүҙҙең тәменә, ҡөҙрәтенә шул ваҡытта уҡ төшөнә башлаһам, сәнғәт академияһына уҡырға ингәс, драматург, күренекле актер, Башҡортостан­дың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Хәлил улы Йома­ғолов беҙҙе сәхнә теле дәресенән уҡытты. Талапсан шәхестең һәр бер дәресе онотолмаҫлыҡ булып хәтеребеҙҙә ҡалды. Ул беҙҙе фекерле, тасуири итеп һөйләргә өйрәтте. Шуға күрә шиғриәткә булған һөйөү уҡытыусыларымдан килә. Ә шиғыр жанрҙарын, шағир ижадын сәхнәгә сығарыуым эшмәкәрлегемә бәйле. Һуңғы ике йылда, Өфө дәүләт сәнғәт акдемияһында уҡытыуҙан тыш, театрҙа ла сәхнә теле дәрестәрен алып барам. Рәми Ғарипов­тың юбилейы яҡынлашып килгән мәлдә, миңә бер ҡайҙа ла әҙипте ҙурлап үткәрелгән сараға әҙерлек юҡ кеүек күренде. Тиҙ арала Зөһрә Бураҡаеванан сценарий яҙҙырып алдыҡ та, 20 көн эсендә, дәрестәр барышында “Февраль, буран…” тамашаһын сығарҙыҡ. Уның менән шағирҙың тыуған яҡтарында – Салауат, Мә­сетле, Ҡыйғы яҡтарында ла сығыш яһаныҡ. Тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Һәм көтмәгәндә Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшырып, мине лә шатландырҙылар.
Сәхнә теле дәрестәре сиктәрендә 2013 йылда, кесе залда йәш актерҙар менән “Һүҙ – илһам ул, һүҙ – илаһи” тип аталған әҙәби кисә үткәрҙек. Артабан инде уны үҫтереп, тулыландырып, ҙур сәхнәгә сығарырға теләк тыуҙы һәм быйыл уны бойомға ашырҙым. “Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың” тамашаһы шулай сәхнәгә сыҡты. Ә ни өсөн нәҡ шул алты шағирә тиһәләр, уларҙың барыһы ла бөгөн – үҙ һүҙе булған, шиғриәт тигән донъяла ныҡлы урын алған, күрһәткес булырлыҡ шәхестәр. Һәм миндә, уларҙың ижадын яңы форматта, киң аудитория өсөн сығарырға ине, тигән теләк барлыҡҡа килде. Башҡорт дәүләт академия драма театры башҡорт йәмәғәтен, интеллигенцияһын туплаусы ла булып тора. Милли рух менән һуғарылған, телем, илем, халҡым, тип янып яҙыл­ған шиғырҙар менән бер рәттән, фәлсәфәүи, лирик шиғырҙар ҙа яңғырап, бик матур тамаша килеп сыҡты. Был ике шиғри тамаша ла беҙҙең театр репертуарына инде һәм һәр миҙгелдә бер нисә тапҡыр ҡуйыласаҡ.

– Һеҙ спектаклдәрҙә төрлө характерҙағы ролдәрҙе уйнай­һығыҙ. Ә шулай ҙа хыял иткән ролегеҙ бармы?
– Аллаға шөкөр, бик күп роль уйналды. Эшләү дәүеремдә йөҙҙән ашыу образды сәхнәгә сығарҙым. Ир-егеттәргә был йәһәттән еңелерәк. Актерҙар һаны яғынан да беҙ әҙерәк, ҡатын-ҡыҙҙар бер нисә тапҡыр бала ҡарау өсөн оҙайлы ялға ла китә. Шуға күрә эшһеҙ тилмереп ултырырға тура килмәне һәм тура ла килмәҫ. Ниндәйҙер роль тураһында хыялланып йө­рөүем яҙыҡ та булыр ине, бәлки. Әммә, Шекспирҙың берәй әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә уйнарға теләгем ҙур. Атым туғарылмаған бит әле, бәлки, был хыялым да тормош­ҡа ашыр.

– Һеҙҙең башланғыста, тип әйтәйек, Мәскәүҙең Щепкин исемендәге театр училищеһына студенттар ҡабул ителеп, Башҡорт дәүләт академия драма театры йәш көстәр менән тулыланды. Уларға ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ?
– Мин ул ваҡытта театрҙа төп эшмәкәрлек буйынса директор вазифаһын башҡара инем. Мәс­кәүҙә уҡыясаҡ талантлы студенттарҙы бөтә республика буйлап эҙләргә, йыйырға, имтихандарға әҙерләргә, аҙаҡ инде биш йыл буйына уларҙың уҡыуы, хәле менән ҡы­ҙыҡһынып, дәрестәренә, ҡуйған спектаклдәренә барып торорға тура килде. Улар уҡыуын тамамлап ҡайтыуға, тәүге гастролдәрен дә үҙемдең тыуған яғыма, Хәйбулла тарафтарына, ойошторҙом. Йәш­тәрҙе һәр ауыл һайын, космонавтар ҡайтҡандай, милли кейемдә йыр-бейеү, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Ул яҡтан район хакимиәтенә рәхмәтлемен. Бындай иғтибарҙы көтмәгән актерҙар, һәр ваҡыт шулай була икән, тип таң ҡалды. Тик мин уларҙы бик тиҙ ергә төшөрҙөм: “Егеттәр, ҡыҙҙар, һәр ваҡыт былай булмаясаҡ. Беҙ бары тик һеҙҙең тәүге гастролегеҙ күңелдәрегеҙҙә матур тәьҫораттар менән иҫтә ҡалһын өсөн тырышабыҙ”, – тинем.
Әлбиттә, уларҙың дипломы ак­терлыҡ һөнәренә йүнәлтмә генә. Артабан һөнәре яғынан үҫеү-үҫмәүҙәре уларҙың үҙенән һәм режиссерҙан тора. Йәштәрҙең, баш ҡалала уҡып, төрлө студенттар, уҡытыусылары менән рус телендә аралашып, бер аҙ телдәре лә боҙолғайны. Үҙ тарихы, үҙ традициялары булған театрҙа эш башлауы ла еңел булмағандыр. Һәр театрҙың үҙенсәлеге, булмышы, эске донъяһы бар бит. Беҙҙә көнө-төнө спектаклдәр, репетициялар бара, юлдарҙа һәр ваҡыт бергә йөрөйбөҙ һәм ҙур бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ. Улар ҙа ошо донъяға килеп инде һәм матур итеп йәшәй башланы, тип әйтергә була. Яйлап-яйлап шымаралар, асылалар һәм коллективтың лайыҡлы ағзаһына әйләнә баралар. Етенсе генә ижад миҙгеле үтеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың күбеһе театр репертуарында егелеп эшләгән төп көстө тәшкил итә. Эшләй-эшләй уларҙың да исемдәре театр күгендә балҡыр, тигән өмөт бар. Әлбиттә, һәр береһе асылып, өлгөрөп еткән, тип әйтеп булмай. 1959 йылда ГИТИС-ты тамамлап ҡайтҡан төркөм менән сағыштырғанда, улар араһында ла театр донъяһында үҙ урынын таба алмағандар булған бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, диплом алған һәр йәш белгес үҙ һөнәрендә дан ҡаҙана алмай.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әнгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы