RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәйбулланың сәхнә биҙәге

12.12.2014 Хәйбулланың сәхнә биҙәге

Хәйбулла – Башҡортостанға бик күп сағыу таланттар биргән төйәк. Ошо ерҙә тыуып үҫкән Ҡәҙим Аралбаев, Хөрмәтулла Үтәшев, Ишморат Илбәков кеүек билдәле шәхестәр милләтебеҙҙең бәҫен күтәрә, илебеҙ данын арттыра. Сал далаларҙың Урал тауҙары менән киҫешкән хазиналы башҡорт ерендә бик күп талант йәшәй, ижад итә.

Хәйбулланың сәхнә биҙәгеИҫәнгилде ауылында тыуып үҫкән Гөлфиә Хәләфетдинова – күп таланттың тупланмаһы. Баян, думбыра, ҡумыҙ, гармунда өҙҙөрөп уйнауҙан тыш, халыҡ ижады өлгөләре – бәйеттәр, ҡобайырҙар, таҡмаҡтар, оҙон көйҙәрҙе лә башҡара. Ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән күп яҡлы талант эйәһенең төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа еңеү яулағанын күргән район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Шоро­хова ике йыл элек уны үҙҙәренә эшкә килергә өгөтләй. Яңы йырҙар өйрәнеп, төрлө ерҙәрҙә сығыш яһарға хыялланған, талантын артабан үҫтерергә ниәтләгән Гөлфиә тәҡдимде шатланып ҡабул итә һәм, бөтә тырышлығын, күңелен һалып, яңы коллективта эш башлай. Мәктәптең бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эштәренән арынып, бар булмышын сәнғәткә арнау үҙ емештәрен бирә. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар булған яңы таныштар, гастролдәр, эшләр өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға тырышҡан етәкселәр һәм хеҙмәттәштәре Гөлфиәгә ижад менән шөғөлләнергә этәргес булып тора.

Бынан теүәл ике йыл элек үҙенең тәүге концертын ҡуйһа, Мәҙәниәт йылы сиктәрендә быйыл тағы ла өр-яңы концерт программаһы менән сығыш яһарға батырсылыҡ итә. 25 ноябрҙә, көҙ менән ҡыш ҡауыш­ҡан, ҡара ерҙе аҡҡа сорнап тәүге ҡар яуған һалҡын кистә, Гөлфиә Хәләфетдинова үҙенең моңо, йырҙары менән тамашасылары күңеленә яҙҙар дәртен, йәйҙәр йылыһын өләште. “Хәйбулла” ҡобайыры (әйткәндәй, Гөлфиә үҙе үк думбыра һәм ҡумыҙҙа уйнаны) менән башланған концерт программаһын ҡурай моңо аҫтында башҡарылған башҡорт халыҡ йырҙары “Әйһәйлүк”, “Ирмәк” дауам итте.

– Хәйбулла районы хакимиәте лә, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы ла, ә инде мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтованы айырым билдәләп үтергә мөмкин – уларҙың барыһы ла эшләр өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе булдырырға тырыша. Даими рәүештә сәхнә костюмдары тектерәләр, музыка ҡоралдарына ла ҡытлыҡ юҡ. Концерт программаһы эшләргә теләгем барлығын белеү менән ярҙамға ашыҡтылар. Хеҙмәт­тәштәрем дә концертҡа күп көс һалды. Бейеүсе Эльза Вәлиева, ҡурайсы Рифат Күскилдин, йәш йырсы Иҙел Манишев ҙур теләк менән ҡатнашты. Ошо сәхнәлә сығыш яһауым, ошо бинала эшләүем менән бәхетлемен, – тине Гөлфиә сәләмләү һүҙендә.

Бала саҡтан талантын үҫтерергә мөмкинлек биргән, күңелендә ижадҡа ҡарата һөйөү хистәре тәрбиәләгән, юғары белем алырға ярҙам иткән әсәһе Сафия апайға, атаһы Ҡиәметдин ағайға рәхмәт һүҙҙәрен Илһам Шәймөхәмәтов ижад иткән өр-яңы йырҙар аша еткерҙе. Әсәһенең иңенә дебет шәл япҡанда, Гөлфиәне бар халыҡ аяҡ үрә баҫып алҡышланы.

Йәш йырсының ижадында тағы ла бер үҙенсәлекле алым – авторҙар менән эшләү. Концертта яңғыраған 22 йырҙың 18-ен ул тәүгә донъяға сығарҙы. Композиторҙар Дамир Солтанов, Флера Шәрипова, Рәси­мә Динисламова, Ирек Атанов һәм Азат Ис­ҡужиндың Фирүзә Абдул­лина, Гөлнур Ҡыуа­това, Фәриғә Күҫәкова, Гөлфиә Шакирова шиғырҙарына ижад ителгән өр-яңы йырҙарын тәүгеләрҙән булып тамашаға килеүселәр баһалай алды.

– Гөлфиә апай менән танышып китеүҙе Аллаһы Тәғәләнең оло бүләге тип ҡабул итәм. Сөнки ул миңә ижадҡа этәргес көс булды, шағирҙар менән таныштырҙы һәм тәүге йырҙарымды халыҡҡа еткер­ҙе, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Йәнтеш егете, йәш композитор Азат Исҡужин. – Районда йәшәгән саҡта уҡ төрлө сараларҙа ҡатнашырға саҡыра торғайны. Сәнғәт колледжына уҡырға барыр­ға ла ул өгөтләне. Ошо ижад юлыбыҙҙы дауам итеп, тағы ла яңы йырҙар сығарырбыҙ тип ышанам.
Халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ дан ҡаҙанған, бик күп конкурс ең
еүсеһе Рауил Харрасов Гөлфиәгә оло сәнғәт юлында уңыштар теләне:
– Әсәйем данлыҡлы Хәйбул­ланан, Гөлфиә менән беҙ яҡын туғандар – йырсылар нәҫеленәнбеҙ. Һәм шул данға тап төшөрмәйенсә, халыҡ йырҙарының бәҫен күтәреп, еренә еткереп башҡарыуы өсөн уны ихтирам итәм. Ә эстрадала ла эҙләнеп, авторҙар менән эшләүе маҡтауға лайыҡ. Тимәк, ул үҙен генә түгел, авторҙарҙы ла күтәрә. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә ынтылып, баш ҡала сәхнәләрендә сығыш яһауыңды теләйем.

Йыр-моң, шиғри шәлкемдәр, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған тамаша күңелдә матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Тама­шасыларҙың ҡайнар алҡыштарына һәм сәскә гөлләмәләренә күмелгән йәш йырсы күҙ йәштәре аша уларҙы артабан да үҙенең йырҙары менән ҡыуандырырға һүҙ бирҙе.

Икенсе көндө Гөлфиә ошо уҡ концерт программаһы менән тыуған ауылы – Иҫәнгилде халҡын да шатландыр­ҙы. Үҙ төйәгенең ғо­рурлығы, ҡыуанысы булған йәш йырсыны бында ла йылы ҡабул иттеләр.

– Ҡасандыр ошо сәхнәлә үҙенең тәү­ге сығыштарын яһа­ған талант эйәһенең район күләмендә лә үҙ урынын табыуы, республика, хатта халыҡ-ара конкурс­тарҙа еңеү яулауы – беҙҙең өсөн кинәнес. Ә тыуған ауылын онотмайынса, бында үткән һәр байрамға ҡайтып сы­ғыш яһауы уның ябайлығын күрһәтә, – тине Иҫәнгилде мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Әлфирә Айытбаева.

Г. ЮЛДАШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы