12.12.2014 Үлемһеҙ эпос Рәсәй һәм сит ил телдәрендә яңғыраны
Ошо көндәрҙә БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының фәнни-ресурс үҙәге базаһында “Урал батыр” республика йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан 500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Конкурс барышында ете секция эше ойошторолдо, уларҙа 200-ҙән ашыу уҡыусы һәм студент бөйөк эпосты башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт, украин, ҡаҙаҡ, әзербайжан, инглиз, немец, француз, төрөк, ғәрәп һ.б. телдәрҙә яттан һөйләне. Жюри ҡарамағына “Урал батыр” эпосына иллюстрациялар һәм конкурстың логотибы булырлыҡ эштәр ҙә тапшырылғайны.
Секция етәкселәре – билдәле ғалим-фольклорсылар, эпостың тәржемәселәре, уҡытыусылар йәш сәсәндәрҙең конкурсҡа әҙерләнеү кимәле юғары булыуын билдәләне. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйеүе һөйөндөрҙө. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһында 5-се синыфта белем алыусы Алиса Гәрәева эпосты ҡытай телендә башҡарҙы.
Бәләкәй сәсәндәр БР-ҙың Юнеско эштәре буйынса комитетының, Мәғариф министрлығының, Башҡорт социаль технологиялар институтының дипломдары, сертификаттары, иҫтәлекле приздары менән бүләкләнде.
Ете секция эше һөҙөмтәләре буйынса I дәрәжә диплом менән Сибай гимназия-интернатынан Йәнбикә Ғәлиәкбәрова (8-се класс), Мораҡ башҡорт гимназияһынан Гүзәлиә Мофазарова (9-сы класс), Асҡындағы 2-се урта мәктәптән Илүзә Сәмиғуллина (7-се класс), Салауат районының Тирмән урта мәктәбенән Айҙар Ғәйнетдинов (10-сы класс), Сибай ҡалаһының 9-сы лицейынан Гөлиә Солтанова (7-се класс), Бәләбәйҙәге 1-се гимназиянан Радмила Шәйәхмәтова (10-сы класс), БДУ-ның Сибай филиалы студенты Гөлнара Ҡазыханова (4-се курс), Бүздәктәге 1-се урта мәктәптән Гүзәлиә Шафиҡова (10-сы класс), Өфө районының Нөрлө урта мәктәбе уҡыусылары Эльвина Шәймәрҙәнова һәм Илназар Хәбибуллин (8-се, 7-се класс) билдәләнде.
М. АСҠАРОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»