RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

21.11.2014 Е7Е-медиа

Кем яңы клиптар менән ҡыҙыҡһынып бара, уларға был исем яҡшы таныш. Бер төрлө, ялҡытҡыс, хатта клип тип әйтергә лә тел әйләнмәгән яҙмалар янында уларҙың эштәре үҙенсәлеге, сифаты, йөкмәткеһе менән айырылып тора. Төрлө реклама роликтары, хатта “Йән” ҡыҫҡа метражлы фильмы ла бар уларҙың багажында. Ә киләсәккә ниәттәре тағы ла ҙурыраҡ һәм бейегерәк. “Йәшлек”тә ҡунаҡта – “Е7Е-медиа” студияһы егеттәре.

Батыр Ғәлимов – Баймаҡ ҡалаһында тыуған, ике йәштән Өфө ҡалаһының Шаҡша биҫтәһендә йәшәй. Сәнғәт мәктәбенең ҡурай һәм бейеү кластарын тамамлаған. Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алған, һөнәре буйынса телекоммуникация инженеры. Ирекле видеоға төшөрөү менән шөғөлләнә. Ҡатыны Е7Е-медиаӘлиә менән Әмилә исемле ҡыҙ үҫтерә.
Хәйҙәр Һибәтов – Әбйәлил ра­йо­нының Дәүләт ауылында тыуған, Башҡорт дәүләт педагогия университетының информатика бүлегендә 4-се курста белем ала. Веб-дизайн һәм флеш-анимация буйынса халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе.
Артур Батыршин – Баймаҡ райо­нының Иҫке Сибай ауылынан. Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында математика һәм информатика бүлеген тамамлаған. 2005 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй. Реклама эше буйынса тәжрибәһе бар. Әлеге ваҡытта “Киске Өфө” гәзите хеҙмәткәре.

– Көндән-көн билдәлерәк була барған “Е7Е-медиа” ҡайҙа һәм нисек барлыҡҡа килде?
Батыр. Мин бала саҡтан видеоға төшөрөү менән мауыҡтым, кино төшөрөү тураһында хыялландым. Ҡайҙа, нимә күрһәм дә, камерамды сығарып, төшөрә башлай торғайным. Тәүҙә телефон менән генә, аҙаҡ инде дуҫтарым Артур һәм Заһир Ишкининдың ярҙамы менән видеокамера һатып алдым. Яйлап-яйлап монтаж эшләү серҙәрен дә үҙләштерҙем. Булған тәжрибәмде туплап, профессиональ видео төшөрөү менән шөғөлләнә башланым. 2009 йылда Артур менән таныштыҡ, аралаша торғас, дуҫлашып киттек. Ул – дизайнер, ижад кешеһе, фото төшөрөү менән шөғөлләнә.
Артур. Батыр менән танышып, аралаша башлағас, уның видео төшөрөүгә һәләтен күреп, үҙ студияһын асырға өгөтләнек. Яйлап, күңеле менән әҙер булғас, төрлө проекттарҙы бойомға ашырырға тотондо. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәй, уларҙың дауамы булманы. Аҙаҡ инде берләшергә, көстәрҙе һәм идеяларҙы ҡушып, икәүләп эшләргә ҡарар иттек һәм 2011 йылда студия астыҡ.
Батыр. Эштә бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ кеүек: Артур фо­тола, картинала – тик торған күренештә, декорацияла белгес булһа, мин ваҡиғаларҙың дауамын күҙаллайым. Ә йәш көсөбөҙ булған Хәй­ҙәр – беҙҙең икебеҙҙең дә ҡушылма кеүек, дизайн менән дә, видео менән дә шөғөлләнгән кеше. Дүрт йыл буйы икәүләшеп эшләнек, быйыл Хәйҙәр менән танышып, уны ла үҙебеҙҙең командаға алдыҡ. 2008 йылдарға тиклем Башҡортос­танда дизайн, медиа өлкәһе бөтөнләй үҫешмәгән, бер урында туҡтап ҡалған кеүек ине. Рәсәй һәм сит ил йырҙарының клиптарын ҡараһаң, ҙур үҫеште, үҙгәреште күрергә була. Үҙебеҙҙә лә ошондай үҫешкә өлгәшеү маҡсатында эш башларға уйланыҡ.

– Ә ни өсөн “Е7Е-медиа”? Был атама ҡайҙан алынды?
Артур. Исемде уйлап сығарған ваҡытта ни өсөндөр башҡорт милләтенең изге һаны тураһында уйланым – ете ырыу, ҡурайҙың ете тажы. ҙур хыялыбыҙ бар – киләсәктә “Е7Е-медиа” исемен әйткәндә, мотлаҡ башҡорт булыуыбыҙҙы белһендәр ине. Т хәрефе урынына һандың үҙен яҙып, дизайнын уйлап сығарҙым. Ә Батыр уға медиа һүҙен өҫтәне.
Батыр. Артур тәүҙә ошо исемде тәҡдим иткәс, кешеләр аңламаҫ, тип баш тарттым. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул мине өгөтләп, күндерҙе. Уның шул ваҡытта әйткәне иҫтә ҡалды: “Исем мөһим түгел, эшләгән эшеңә ҡарап исемеңде беләсәктәр”.

– Байтаҡ тәжрибә туплаған команда булараҡ, һеҙгә киләһе һорауҙы биреп үткем килә: ижади эшҡыуарлыҡ килем килтерәме?
Батыр. Байырлыҡ уҡ булмаһа ла, бер ни тиклем килем килтерә. Әлегә аҡсаны студияны заманса йыһазландырыу, проекттарҙы үҫтереү өсөн тотонабыҙ. 300 мең һум тирәһенә сифатлы төшөрөү ҡорамалдары һатып алдыҡ.

– Ә сифатлы, ҡыҙығып ҡарарлыҡ клип төшөрөү өсөн күпме ваҡыт һәм аҡса талап ителә?
Артур. Клиптың сюжетынан, төшөрөү ауырлығынан, урынынан тора. Мәҫәлән, бер көндә төшөрөп, аҙна тирәһе эшкәртеп, төҙәтеп, тиҙ арала әҙерләргә мөмкин. Шулай уҡ ҡатмарлы сценарийҙар менән эшләргә лә тура килә. Бер нисә көн, аҙна, хатта айҙар буйы, төрлө урындарға барып төшөрәһең. Бындай клиптарҙы монтажлауы ла, эшкәртеүе лә оҙаҡ һәм ауыр. Төшөрөү урындарын да ҡуртымға алырға тура килә. Шуға күрә айырым ғына сумманы өҙөп әйтеү мөмкин түгел.

– Эш процесы нисек башлана?
– Йырсы беҙгә йыры менән килеп клип төшөрөргә заказ бирә. Беҙ өсәүләп ултырып, йырҙы тыңлайбыҙ, идеялар эҙләй башлайбыҙ. Һәр йырға 2 – 3 вариантта сценарий әҙерләп, башҡарыусы менән осрашабыҙ. Уның тәҡдимдәрен, теләктәрен тыңлайбыҙ, һәм бер ҡарарға килеп, эш башлана. Әлегә сценарий авторы ла, режиссер ҙа, төшөрөүселәре лә – үҙебеҙ. Төшөрөү эштәре тамам­лан­ғас, монтажға тотонабыҙ. Был осраҡта ла алдан эшләнелгән варианттар 50 про­цент­ҡа үҙгәрә. Нимәһелер беҙгә оҡшамай, нимә­һелер – йырсыға. Эш барышында кәрәкмәй тип табылған материалдар ҙа була.

– Ниндәйҙер сәбәптәр менән эшләүҙән баш тартҡанығыҙ бар­мы? Мәҫәлән, йыр оҡшамай, йәки шәхсән ул йырсы менән эшләүе ауыр...
– Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәһең икән, шәхси мөнәсәбәттәр­ҙе асыҡлап тороу кәрәкмәй. Әлбиттә, оҡшамаған йырҙарға ла клип төшөрөлдө. Ә эштән бер генә осраҡта – ваҡыт етмәһә генә баш тартабыҙ. Заказдар ҡабул итеп, эш өсөн аҙналар, айҙар дауамында ваҡытты бүлеп ҡуябыҙ. Ошо график менән риза булмаһалар (кемгәлер, бәлки, тиҙ арала кәрәктер), баш тартырға тура килә. Бер нисә осраҡта йырсылар үҙҙәре лә баш тартты. Сөнки аҡсаға ҡытлыҡ булған заманда беҙ ҡуйған хаҡтар­ҙы юғары тип баһалағандар бар.

– Клиптарҙан тыш, тағы ла нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Реклама һәм видеоафишалар төшөрәбеҙ. Концерт, кисәләр ойоштороусылар беҙҙән телевидение һәм интернет селтәрҙәре өсөн реклама роликтарын әҙерләтә.

– һеҙгә конкуренттар бармы?
– Конкуренттар булыуын хуплайбыҙ ғына. Ул үҙе үк үҫешкә этәрә, эшләргә мәжбүр итә. Ярыш ҡомары уянып, эшеңде яҡшыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итергә тырыша башлайһың, яңылыҡтар эҙләйһең. Беҙ эшләй башлаған ваҡытта Фәнзил Әҙелбаев, Тимур Ғәниевтың студиялары бар ине. “Беҙ улар һымаҡ эшләй алырбыҙмы?” – тип үҙ-үҙебеҙгә һорау бирә инек. Хәҙер ошондай эш башлаған йәш көстәр беҙҙе дәғүәсе итеп алып, уҙҙырырға тырышып эшләһәләр, шатланасаҡбыҙ ғына. Видео һәм дизайн менән шөғөлләнгән та­лантлы йәштәр бар. Бына шулар­ҙың араһынан Хәйҙәр менән танышып, уның тырышлығын күреп, эшкә саҡырҙыҡ та инде. Ә башҡорт сәнғәтендә эшләнәһе эш­тәр бик күп. Уны эшкәртелмәгән ялан менән сағыштырырға мөмкин. Теләгән ерҙән тотоп эшләй баш­лар­ға була. Дизайн эше, медиа, реклама, хатта эстрадала яңылыҡтар индереп эш башларға, билдәлелек яуларға, аҡса эшләргә мөмкин. Шарттар ҙа бар. Бөгөн Силә­бенең башҡорт йырсылары бик матур клиптар эшләй башланы. Беҙ уларға ҡарап өлгө алабыҙ, ҡыуанабыҙ һәм алға сығыр өсөн тырышабыҙ.

– Дуҫлыҡ менән эшҡыуарлыҡ нисек яраша? Шәхси һәм эштәге бәхәстәр нисек хәл ителә?
– Әлбиттә, күптәр дуҫың менән уртаҡ эш башларға тәҡдим итмәй: йә дуҫыңды юғалтаһың, тиҙәр, йә аҡсаңды. Әммә беҙҙе уртаҡ идея тағы ла нығыраҡ берләштерҙе тип әйтергә була. Төп маҡсатыбыҙ табыш алыу түгел, ә идеяларҙы тормошҡа ашырыу, исем эшләү, “Е7Е-медиа”ны юғары кимәлгә күтәреү. Ошо исемде әйткәндә, кешеләрҙең күҙ алдына сифатлы һәм юғары кимәлле клиптар килһен. Икен­сенән, студия эшенә эш кеүек ҡарамайбыҙ. Бына, мәҫәлән, дуҫтар осрашып, ниндәйҙер спорт төрө менән шөғөлләнә. Беҙ ҙә шулай, дуҫтарса осрашҡан ваҡытта ярат­ҡан уртаҡ эштәр менән булышабыҙ. Бер ыңғайҙан хәлдәребеҙҙе лә белешәбеҙ, сәй эсеп алабыҙ. Өсөнсөнән, эш башлаған ваҡытта партнерың менән үҙ-ара килешеүҙәр, аҡса мәсьәләһе ҡәтғи һәм аныҡ ҡуйылһа, аңлашылмаусанлыҡтар, конфликттар булмаясаҡ.

– Киләсәккә ниндәй ниәттәр бар?
Артур. Төрлө яңы проекттар уйлап сығарырға һәм уларҙы тормошҡа ашырырға һәләтле, ижади яҡтан талантлы, алдынғы ҡарашлы кешеләрҙән команда туплау күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, Мәс­кәүҙә бер клипты йөҙләп кеше төшөрә, уның бюджеты – миллион һум тирәһе. Беҙ, әлбиттә, тор­мош­ҡа реаль ҡарайбыҙ, башҡорт эстрадаһында әлеге мәлдә ундай аҡса түгеү мөмкинлеге юҡ, һәм ул үҙен аҡламаясаҡ. Әммә 10 – 15 кешенән торған ижади төркөм булдырыу кәрәк.
Хәйҙәр. Миңә башҡорт йәнһүрәте төшөрөргә тәҡдим итеүселәр бар. Телевидениеның бөтә каналдарын да хәҙер сит ил йәнһүрәттәре баҫҡан. Үҙебеҙҙең милли элементтар менән йәнһүрәт эшләү идеяһы бар беҙҙә, тик уның өсөн дә күп белгес талап ителә. Минең халыҡ-ара конкурсҡа ебәргән эшем – 3 минутлыҡ видео. Ә уны өс айға яҡын эшләнем.
Батыр. Һәм беҙҙең иң ҙур хыялыбыҙ – һәйбәт башҡорт киноһы төшөрөү. Эш башлаған саҡта уҡ тыуған хыял ул. Рәсәй, хатта донъя кимәлендә күрһәтерлек тулы метражлы фильм булырға тейеш. Жанры мөһим түгел. Айнур Асҡаров аптырап, шаҡ ҡатып ҡарарлыҡ булһын ине. Сөнки минең өсөн Айнур – яҡшы күрһәткес, ынтылыр маҡсат. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бай йөкмәткеле һәйбәт фильмдар төшөрә.
Бөгөнгө көндә эшләгән һәр эшебеҙ – ошо хыялға табан илткән юл. Тәжрибә лә туплайбыҙ, килем дә алабыҙ. Беренсенән, клипта сю­жетты ла, сценарийҙы ла йырҙың һүҙҙәренән, йырсыларҙың теләгенән сығып төшөрәбеҙ. Ә кино төшөргәндә үҙебеҙҙең шәхси идеяларҙы һалырға мөмкинлек буласаҡ. Икенсенән, бағыусылар аҡсаһына эшләргә тура килһә, улар үҙҙәренең талабын ҡуясаҡ. Шуға күрә ирекле рәүештә эшләр өсөн үҙебеҙҙең аҡса ла булырға тейеш. Эшләй-эшләй маҡсаттар ҙа үҫә бара. Иң тәүге ҡыҫҡа метражлы ҡурҡыныс башҡорт фильмы – “Йән”де төшөрөп, кино сәнғәтенең нескәлектәрен өйрәндек. Бер яҡтан, был ҡыйыу аҙымға барыуыбыҙға үҙебеҙ ҙә аптырайбыҙ. Бөгөн берәй эшкә тотонорға булһаҡ, төрлө яҡтан уйлап, һәр аҙымды үлсәп баҫабыҙ. Ә ул ваҡытта, төшөрөргә кәрәк, тип һөйләштек тә эшкә лә тотондоҡ. Шулай кино төшөрөү тәжрибәһе тупланыҡ.

Гөлнур Ҡыуатова әңгәмәләште.


– Әлбиттә, күптәр дуҫың менән уртаҡ эш башларға тәҡдим итмәй: йә дуҫыңды юғалтаһың, тиҙәр, йә аҡсаңды. Әммә беҙҙе уртаҡ идея тағы ла нығыраҡ берләштерҙе тип әйтергә була. Төп маҡсатыбыҙ табыш алыу түгел, ә идеяларҙы тормошҡа ашырыу, исем эшләү, “Е7Е-медиа”ны юғары кимәлгә күтәреү. Ошо исемде әйткәндә, кешеләрҙең күҙ алдына сифатлы һәм юғары кимәлле клиптар килһен










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы