RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йырлап йәшәйек, дуҫтар!

21.11.2014 Йырлап йәшәйек, дуҫтар!

Йәйғор булып тыуҙың да һин,
Моңдар булып индең күңелгә.
Һин килгәнһең икән был донъяға
Йырлап йәшәр өсөн бөгөн дә.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе йырсыһы Ғәзинур Хужәх­мәтов күп йылдар буйына үҙенә генә хас лирик тенорлы тауышы менән башҡорт йыр сәнғәтенең сағыу биҙәге булып тора.

Йырлап йәшәйек, дуҫтар!Ишембай районының Ҡол­ғона ауылы егете илһам сығанағын тыуып үҫкән еренән ала. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының йыр бүлеген, артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыка-фольклор бүлеген тамамлаған йәш йырсы 1994 йылда яңы ғына асылған Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһына эшкә ебәрелә һәм бына 20 йылдан ашыу “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмөнөң алмаштырғыһыҙ йырсыһы. Башҡорт халҡының тарихына, йолаларына нигеҙләнгән ижады менән тамашасы күңелен яулап, республикабыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә, байытыуға күп көс һалыусыларҙың береһе ул.

28 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе би­наһында йырсы “Йырлай-йырлай тыуған яҡҡа ҡайтам” тип исемләнгән юбилей кисәһенә бөтә дуҫтарын йыя. Кисәлә берләшмәнең талантлы йырсылары – Ришат Хәмитов, Зөлфиә һәм Рәмил Әүбәкировтар, Гүзәлиә Татлы­баева, Айҙар Латипов, Илдар Рәхимғолов, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған артистары Рәйхана һәм Миңлеғәле Хә­сәновтар, Бейеү театры коллективы ҡатнаша. Концертта башҡорт халыҡ, дәртле эстрада йырҙары, күңелдәрҙе күтәрерлек ҡурай моңдары яңғыраясаҡ, йөрәктәрҙе елкендерерлек бейеү­ҙәр тәҡдим ителәсәк. Барлыҡ моң һөйөүселәрҙе концертта ихлас көтөп ҡалабыҙ.

Т. АМАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы