RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бар хистәре уның бейеүҙәрҙә…

14.11.2014 Бар хистәре уның бейеүҙәрҙә…

Бар хистәре уның бейеүҙәрҙә…Талантлы бейеүсе, бейеү ҡуйыусы, өзләүсе һәм ҡумыҙсы Рәйес Низаметдиновтың ижад кисәһе оло бейеү байрамына әйләнде
Күңел кисерештәре, йөрәк хистәре, ғазапланып яныу­ҙар, бәхетле мәлдәр, рухи уйланыуҙар, олатайҙарҙың тарих төпкөлөнән килгән аманаты, тәбиғәттең төрлө күренештәре – быларҙың бары­һын да ул бейеү итеп күрә, бейеү аша кисерә һәм бейеү менән һөйләп бирә ала. Һәм, иң мөһиме, уның бейеүҙәре бер-береһен ҡабатламай: Салауат – ғорурыраҡ, Аҡбуҙат – етеҙерәк, һунарсыһы ла шапығыраҡ, батырҙары иһә үтә ҡыйыу…
Рәйес Низаметдиновтың 10 ноябрҙә Өфө ҡалаһының Йәштәр һарайында үткән ижад кисәһе оло бейеү байрамына әйләнде. Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре үҙ ғүмерендә тиҫтәләрсә бейеүҙе сәхнәләштергән, уларға йән өргән, ғүмер биргән. Концертта уларҙың барыһын да сәхнәгә сығарыу мөмкин булмаһа ла, тамашасылар “иң-иң”дәре менән таныша алды.
Рәйес Низаметдинов республикабыҙҙың һәр филармонияһы, бейеү һәм фольклор ансамбле менән тиерлек тығыҙ бәйләнештә эшләй. Уларҙың репертуарында мотлаҡ Учалының талантлы егете сәхнәләштергән бейеү бар. Юбилярҙы тәбрик итергә тип, концертҡа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Учалы филармонияһының “Уралтау”, Ишембай ҡалаһының “Берғамыт” халыҡ, “Янғантау” шифаханаһының бейеү ансамблдәре һәм айырым бейеүселәрҙән: Сибай дәүләт филармонияһы солисы Айтуған Дәүләткирәев, Әбйәлил районынан Йәзилә Тайыпова, Гөл­шат Шәйәхмәтова, Вәхит Кама­лов килгәйне. Улар башҡарыуындағы төрлө характерҙағы ҡабатланмаҫ бейеүҙәр концертты сағыу тамашаға әүерелдерҙе.
Тәбиғәт күренештәре булһынмы (“Бөркөт ояһы”, “Тарпандар”), шәхесте һүрәтләһенме (“Ҡарас сәсән”), халҡыбыҙ тарихын са­ғылдырһынмы (“Салауат батыр”, “Ете ырыу”), шаян бейеү булһынмы (“Тылсымлы ситек”, “Һунар сыҡтым, ҡуян һуҡтым”, “Ҡара-ҡаршы бейеү”, “Ҡоҙалар әйтеше”, “Өләсәйем бүләге”, “Яңы көй”), халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадынан алынғанмы (“Аҡбуҙат”, “Ҡаратау итәгендә”), көнкүреште, йәшәйеште күрһәт­һенме (“Көндәштәр”, “Фронто­вик­тар”, “Алтын йыуыусылар”, “Кейеҙ баҫыу”, “Самауыр менән бейеү”) – Рәйес Низаметдинов һәр бейеүгә бар күңелен һалып, үҙенсәлектәрен эҙләп, тарихын өйрәнеп тотона, милли элементтарға ҙур иғтибар бүлә. Һүҙһеҙ генә, хәрәкәттәр, ым-ишара, ҡараш менән һөйләү оҫталығын матур, логик яҡтан теүәл бер сылбырға һалып тарих тыуҙыра.
Уңған ирҙең йорто булыр, тиҙәр. Рәйес ағайҙың өйөндә лә ижади мөхит хөкөм һөрә. Ҡатыны Лилиә апай ҙа йыр-бейеүгә ғашиҡ. Уларҙың был һөйөүе балаларына ла күскән: улдары Айназ менән ҡыҙҙары Айгөл – район һәм республика кимәлендә үткән төрлө бейеү конкурстары еңеүселәре. Атаһынан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, улар ҙа тамашасыларға аталары һалған бейеүҙәрҙе тәҡдим итте. Айназ шулай уҡ башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды башҡарҙы һәм ҡурайҙа “Циолков­ский”ҙы уйнаны. Кон­цертта Рәйес Низамет­диновтың тағы ла бер таланты асылды – Баш­ҡор­тостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова уның ҡатынына арнап яҙған йырҙарын йырланы.
Рәйес ағай һөнәре буйынса зоотехник. Әйтеүенсә, был һөнәр­ҙе ул Башҡорт дәүләт аграр университетының данлыҡлы “Шатлыҡ” халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнер өсөн һайлаған. Бөгөн был ансамблде Рәйес Низаметдиновтың уҡыу­сыһы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Фәрхәт Хәкимов етәкләй. Уның тәрбиәләнеүселәре рус бейеүе менән юбилярҙы тәбрикләне. Әбйәлил районының Байым ауылының “Күбәләк биҙәктәре” фольклор ансамбле ағинәйҙәре таҡмаҡтар һәм “Кейеҙ баҫыу” бейеүе менән сығыш яһаны.
“Байыҡ” телевизион бейеү конкурсы етәксеһе Рита Өмөтбаева тапшырыуға йөкмәткеле, үҙенсәлекле, һәр хәрәкәте уйланылып һалынған бейеүҙәр әҙерләгәне өсөн юбилярға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Рәйес Низаметдинов бейеүсе генә түгел, данлыҡлы ҡурайсы, өзләүсе һәм ҡумыҙсы ла. Тамашасыларҙы үҙенең моңдары менән ҡыуандырып, “Ирәмәл” этно-рок ансамбле менән сығыш яһаны. Байрам аҙағында, Илһам Байбулдиндың думбыра сыңына ҡушылып, ҡумыҙҙың биш төрөндә уйнаны.
Һәр ташынан моң, рух һәм ғорурлыҡ бөркөлгән Учалы ерендә тыуып үҫкән Рәйес Низа­метдиновтың күркәм байрамы бер тынала үтеп тә китте. Халыҡ бейеүҙәре менән һуғарылған күңел был тамаша шауҡымын һәм кисерештәрен оҙаҡ һаҡлар әле…

Гөлнур ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы