07.11.2014 Тырышлыҡ талантты үҫтерә
Яҙмыш һәр кемде, урау-урау юлдарҙан йөрөтөп булһа ла, үҙенең тәғәйен бәхетенә килтерә. Берәүҙәрҙең бәхете тыуған ерҙә булһа, икенселәр уны сит тарафтарҙа таба. Ә Лиана Иҙрисова үҙ бәхетен Өфөлә, башҡорт ерендә табыуына сикһеҙ шат. Туған телендә башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап, үҙ милләттәштәре менән аралашып йәшәү – уның өсөн оло бәхет.
Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫкән Лиана рус телендә йырлап үҫә. Балалар баҡсаһында уҡ йырға һәләте барлығын күреп, музыка уҡытыусыһы Марина Геннадьевна ҡыҙға махсус белем алырға тәҡдим итә. Илүзә апай биш йәшлек ҡыҙын етәкләп, музыка мәктәбенә юллана һәм фортепьяно класына уҡырға бирә.
– Талантымды күреп, сәнғәткә һөйөү уятҡан Марина Геннадьевнаға шул тиклем рәхмәтлемен. Музыка мәктәбенең ишеген асып ингәс тә үҙемдең артист буласағымды күҙалланым, тип әйтергә була. Фортепьяно артынан сәсемә таҡҡан ҙур таҫманың суғы ғына күренеп уйнап ултырғаным әле лә хәтеремдә. Музыка мәктәбендәге тәүге уҡытыусым Нина Леонидовна Кочеткова булды. Сәнғәттә яһаған тәүге аҙымдарымдың ауырлыҡтарын уның менән үттем. Ҙур тырышлыҡ һалғанда ғына талантты үҫтереп булғанын һәм бер урында тапанып юғары маҡсаттарға өлгәшеп булмаясағын ул аңлатты. Шүға күрә һаман да уның кәңәштәрен тотам, үҙем өҫтөндә даими эшләйем, – тип иҫтәлектәре менән бүлеште Лиана. – Аҙаҡ инде, фортепьяно класын тамамлағас, йәш педагог, консерваториянан килгән Наталья Николаевна Костеркинаға эстрада вокалы дәрестәренә йөрөй башланым.
Ваҡытында Асҡар мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләгән Хажиәхмәт Бакиров ейәнсәренең рус телендә, рус уҡытыусыларында уҡыуына көйөнә. Ҡунаҡҡа килгән ваҡыттарында уға башҡорт композиторҙары йырҙарын, халыҡ ижады өлгөләрен өйрәтә, Әбйәлил районында үткән төрлө концерттарҙа, конкурстарҙа сығыш яһарға саҡыра. Шул концерттарҙың береһендә Лиананы Асҡар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Сәғит Ғәлибай улы Хызыров күрә һәм үҙенә уҡырға саҡыра. Өләсәһе менән олатаһына ҡунаҡҡа килгән ваҡыттарҙа ла йәш ҡыҙ вокал буйынса оҫталығын арттыра. Башҡа туғандары, дуҫтары ял иткән саҡта уға тырышырға, эшләргә тура килә. Тырышлығы бушҡа булмай. Төрлө уҡытыусыларҙан алған тәжрибә бөгөн дә ярҙам итә. Ә Өфөгә килеүе өсөн ул олатаһына бурыслы:
– 9-сы класты тамамлап, уҡырға инергә ваҡыт еткәс, олатайым миңә Өфөгә барырға тәҡдим итте. Башҡорт йәштәре менән аралашып, милли йырҙарҙы бар нескәлектәре менән өйрәнеп, сәхнәлә туған телдә йырлауымды теләне ул. Юлға уның фатихаһын алып сыҡҡанғалыр, хыялдарым тормошҡа ашып, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Дүрт йылда ҡалаға шул тиклем өйрәндем, яҡынайҙым, быға тиклем нисек итеп башҡа ерҙә йәшәй алдым икән, тип үҙ-үҙемә аптырап та ҡуям. Хәҙерге ваҡытта Фәнәүи Зикаф улы Сәлихов класында белем алам. Тәүҙәрәк, Өфөгә килгәс тә, эстрада йырҙарын башҡара торғайным. Йырҙың сифатына ла әллә ни иғтибар бирмәнем. Һәр кем ижадында үҫеш юлын үтәлер ул. Мин дә яйлап ҡына үҙемә юғары талаптар ҡуя башланым. Йырҙың һүҙҙәрен, көйөн күңел аша үткәреп эш итәм. Әгәр академик вокал буйынса белем алам икән, тимәк, минең кимәлем дә үҫешергә тейеш. Шуға күрә классик әҫәрҙәрҙе, ретро йырҙарҙы репертуарға индерергә тырышам.
Эҙләнеүсән, тынғыһыҙ ҡыҙ быйыл, әсәһе тәҡдим иткәс, “Юлдаш” йыры” конкурсында ҡатнашырға теләк белдерә. Үҙенең тырышлығына ышанған ҡыҙ, һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, финал концертында ҡатнашасаҡ. Әйкәндәй, концерттағы сығышын Лиана атаһы Даян ағайға бағышлаясаҡ. Тап ошо көндә ул үҙенең тыуған көнөн – матур юбилейын билдәләйәсәк.
– Һағынып ҡайтыр атай-әсәйемдең булыуы – үҙе үк оло бәхет бит ул. Магнитогорск ҡалаһында йәшәһәләр ҙә, улар сығыштары менән Әбйәлил районынан. Әсәйем ғүмере буйы тегенсе булып эшләне, хәҙер инде хаҡлы ялда. Уның юлын апайым Линара дауам итә, опера һәм балет театрында тегенсе булып эшләй. Ялға ҡайтҡанымда уға минән тынғы юҡ инде: төрлө сәхнә күлдәктәрен унан тектереп алам. “Юлдаш” йыры” конкурсының гала-концертында сығыш яһау өсөн бейеүсе ҡыҙҙарыма костюмдарҙы апайым текте. Тамашасылар минең йырым менән генә түгел, апайымдың ҡул хеҙмәте менән дә таныша ала. Тағы ла ғаиләбеҙҙә ағайым, еңгәйем һәм уларҙың ике улы бар. Атай-әсәйем сәхнәлә йырлап йөрөмәһә лә, ике яҡтан да олатайҙарым талантлы. Әсәйемдең атаһы Хажиәхмәт тураһында әйтеп үткәйнем инде, ә атайым яғынан Байым Усман улы Иҙрисов мандолинала матур уйнаны һәм йырланы. Уларҙың йыр-моңдарын тойоп үҫкәнгәлер, һәр саҡ йырсы булырға, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға хыялландым.
Сәхнә талантлыларҙы ғына үҙ итә, тиҙәр. Күҙҙәре янып, бар булмышы менән тамашасыларҙы үҙенә йәлеп иткән сағыу тауышлы Лиана Иҙрисова, сәнғәт донъяһында тәүге аҙымдарын ғына яһауға ҡарамаҫтан, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлай. Быйыл, уҡыуын тамамлағас, белемен юғары уҡыу йортонда камиллаштырырға ниәтләй. Сәхнәне, ижадты тормош маҡсаты тип алған Лиананың был ниәте лә мотлаҡ тормошҡа ашыр. Сөнки ул йырҙың бәҫен дә, тәмен дә, йәмен дә тойоп йәшәй һәм ижад итә.
Гөлнур Ҡыуатова.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»