31.10.2014 Һыҙҙырт, егет, ҡурайыңды...
мәҙәниәт донъяһында бер-береңде күтәрмәләр дуҫтарың, ихлас, әүҙем тамашаларың булыуы мотлаҡ. Ни өсөн тигәндә, мәҙәниәт йыр-бейеү, күңел асыу ғына түгел. Уның нигеҙендә тәрбиә лә, рухи ҡиммәттәр ҙә, киләсәктә тарихта һаҡланып ҡалыр мөһим, иҫтәлекле ваҡиғалар ҙа ята.
Белорет районына сиктәш кенә ятҡан Учалы районының Ҡобағош ауылы мәҙәниәт йорто белореттар менән ныҡлы хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ булдырған тиһәк, һис тә хата булмаҫ, моғайын. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тигән йоланы һаҡлап, бер-береһенең ойошторған мәҙәни сараларында ихлас ҡатнашып, уларға йәм, мәртәбә өҫтәп, үҙ-ара ҡунаҡҡа саҡырышып, тәжрибә уртаҡлашып йәшәйҙәр.
Яҙғыһын ҡобағоштар Сермәндә үткән фольклор ансамблдәре конкурсында концерт номерҙары менән сығыш яһаһа, йәйгеһен Абҙаҡ, Сермән халҡы Учалы еренә ҡунаҡҡа барҙы һәм “Ауылымдың бер көнө” байрамында ҡатнашты. Ҡобағош сәхнәһендә Асы ауылының “Еңгәләр”, Әбйәлил районы Амангилде ауылының “Сәсмәүер” фольклор ансамблдәренең йола байрамын күрһәтеүе лә матур, сағыу ваҡиғаларҙың береһе булды. Әбйәлил районының Байым ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҙғарылған “Күбәләк биҙәктәре” байрамы ла мәҙәниәт йортоноң ҡайнап йәшәүенә, буш тормауына асыҡ миҫал. Был байрамдың маҡсаты – башҡорт милли кейемдәрен пропагандалау, йәш быуында боронғо кейемдәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу, хөрмәт тәрбиәләү ине. Байрамда бик күптәрҙең ҙур теләк менән ҡатнашыуы, күргәҙмәгә төрлө йылдарҙа тегелгән күлдәк өлгөләрен килтереүе халыҡтың милли кейемдәргә битараф булмауын күрһәтте. Бигерәк тә 30-сы, 40-сы йылдарҙағы, милли орнаменттар менән һылыуҡай конкурсына, никах туйына тегелгән күлдәктәр күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Әлбиттә, мәҙәниәт донъяһында бер-береңде күтәрмәләр дуҫтарың, ихлас, әүҙем тамашаларың булыуы мотлаҡ. Ни өсөн тигәндә, мәҙәниәт йыр-бейеү, күңел асыу ғына түгел. Уның нигеҙендә тәрбиә лә, рухи ҡиммәттәр ҙә, киләсәктә тарихта һаҡланып ҡалыр мөһим, иҫтәлекле ваҡиғалар ҙа ята. Шуға күрә лә был өлкәне үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереүселәрҙең тырышлығын юғары баһалап китмәйенсә булмай. Ә инде үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, күршеләр менән дә уртаҡ тел табып, эшләй һәм йәшәй белгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ихтирам тыуҙыра.
Ҡобағош ауылында үткән “Ҡурай байрамы”на ла райондың күрше ауыл мәҙәниәт йорто директорҙары, китапханасылар, Белорет районынан атаҡлы ҡурайсы, донъяның 17 илендә сығыш яһаған Мөхәммәт Түлебаев, билдәле һәүәҫкәр композитор Мөхәррәм Сәлимов, Сермән ауылы ҡурайсыһы Әсҡәт Хәйернуров, әлеге ваҡыта Учалы музыка-сәнғәт училищеһының өсөнсө курсында белем алыусы Фидан Сибәғәтов һәм нәҫел ептәре Ҡобағош ауылынан булған 12 йәшлек йәш ҡурайсы Арыҫлан Таипов байрамға саҡырылды.
Ҡунаҡтарҙы клуб фойеһында йола буйынса ҡаршы алғас, ошо ауылда тыуып үҫкән, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, республикала ғына түгел, сит илдәрҙә лә уның данын таратҡан, сәсәниә, бейеүсе Фәриҙә Ҡәләмова барыһын да үҙе яҙған шиғыры менән сәләмләне. Миндәк ауыл хакимиәте башлығы Р. Ғибәҙуллин сараға йыйылыусыларҙы сәләмләгәс, бындай байрамдарҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙәге, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт уятыуҙағы оло әһәмиәтен билдәләне.
Кисәне Ҡобағош ауылы мәҙәниәт йорто директоры Мәрйәм Хәсән ҡыҙы Бакирова алып барҙы. Ул башҡорт халҡының ҡурай менән яуҙаш та, серҙәш тә һәм һис айырылмаҫ дуҫтар ҙа булыуын тағы бер тапҡыр тамашасы хәтеренә төшөрҙө. Байрамды ҡурай моңо менән бергә йыр, бейеү ҙә биҙәне. Ә инде быйыл 86 йәшен тултырған мәшһүр йырсы Абдулла Солтановтың ҡурайсылар менән бергә сығыш яһауы сараға айырыуса мәртәбә, йәм өҫтәне. Оло йәштә лә үҙенең талантын, моңон юғалтмаған йырсының һаман да сәхнә түрендә булыуы барыһында ла һоҡланыу уятты.
Байрам һуңында Мәрйәм Хәсән ҡыҙы “Ҡурай байрамы”нда ҡатнашҡан бөтә ҡурайсыларға ла Дипломдар тапшырҙы һәм ойошторолған сараға йәм, мәртәбә өҫтәгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ йәш ҡурайсы Фидан Сибәғәтовҡа Ҡобағошта үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны, байрамдарҙы үҙенең ҡурай моңо менән биҙәгәне өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Э. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»