31.10.2014 Йәш музыканттар – буласаҡ “йондоҙ”ҙар
Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең төрлө бүлектәрендә бөтәһе 240 бала белем ала, шуларҙың 75-е төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Мәктәп 1970 йылда асыла. 1997 йылдан художество, башҡорт фольклоры, хореография бүлектәре асылғас, уға сәнғәт мәктәбе статусы бирелә. 2006 йылдан ул яңы исем ала – З. Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе тип йөрөтөлә башлай.
Әлеге ваҡытта балалар өсөн халыҡ (баян, аккордеон), башҡорт халыҡ (ҡурай, думбыра), ҡыллы-һыҙғыслы (скрипка), фортепиано, тынлы (флейта, саксофон, кларнет, туба, труба һ.б.) музыка ҡоралдары бүлектәре эшләй. Быйыл 60 бала уҡырға килгән. Сәнғәт мәктәбенең музыка башҡарыу бүлектәре яңы уҡытыу программаһына күсте. Киләсәктә музыка ҡоралдары алыу ҡаралған.
Ильяс Ҡаразбаев (З. Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе), Ансар Мәғизов һәм Байрас Аҡанаев (Мораҡ башҡорт гимназияһы) (һулда) башланғыс кластарҙа белем ала. Ҡурай бүлегенә (уҡытыусылары – Юлай Ҡыҙрасов) күңел тартты, ти улар. Быйыл беренсе тапҡыр уҡырға килеп, милли ҡоралдың бөтә нескәлектәренә төшөнмәксе. Бүлектә бөтәһе 17 уҡыусы шөғөлләнә.
Салауат Иҙелбаев (думбыра), Татьяна Емельянова (фортепиано), Аяз Наҙарғолов, Тимур Дәминдәров (тынлы ҡоралдар), Дмитрий Сюпов (баян), Анжелика Нечаева (скрипка) (уңда) бер нисә йылдан сәнғәт мәктәбен тамамлаясаҡ. Уҡытыусылары Гөлнур Зәйнәева, Елена Дмитриева, Салауат Наҙарғолов, Ирина Ильина уҡыусыларына төплө белем бирә. Бәлки, улар араһында буласаҡ билдәле музыканттар, композиторҙар, милли музыка ҡоралдарын пропагандалаусылар табылыр. Барыһын да ваҡыт күрһәтер.
24 сентябрҙә Салауат музыка колледжында Башҡортостандың көньяғына ҡараған сәнғәт мәктәптәре директорҙары кәңәшмәһендә 2013 – 2014 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса З. Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларҙың һәм концертмейстерҙарҙың профессиональ эше, ижади эшмәкәрлеге, абитуриенттарҙы әҙерләгәне һәм сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»