19.10.2019 19 октябрь
Ғибәҙәтов Рафиҡ Абдулхаҡ улы (19.10.1939), юрист, дәүләт эшмәкәре. 1983–1993 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының юстиция министры. 1989 йылдан Башҡортостан Республикаһының Юристар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының I саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылынан.
Мелентьев Александр Иванович (19.10.1939), ғалим-микробиолог, йәмәғәтсе. 2004–2015 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты директоры. 1998 йылдан Рәсәй Хитин һәм 2004 йылдан – Төбәк ара микробиология йәмғиәттәренең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
Лукьянов Аркадий Викторович (19.10.1959), ғалим-философ. 1987 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1994), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.