«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 26 сентябрь



26.09.2019 26 сентябрь

Попова Надежда Александровна (26.09.1944), спортсы, юғары категориялы тренер. 1993 йылдан Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервы спорт мәктәбенең өлкән тренер‑уҡытыусыһы, 1998 йылдан — директоры, 2009 йылдан — тренер‑уҡытыусыһы. Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Вәлиев Руслан Зөфәр улы
(26.09.1949), ғалим-физик, 1996—2004 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), физика-математика фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2015), Башҡортостан комсомолы премияһы (1977), Германияның Гумбольдт исемендәге фонд премияһының ике тапҡыр лауреаты (2001, 2007). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Лосинка ҡасабаһынан.

Хәйерова Людмила Олеговна
(26.09.1949), хеҙмәт ветераны. 1970–2011 йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең әйҙәүсе мөхәррире, ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт редакцияһының етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
Мөхәсимова Рәлинә Риф ҡыҙы (26.09.1964), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1984 йылдан Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Бигәнәй ауылынан.

Йосопов Марсель Жәлил улы
(26.09.1984), спортсы, көрәшсе, йәмәғәтсе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы. Көрәш буйынса ике тапҡыр Европа, күп тапҡырҙар Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы. Рәсәй Федерацияһының спорт мастеры.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға