11.10.2019 11 октябрь
Кәлиев Ибраһим Әҙиәт улы (11.10.1959), ғалим-математик, юғары мәктәп эшмәкәре. 2003—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында математика анализы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2007—2011 йылдарҙа физика‑математика факультеты деканы, 2009—2011 йылдарҙа Математика һәм тәбиғәт фәндәре институты директоры. Физика‑математика фәндәре докторы (2002), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2010). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Аҡ Яйыҡ районының Бударин ауылынан.
Рыкин Роман Владимирович (11.10.1974), балет артисы. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993). «Терпсихора байрамы» (Баҡы, 1991) Бөтә Союз балет артистары конкурсы, «Арабеск» (Пермь), 1992), Лозанна (Швейцария, 1993), Будапешт (1994) һәм Джексон (АҠШ, 1995) ҡалаларында үткән халыҡ‑ара балет артистары конкурстары лауреаты; С. П. Дягилев исемендәге Халыҡ-ара йәш балет артистары конкурсы (1992, Мәскәү) дипломанты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.