RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

10.10.2019 10 октябрь

Бөгөнгө юбилярҙарАскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы (10.10.1924—27.09.2007), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Нуриман районының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән ошо райондың Сураш ауылынан.

Сөләймән Муллабаев (10.10.1924—20.04.2003), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, уҡытыусы. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы Иҫке Юлдаш ауылынан.

Баязитова Бәширә Мөхөтдин ҡыҙы
(10.10.1929—2015), элемтә тармағы алдынғы. 1968–1985 йылдарҙа Баймаҡ районының Түбә почта бүлексәһе етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе.

Хәлимуллин Тәлғәт Хәлимулла улы
(10.10.1929—2015), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1942–1989 йылдарҙа Ҡариҙел районының «Мерәсем» совхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Мерәсем ауылынан.

Шакирова Фәниә Ғәли ҡыҙы
(10.10.1934), хеҙмәт ветераны. Хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың элекке бүлек мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Исмәғилев Флүр Рәшит улы
(10.10.1944, ғалим-инженер‑электромеханик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1973—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының административ‑хужалыҡ эштәре буйынса проректоры. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм артабан Өфө дәүләт авиация техник университеты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2003—2009 йылдарҙа — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса, 2009 —2013 йылдарҙа — ойоштороу‑хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Нимесләр ауылынан.

Мәрҙәнов Зиннур Шәйхулла улы (10.10.1944), дәүләт эшмәкәре, эске эштәр органдары ветераны. 1993—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе. Милиция полковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Баҡалы районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Үҫтем ауылынан.

Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы
(10.10.1964), бейеүсе, балетмейстер, режиссер-ҡуйыусы, ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (1997). Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2000) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы (1996) лауреаты.

Азамат Юлдашбаев
(10.10.1964), уҡытыусы, журналист, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005). Башҡортостан Республикаһының мәғәриф отличнигы. Рәсәйҙең В. М. Шукшин исемендәге әҙәби конкурсы лауреаты. «Йыл уҡытыусыһы» республика бәйгеһе еңеүсеһе (1996). «Халҡым йөҙө» премияһы лауреаты (2013). «Илһам шишмәһе» төбәк-ара поэзия фестивалендә Гран-при яулаусы.




Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ






Башҡа көндәрҙең юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар1 ноябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар19 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар18 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар17 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар16 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар15 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар14 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар13 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар12 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар11 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар9 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар8 октябрь юбилярҙары