05.10.2019 5 октябрь
Бәҙрүш Моҡамай (5.10.1909—20.09.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Лякишев Николай Павлович (5.10.1929—18.11.2006), ғалим-металлург. 1987—2004 йылдарҙа А. А. Байков исемендәге Металлургия һәм материалдарҙы өйрәнеү ғилеме институты директоры. СССР Фәндәр академияһы академигы (1987), Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), техник фәндәр докторы (1975), профессор (1979). Ленин премияһы (1976), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1970), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2002), Демидов премияһы (2005) лауреаты. Ленин (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Орёл өлкәһенең Покровка ауылынан.
Әҙеһәмов Юнир Самат улы (5.10.1929—24.09.1994), ғалим—педагог, партия һәм дәүләт органдары, мәғариф хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1978—1988 йылдарҙа Йылайыр ауыл хужалығы техникумының директор урынбаҫары һәм директоры. 1968 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылынан.
Ғилфанов Дәбир Тимерхан улы (5.10.1949), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1994—2004 йылдарҙа Краснокама районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы һәм аҙыҡ түлек идаралығы етәксеһе; 2005—2006 йылдарҙа хакимиәттең бүлек етәксеһе, 2006—2009 йылдарҙа — эштәр идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2007), райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Йәнйегет ауыл Советына ҡараған Яңауыл ауылынан.
Шәйхисламов Рәшит Бәҙретдин улы (5.10.1959), ғалим-тарихсы, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Арҡауыл ауылынан.