18.09.2019 18 сентябрь
Третьякова Ольга Николаевна (18.09.1909—19.09.1975), ғалим-ветеринар. 1948—1963 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1968), профессор (1968). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа ҡалаһынан.
Баскаков Анатолий Михайлович (18.09.1939—16.10.2010), ғалим-педагог, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1986–1994 йылдарҙа хәҙерге Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының педагогика һәм психология кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Почёт ордены кавалеры (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Крепостной Йылайыр ауылынан.
Плечев Владимир Вячеславович (18.09.1949), ғалим-хирург. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан — госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте полковнигы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2018), медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Рәсәй Федерацияһының (2010), Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013), А. Н. Бакулев исемендәге премия (2004) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.