10.09.2018 Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» 58,39% тауыш йыя
Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ышаныслы алдынғылыҡта килә. Һайлау бюллетендәренең 97% эшкәрткәндән һуң берҙәм республика округы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре һайлаусылар исемлегенә индерелгән халыҡтың 58,39% тауышын йыя.
Икенсе урында «КПРФ» — 18,73%. Тәүге өсәүгә 9,91 % һөҙөмтә менән ЛДПР парламент партияһы инә. Башҡортостанда «Ғәҙел Рәсәй» — 5,47%, «Рәсәй патриоттары» — 4,01%, «Йәшелдәр» Рәсәй экологик партияһы 1,99% йыйҙы.
Башҡортостанда 9 сентябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм төбәктең урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау уҙҙы. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә – йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, бөтәһе 22 һайлау кампанияһы үтте. 147 мандат билдәләнде.
Тауыш бирергә килеүселәр һаны 49,19% тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында.