10.09.2018 Рөстәм Хәмитов: «Һайлауҙар ғәҙел, яҡшы, тыныс шарттарҙа уҙҙы»
«Берҙәм Рәсәй» партияһы Рәйесе, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтары буйынса төбәктәр менән видеоконференция режимында селектор кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Башлығы, Партияның Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау тураһында һөйләгәндә, партия Рәйесе уның етди һәм конкурентлы үтеүен билдәләне.
— Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса фекер йөрөткәндә, һөҙәмтәләр бик яҡшы, лайыҡлы, — тине Дмитрий Медведев. — Шуға күрә һеҙҙе һайлау кампанияһын уҙғарыу менән ҡотлайым һәм уңыштар теләйем.
— Һәр ваҡыттағыса, Башҡортостан һайлауҙар уҙғарыу йәһәтенән әүҙем эшләне. Беҙҙә һөҙөмтәләр яҡшы – һайлаусыларҙың яҡынса 50 проценты — 3 миллион һайлаусынан 1,5 миллионы һайлау участкаларына килде, — тип хәбәр итте республика етәксеһе. — Әле бюллетендәрҙең 27 проценты эшкәртелгән. «Берҙәм Рәсәй» 61 процент һөҙөмтә менән еңә. Беҙҙең бер мандатлы кандидаттар һәйбәт эшләне. 55 округтан күбеһенсә «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре һәм ул тәҡдим иткәндәр еңә. Әле уҡ 40 округта еңеүебеҙ аңлашыла.
Һайлаусыларҙың яртыһынан күберәге һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ярҙамында тауыш бирҙе, тип билдәләне республика Башлығы. Атап әйткәндә, Өфөлә һайлау участкаларының 95 проценты КОИБ-тар менән тәьмин ителде.
- Ул һайлауҙарҙың ғәҙел, яҡшы, тыныс, аңлы шарттарҙа үтеүе тураһында һөйләй. Һөҙөмтә лә, һис шикһеҙ, ғәҙел буласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһап, Дмитрий Медведев «Берҙәм Рәсәй» һайлауҙарҙа лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте тип билдәләне.
— Партия тотороҡло сығыш яһаны һәм, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлауҙар булған Федерация субъекттарының бөтә закондар сығарыу органдарында ла тиерлек алдынғылыҡты һаҡлай, — тине партия Рәйесе. — Ни тиһәң дә, был турала яҡынса тикшеренеүҙәр, экзит-пол мәғлүмәттәре, ә ҡайҙалыр һайлау комиссиялары һанаған иҫәптәр менән бәйле мәғлүмәттәр ҙә дәлилләй.
Уның һүҙҙәренсә, партия тәҡдим иткән йәки хуплаған төбәк етәкселәре вазифаһына кандидаттар ҙа уңышлы сығыш яһаны.
— Депутат мандаттары, Федерация субъекттарының юғары вазифалы кешеләренең вәкәләттәре, губернатор вәкәләттәре кеүек, үҙ илеңә, халҡыңа хеҙмәт итеү һәм алдыбыҙҙа торған ғәйәт ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бирелә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев.