09.09.2018 Экология темаһы ла онотолманы
"Зеленые" сәйәси партияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе Руфина Алик ҡыҙы Шагапова экология проблемаларының Башҡортостанда ғына түгел, бар донъяла киҫкен тороуы, был турала мөрәжәғәттәр ҙә күп булыуы тураһында һөйләне. Уларҙы системалы хәл итер өсөн бар тырышлығын һалған командаһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.