09.09.2018 Алыҫтан да ташыйҙар
Башҡортостанда айырым участкалар ойоштороу урынһыҙ булған алыҫ һәм аҙ халыҡлы пункттарҙа йәшәүселәр өсөн һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыу ойошторолған. Өс мең ауылда йәшәүселәр бушлай ауыл биләмәләре үҙәгенә барып килә ала. Ташыу өсөн мәктәп автобустары йәлеп ителгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы һәм Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рөстәм Исхаҡов.