09.09.2018 Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политологтар брифинг уҙғарҙы
"Федераль кимәлдәге һайлау менән төбәк һайлауы араһында ниндәй айырма бар? Статистика буйынса, федераль һайлауҙа халыҡ айырыуса әүҙем, ил Президенты йәки парламентын һайлауға граждандар яуаплыраҡ ҡарай. Ә Башҡортостан һайлаусылары - федераль һәм региональ һайлауға бер тигеҙ ҡараған яуаплы һәм дисциплиналы граждандар иҫәбендә. Был йәһәттән, беҙҙең төбәк башҡа субъекттарҙан айырылып тора. Бына мин һеҙҙең алдығыҙҙа сығыш яһағандан һуң, тауыш бирергә барасаҡмын", - тине спикер Сергей Лаврентьев.
БР Үҙәк һайлау комиссияһының "ҡыҙыу линия"һы телефоны 8-800-347-54-54 номеры буйынса эшләй.