«Йәшлек» гәзите » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы » Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк



15.04.2017 Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк

Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәкҠайныбыҙ Айытбай һәм бейемебеҙ Рәхимә Ҡәҙерғоловтар балаларын, бәхет нигеҙе – тырыш хеҙмәттә, тип тәрбиәләй

Мул һыулы, гүзәл тәбиғәтле Ейәнсура ерендә егәрле матур ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе – Үрге Бикбирҙе ауылында йәшәүсе ҡайным Айытбай Кинйә­бай улы һәм бейемем Рәхимә Сәйеткәрәй ҡыҙы Ҡәҙерғоловтар.
Алтмыш йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, алты балаға ғүмер бүләк итеп, һоҡланғыс тормош юлы үткән ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләре улар.
Ҡайным заманының алдынғы ҡарашлы кешеһе, уның ҡулынан килмәгән, белмәгән һөнәре юҡ. Тәүҙә колхозда, аҙаҡ урман хужалығында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ауылда ғына түгел, районда иң беренселәрҙән булып үҙ ҡулдары менән бесән сабыр­ға, утынға йөрөргә, хужалыҡ эштәрендә тотонорға трактор йыя.
Ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тигән тапҡыр мәҡәл нәҡ ҡайным тураһында. Бал ҡорто тотоу, умарта, йөн, дебет тетеү өсөн станоктар эшләү, быйма баҫыу, скрипкала, мандолинала уйнау – барыһы ла ҡулынан килә. Балаларына үҙе белгән һөнәр­ҙәрҙе өйрәтеп, егәрле итеп тормош юлына баҫтыра. Һәр береһенә өй һалышып, ярҙам итеп, атайлыҡ бурысын еренә еткереп башҡара.
“Кесе Һүрәм” ансамбле составында бик оҙаҡ йылдар концерттар ҡуйып, Өфө, Мәскәү ҡалаларында сығыш яһап, лауреат исеменә лайыҡ булды.
Һоҡланғыс, оло йөрәкле бейемем – ҡайныма, беҙгә терәк-таяныс. Ғүмерен колхоз эшенә бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡас та эштән йәм табып йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ойоҡбаштар, бейәләй­ҙәр, төҫлө ептән ултырғыс япмалары бәйләп, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡыуандыра.
Барлыҡ балаларына, килен-кейәүҙәренә, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк бит улар. Хоҙай уларға һаулыҡ, имен ҡартлыҡ, бәхетле оҙон ғүмер бирһен.

Килендәре Зөлфиә ҠӘҘЕРҒОЛОВА.
Ейәнсура районы,
Үрге Бикбирҙе ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға