«Йәшлек» гәзите » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошло



13.04.2017 Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошло

Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошлоРайхана һәм Сабир Күжәбаевтар хеҙмәттә лә, донъя көткәндә лә һынатмай
Ҡәҙерле кешеләребеҙ хаҡында яҙып, уларға оло хөрмәтебеҙҙе белдерергә мөмкинлек биргән “Йәшлек”кә ҙур рәхмәт! Минең ҡайны-ҡәйнәм, Райхана һәм Сабир Күжәбаевтар, бына инде 35 йыл Бөрйән районының Әтек ауылында татыу өлгөлө ғаилә булып йәшәй.

Ҡайным бер нисә йыл элек “Йәшлек”-фараз” конкурсында еңеп, ҡайны-ҡәйнәм хаҡында журналист Айбулат Ишназаров яҙып сыҡҡайны инде. “Семәрле тәҙрә ҡапҡастары, фронтон менән тирә-яҡты йәмләгән ҡапҡа ла тап башҡорт рухына хас ете ҡырлы ҡурай тажы менән биҙәлгән”, – тип башлаған ине ул мәҡәләһен. Ысынлап та, ҡайнымдың тырыш, оҫта ҡуллы кеше икәнлеген матур йорто дәлилләп тора. Әйткәндәй, ауыл буйынса үткәрелгән “Иң матур өй” һәм “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамындағы ошондай уҡ номинацияла 1-се урын яулағайны.
Ҡайным “Бөрйән” совхозының “Алға” бүлексәһендә тракторсы булып эшләгән. 1996 йылда район буйынса үткәрелгән ярыштың еңеүсеһе була. Ғөмүмән, үҙ эшенең оҫтаһы булған тәжрибәле механизаторҙың һөҙөмтәле хеҙмәтен Маҡтау ҡағыҙҙары ла раҫлап тора. 2010 йылғы яҙғы баҫыу эштәрендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн баш ҡалаға ауыл хужалығы йыйылышына бара, Башҡортостан Республи­каһының почет грамотаһы менән бүләк­ләнә.
Йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡайным бейеүгә лә маһир. Концерттарҙа сәхнәне бер итеп бейей.
Ҡәйнәм хаҡында һөйләр алдынан уның бала сағынан бер хәтирәне яҙайым. Мәктәптә уҡып йөрөгән ҡәйнәм буш ваҡытында атаһына “Ал­ға” бүлексә­һенең аттарын ҡарарға ярҙамлаш­ҡан. Аттар уға ныҡ өйрәнә, ҡайһылары артынан ҡалмай эйәреп йөрөй. Бер ва­ҡыт өйөр ай­ғырын тоторға тип бүлексәнән бер ир кеше килгән. Айғырҙы оҙаҡ ҡына тота алмағас, ҡәйнәмде, ҡыҙ баланы, саҡырғандар. Батыр ҡыҙ ҡурҡып тормаған, теге ағайға өйөр айғырын тотоп биргән. Ҡыйыу, тырыш, шул уҡ ваҡытта аҙ һүҙле, аҡыллы ҡәйнәм эшендә лә уңыш тигән айғырҙы тотоп ауыҙлыҡлаған.
Ул ауылдағы почта бүлексәһендә бына инде 41 йыл эшләй. Гәзит-журналға яҙылыу кампанияһын йыл да уңышлы үткәрә. Район гәзитендә уның әүҙемлеген, хеҙмәтен маҡтап мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Эшен баһалаған Маҡтау ҡағыҙҙары ла күп, 2016 йылда “Башҡортостан Респуб­ликаһының почта элемтәһе оҫтаһы” тигән исем дә бирелде.
Ҡәйнәм бик егәрле тиһәм, аҙ булыр төҫлө. Сөнки уның тик кенә ултырғанын күрмәҫһең. Һәр саҡ эш менән мәшғүл. Ул үҙенең миҫалында мине лә эш рәтенә өйрәтте һәм өйрәтә. Бер ауыр һүҙ әйткәне юҡ, киреһенсә, һәр ваҡыт һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итә.
Ҡәйнәм аш-һыуға ла оҫта. “Бәлештәре бигерәк тәмле була, ҡамырын нисегерәк эшләй икән?” – тип һоҡланыусылар етерлек.
Ҡайны-ҡәйнәм ике балаһына ла матур тәрбиә биргән. Бикәсем Динә лә егәрле, ҡул эшенә лә оҫта. Ул район мәғариф бүлегендә эшләй. Ирем Зәбир ауылдағы туғыҙ йыллыҡ мәктәптең етәксеһе.
Ҡайны-ҡәйнәм менән беҙ һигеҙ йыл бергә татыу ғына йәшәнек. Уларҙың ейән-ейән­сәр­ҙәрен – Артур, Азалия, Илмирҙы тәрбиәләүҙә өлөшө ҙур. Ғөмүмән, ҡайны-ҡәйнәмдең беҙгә ни тиклем терәк-таяныс икәнлеген еткерә лә алмайым. Ә халыҡ тапҡыр әйткән, тос фекер­ҙе бер мәҡәлгә һыйҙырған: “Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам”. Һүҙем аҙағында ҡәҙерле кешеләребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тик шатлыҡ-ҡыуаныс­тар ғына теләйем.

Әнүзә Күжәбаева.
Бөрйән районы,
Әтек ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға