26.03.2017 Береһе - ут, икенсеһе - һыу
Сығышым менән Мәләүез ҡыҙымын. Бөрйәнгә килен булып килгәнгә 13 йыл да үтеп бара. «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам» конкурсында ҡатнашмай булдыра алманым. Сөнки улар минең иң яҡын, ғәзиз кешеләрем. Ҡайным Ғарифулла Ниғмәт улына 58 йәш. Улар ҡәйнәм менән бергә 37 йыл татыу ғүмер кисерә. Өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Тыныс, баҫалҡы, аҡыллы ҡайныма ҡарап һоҡланып бөтә алмайым. Үҙем бәләкәйҙән атай наҙынан мәхрүм булғанға күрә ул миңә үҙ атайымдай яҡын. унан бер ҡасан да ауыр һүҙ ишеткәнем булманы һәм, Алла бирһә, ишетмәҫмен дә тип ышанам. Ике киленен дә яҡын күрә, тигеҙ ярата ул. Һәр саҡ ярҙам итеп тора. Икебеҙ генә белгән серҙәребеҙ ҙә бар. килен булып төшкән тәүге йылдарҙа булды был хәл. Ҡәйнәмдәр ҡунаҡ саҡырғайны. Мине ҡәйнәм һыйыр һауырға сығарҙы ла, үҙе ҡунаҡтарҙы ҡараны. Эй, һыйыр сәбәләнә, үҙенә яҡын да ебәрмәй. Ни эшләргә белмәй ҡурҡып ҡалдым, өйгә инеп әйтер инем, оялам, ят кешеләр ҙә күп. Шул саҡ ҡайным, тышта йөрөй ине, ярҙамға килде. “Һә” тигәнсе һыйырҙы һауҙы ла бирҙе, ә мин быҙауға тип алып сыҡҡан икмәк киҫәген тотҡан килеш аптырап торам. Беҙҙең яҡта быҙауҙы һыйырға ҡушмай торғайнылар бит. Ә иң ҡыҙығы, биҙрәләге һөттө тотоп өйгә ингәс, маладис киленең, һыйырын да һауа икән, тигәндәргә нисек инде, мин түгел, ҡайным һауып бирҙе, тип әйтәһең. Шундай ҡыҙыҡ та, уңайһыҙ ҙа хәл килеп сыҡты.
Миңә ҡайнымдың холҡондағы иң оҡшаған сифат – ҡәйнәм әрләгән ваҡытта ул һәр саҡ тыныс, хатта йылмайып яуап ҡайтара (был сифатын үҙемә лә үҙләштерҙем, шөкөр, юҡ-барға өйҙә ғауға ҡупмай). Ә шулай ҙа ул ысын мәғәнәһендә өйҙә хужа ла була белә. Улдарына ла матур тәрбиә бирә алған. Уларға күркәм итеп ауылда йорт та һалышты.
Ҡайнымдың яратҡан шөғөлө – солоҡсолоҡ. Беҙҙе донъялағы иң шифалы, файҙалы солоҡ балы менән һыйлай. Хәҙер был шөғөлөн үҫеп еткән ейәндәренә лә өйрәтә. Хоҙайға шөкөр, бәхетле атай һәм дүрт ейәненә, өс ейәнсәренә олатай ҙа ул.
Ҡәйнәм Мәрзиә Ишмөхәмәт ҡыҙына 55 йәш тула. Эйе, тап ошо матур Ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Мартта донъяға килгән ул. Уның тыуған көнөнә бүләккә шиғыр яҙып ҡараным. Ул үҙе лә һәр байрамда беҙгә матур шиғырҙар яҙып ҡыуандыра.
Килен ҡәйнә тупрағынан,
тип
Юҡҡа ғына әйтмәйбеҙ.
Ҡәйнәм менән икәүләп
Бик дуҫ ҡына йәшәйбеҙ.
Ҡулынан килмәгән эше юҡ,
Барыһына ул өлгөрә,
Бөтә эштәрҙең серен
Килен ҡәйнәһенән өйрәнә.
Иң яратып бешергәне –
Милли аҙыҡ – бауырһаҡ.
Ләкин ул аҙыҡты бешереүе
Миңә бер аҙ ауырыраҡ.
«Юҡҡа бошонма, килен», –
тип,
Мине һәр саҡ йыуата.
Балалары, килендәре тип,
Ҡәйнәм һәр саҡ йән ата.
Байрамдарҙы күңелле итеп
Үткәрергә ярата.
Сараларҙа ҡатнашып,
Мылтыҡтан да шәп ата.
Спорт менән дуҫ булырға
Балаларҙы өйрәтә.
Ейәндәрен эйәртеп,
Саңғы шыуырға китә.
Район конкурсы:
«Йыл килене»нә
Ярышҡа барып ҡайттыҡ.
Эргәмдә ҡәйнәм булғанға
Гран-приҙы яулап ҡайттыҡ.
Бына шулай ҡәйнәм менән
Йәшәйбеҙ беҙ дуҫлашып.
Бөтмәй һүҙҙәр һөйләшеп,
Сәй эсәбеҙ серләшеп.
Хатта өҫтәлдәге сынаяҡтар
Ҡарай беҙгә көнләшеп.
Зәлиә ЙӘҒӘФӘРОВА.
Бөрйән районы,
Брәтәк ауылы.