01.03.2017 Сәнғәт ене ҡағылған кешеләр
Ҡәйнәм Әлфиҙә, өлкән ҡәйнәм Еҙбикә һәм ҡайным Ғәлимйән йыр-моңға маһирлығы, донъя көтөргә әүәҫлеге менән беҙҙе һоҡландыра
“Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам” конкурсы хаҡындағы мәғлүмәтте күреп ҡалғас, үҙемдең ҡайным-ҡәйнәм тураһында яҙырға булдым. Һәр ғаиләлә тормошта таянырға ҡайны-ҡәйнә бар. Ләкин уларҙың төрлө ҡарашлыһы була. Ә бына минең ҡайны-ҡәйнәм Әлфиҙә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтар кеүектәр бик һирәктер тим. Сөнки улар ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгел, ә йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир, бер һүҙ менән әйткәндә, һоҡланғыс, сәхнә ене ҡағылған сәнғәт кешеләре.
Ҡәйнәм бәләкәй сағынан йырларға, бейергә яратҡан. Үҙенән кеселәрҙе теҙеп ултыртып, урындыҡты сәхнә итеп концерт ҡуя. Төрлө уйындар ойошторорға ла әүәҫ була, тиңдәштәренә бейеүҙәр ҙә өйрәтә. Ауылға төрлө ҡаланан килгән артистарҙың һөйләшеүҙәренә, мөләйем ҡараштарына, йылмайыуҙарына һоҡланыр булған. Ҡәйнәмдең йырсы ла, актриса ла булыу хыялы тормошҡа ашҡан инде. Сәнғәткә булған һөйөүе уны Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына алып килә. Унда бейеү бүлеген тамамлай.
Үҙе үҫкән ғаиләгә лә ижад ҡомары ҡағылған: әсәһе матур йырлай, атаһы оҫта скрипкасы булған (үкенескә күрә, улар мәрхүм инде), туғандары араһында оҫта гармунсы, ҡурайсы, думбырасы ла бар.
Ҡәйнәм егерме йылдан ашыу ғүмерен сәхнәгә бағышлаған. Әле яратҡан эшен дауам итә.
Ҡайным Ғәлимйән дә сәнғәт кешеһе. Өҙҙөрөп баянда уйнай, матур йырлай, ябай ғына ағастан күҙ яуын алырлыҡ матур һындар эшләүсе оҫта ҡуллы көслө зат тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Ҡәйнәм менән егерме алты йыл бергә йәшәү дәүерендә бик күп ҡала сәхнәләрендә сығыш яһарға тура килә. Бөгөн дә бергәләшеп ең һыҙғанып мәҙәниәт усағында эшләйҙәр. Уларҙың сығыштарын баһалаусы Маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-һаны юҡ. Гран-при, беренсе, призлы урындар, махсус бүләктәр ҙә уларҙыҡы. Үҙҙәре татыу, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәгәнгә балалары ла яҡшы тәрбиә ала. Ике улдары ла йырлай, ҡурайҙа уйнай. Ҡыҙҙары Наҙгөл дә бейеүгә, йыр-моңға ғашиҡ.
Сәнғәт кешеләре тигәс тә, йырлап-бейеп кенә йөрөмәйҙәр. Йорт эштәренә лә өлгөрәләр. Ишек алдын аллы-гөллө, хуш еҫле сәскәләргә күмеп, баҡса тултырып емеш-еләк тә үҫтерәләр.
Бөгөн ейәндәре, беҙҙең улыбыҙ Илназды ҡарашырға булышалар. Ҡәйнәм төрлө һамаҡ-бишек йырҙары менән йоҡлатһа, ҡайным баянда уйнап, бейетеп ебәрә. Бәләкәй генә, яңы тыуған сабыйҙы йыуындырып, майлауҙы ла үҙ өҫтөнә алды ҡәйнәм. Балаларына биргән тәрбиәне ейәндәренә лә бирергә тырышалар.
Ҡайным менән ҡәйнәм тормош тәжрибәләре менән дә уртаҡлашып, төрлө кәңәш бирәләр, ярҙамдарынан да ташламайҙар. Аллаға шөкөр, тим шундай һоҡланғыс, уңған, эшһөйәр, талантлы, бар яҡтан да етеш, балаларым, тип өҙөлөп торған ҡайны-ҡәйнәм булыуына. Улар беҙгә өлгө лә, үрнәк тә, маяҡ та.
Минең тағы ла бер ҡыуанысым бар. Ул минең өлкән ҡәйнәм – Еҙбикә Әғзәм ҡыҙы Ултраҡова. Ул үҙе бер “серле һандыҡ” инде. Матур итеп йырлап та ебәрә, шиғырҙар ҙа яҙа, хатта дәртләнеп бейеп тә китә. Әле уға – 80 йәш. Шундай алсаҡ, йор һүҙле, ярҙамсыл, кешелекле. Беҙҙең алтын хазинабыҙ тиергә лә мөмкин. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша, йорт эштәрендә лә ярҙам итә, аҡыллы кәңәштәре менән дә бүлешә.
Бына шулай минең ҡайны-ҡәйнәмдәр. Үҙҙәре талантлы, үҙҙәре уңған, бай тормош тәжрибәһенә эйә абруйлы, изге йәнле кешеләрем. Ике ҡәйнәле булыу бәхете тейгәнгә ҡыуанып бөтә алмайым. Сөнки уларҙан бик күпте өйрәнәм, үҙемә фәһем алам. Уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тулы яҡты көндәр теләйем, оло рәхмәттәремде лә еткерәм.
Әлфинә УЛТРАҠОВА.
Хәйбулла районы,
Әбүбәкер ауылы.