21.02.2017 «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»
Бөтә ил менән көтөп алған Яңы йылды ҡаршылап, уны иҫкесә лә, ҡытайса ла билдәләп, инде ныҡлап эшкә сумыуға беҙҙе тағы ла байрамдар көтә: 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар, 8 мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә. Тәүгеһен халыҡ – ир-ат, икенсеһен ҡатын-ҡыҙҙар байрамы тип ҡабул итә.
Ошо ике ҙур байрам алдынан «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам» тип аталған өр-яңы конкурс иғлан итәбеҙ. Исеменән үк күренеүенсә, маҡсатыбыҙ – гәзит уҡыусыларға тормош көткәндә ҙур таяныс булған, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашҡан, йәшәү тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашҡан ҡайны-ҡәйнәләренә рәхмәт белдереү мөмкинлеге биреү.
Бәйгенең шарттары ябай ғына: ҡайны-ҡәйнәгеҙҙең, һеҙгә ярҙам итеүҙән тыш, яратҡан шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары, тормош принцибы һәм башҡа өлгө булырлыҡ сифаттары һәм мотлаҡ тормошоғоҙҙа һеҙгә онотолмаҫлыҡ һабаҡ биргән ваҡиға тураһында редакцияға йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы хат ебәрергә кәрәк. Уға ҡушып, ғәзиздәрегеҙҙең сифатлы фоторәсемдәрен дә һалырға онотмағыҙ. Яҙмағыҙҙың күләме өс биттән артмаһын. Конверт тышына «Конкурсҡа» тигән билдә ҡуйығыҙ. Хатығыҙҙы «Йәшлек»тең электрон почтаһына ла – ye02@yandex.ru һала алаһығыҙ.
Һеҙҙән ҡыҙыҡлы хаттар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!
Мөхәрририәт.