RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

02.04.2017 Ҡарт һалдатҡа - 90 йәш

Ҡарт һалдатҡа - 90 йәшҺәр мәлгә, һәр миҙгелгә шатланып йәшәйҙәр

Сибай ҡалаһынан Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы һәм Хәбиб Шөғәйеп улы Азаматовтарҙың бергә-бергә йәшәүҙәренә быйыл теүәл 60 йыл.
Ә ғаилә башлығы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәбиб Шөғәйеп улы 90 йәшлек ғүмер үренә аяҡ баҫты

Хәбиб Шөғәйеп улы Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән. Ул беренсе класҡа уҡырға барғанда әсәләре донъя ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Нәжип ағаһы фронтҡа алына. Ырымбур өлкәһендә йәш командирҙар әҙерләү курсында уҡыған Хәбибкә лә Ватанын һаҡларға барырға ваҡыт етә. НКВД ғәскәрҙәренә эләккән егет I Балтик фронты составында һуғыша. Тәүге сирҡанысты Витебск өлкәһендә ала. Кенигсберг (хәҙерге Калининград) ҡалаһын фашистарҙан азат иткәндә ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Бөйөк Еңеүҙе лә шунда ҡаршылай.
– Нәжип ағайым да шул Кенигсбергта авиация ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Бер тирәлә йөрөһәк тә, ул тарафтарҙа осрашыу бәхете теймәне, – ти Хәбиб Шөғәйеп улы.
18 йәшлек кенә башҡорт егете яу яланында дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкәне өсөн II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Уның түшен шулай уҡ «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы һәм башҡа бик күп награда биҙәй. һуғыштан һуң өлкән сержант дәрәжәһенә еткәнсе хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта. НКВД ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән егетте Дәүләт хәүефһеҙлеге министрлығының Баймаҡ бүлексәһендә ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Эске органдарҙа эшләп йөрөгән мәлдә күрше Ғәҙелбай ауылы һылыуы Мөкәрәмәгә күҙе төшә. Һуғыш арҡаһында бик күп михнәт күргән ҡыҙ ҙа һалдаттың мөхәббәтен инҡар итмәй. Йәштәр ғаилә ҡороп ебәрә. 1963 йылда Азаматовтар Сибай ҡалаһына күсеп килә.
Таусылар ҡалаһында Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы заготсбытбазала, элеваторҙа, орлоҡ станцияһында эшләй. Намыҫлы хеҙмәте төрлө Маҡтау ҡағыҙы, грамота менән билдәләнә. Хәбиб Шөғәйеп улы иһә «Сельхозтехника»ла эшләп хаҡлы ялға сыға. ҡала ҡасабаларының береһендә мал көтөп, баҡса үҫтереп матур йәшәй улар. Өлкәнәйә килә фатирға күсһәләр ҙә, баҡсанан айырылмайҙар.
– Донъябыҙ етеш, теүәл. һуғыш михнәттәрен күрһәк тә, оҙон ғүмер кисереүебеҙ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙандыр, тим. Хәләл ефетем минән 10 йәшкә кесе, йәшлеге миңә күскән кеүек. Уның менән яу юлым үткән тарафтарҙа, Кенигсбергта бер нисә тапҡыр булдыҡ, – тип хәтирәләргә бирелә ветеран. – Мөкәрәмәм аш-һыуға оҫта, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуға әүәҫ. Аллаһы Тәғәлә беҙгә бала һөйөү бәхетен бирмәһә лә, бушлыҡ тоймайбыҙ. Ағайымдың, һеңлемдең балалары беҙҙе ташламай, инәй-олатай тип өҙөлөп тора. «Азатлыҡ» социаль үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамдарынан айырмай. Олоғайған көнөбөҙҙә ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, парлы ғүмер кисереүебеҙ – үҙе ҙур бәхет. Йылдар үткән һайын был ғүмерҙең ҡәҙере көнләп үҫә генә икән ул. һәр мәлде, һәр миҙгелде шатланып ҡаршы алабыҙ.
Оло йөрәкле яугирға һәм уның хәләл ефетенә сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныста-шатлыҡта 100 йәшкә ҡәҙәр йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Гөлдәр Ҡадаева.










Оҡшаш яңылыҡтар



Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк

15.04.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк


Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошло

13.04.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошло


Ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы ла

11.04.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы ла


Бер-береһенә лә, беҙгә лә таяныс улар

28.03.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Бер-береһенә лә, беҙгә лә таяныс улар


Береһе - ут, икенсеһе - һыу

26.03.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Береһе - ут, икенсеһе - һыу


Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!

23.03.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!


Сәнғәт ене  ҡағылған кешеләр

01.03.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Сәнғәт ене ҡағылған кешеләр


Улар беҙгә үҙ  атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!

21.02.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Улар беҙгә үҙ атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!


«Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»

21.02.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 12-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.03.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 12-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 10-сы һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

11.03.2016 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 10-сы һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары