«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”



02.05.2014 “Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”

“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”Яратышып табышҡан үҙ парың менән татыу йәшәп, донъя мәшәҡәттәренән ҡурҡып ҡалмай балалар үҫтереү донъялағы иң ҙур бәхеттер ул. Ана шундай ғаиләләрҙең береһе – Руслан һәм Альбина Баһаует­диновтар тураһында һүҙем.
Руслан менән Альбина Ишембай районының Ҡа­наҡай ауылында тыуып үҫкән. Икеһе лә ауылда урта мәктәпте тамамлай. Һуңғы класта ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты тоҡана. Ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18-се һөнәрселек училищеһына ашнаҡсы һөнәренә уҡырға инһә, егет Ишембайҙа 21-се училищела белем ала. Альбина ҡулына диплом алыр алдынан йәштәр 30 мартта гөрләтеп туй үткәреп тә ебәрә.
Баһауетдиновтар Салауат ҡа­лаһына күсеп килә. Ғаилә башлығы “Гасанов” шәхси предприятиеһына фасовкалаусы булып урынлаша, унда ете йыл тирәһе эшләй. Ә Альбина икмәк комбинатында ашнаҡсы була. Тәүге улдары донъяға килгәс, йәш парҙың шатлыҡтарының иге-сиге булмай.
Руслан “Торлаҡ-коммуналь за­казсы“ йәмғиәтенең 5-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһында слесарь-сантехник булып яңы эшкә күсә. Алтын ҡуллы хеҙмәткәрҙе эштә лә хөрмәт итәләр, ул төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. “Торлаҡ-коммуналь заказсы“ йәмғиәттәре араһында үткән “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсында еңеүсе тип табыла, уның башҡа Почет грамоталары ла бихисап. Әйтергә кәрәк, Русландың әсәһе лә ошо уҡ участкала күп йылдар хеҙмәт итә. Улдары Рауил 7-се мәктәптең 4-се класында тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Ул “Нефтехимик” спорт һарайында дзюдо менән шөғөлләнә. Малайҙың еңеүҙәре лә күп, ҡалала үткән ярыштарҙа тик призлы урындар ғына яулай. Ике йыл элек Баһауетдиновтарҙың икенсе улдары тыуа. Уға Альберт тип исем ҡушалар. Ике бала менән улар бер бүлмәле кеше фатирында йәшәргә мәжбүр.
– Тормош иптәшем менән бергә татыу ғүмер итеүгә 12 йыл тулды. Минеңсә, ғаиләнең нигеҙе – бер-беребеҙҙе аңлап, балаларыбыҙҙың һәр ҡаҙанышын күреп, шатланып йәшәүҙә. Ишембай районы хакимиәтенең йәштәр комитетында торлаҡҡа сертификат алыу өсөн күптән сиратта торабыҙ. Былтыр беҙ сират буйынса 723 инек. 35 йәш тулырға ла күп ҡалманы. Әлбиттә, иң ҙур хыялыбыҙ – фатирлы булыу. Күреп тораһығыҙ, балаларға айырым бүлмәләр, шарттар кәрәк, – ти Альбина.
Руслан һәм Альбина Баһаует­диновтар кеүек матур ғаиләләр илебеҙҙең күрке һәм ҡото ул. Эштә лә, тормошта ла, ғаиләһендә лә һынатмаған ошондай матур парҙар­ҙан йәштәребеҙ үрнәк алһын, тыуған төйәгебеҙҙә ныҡлы, берҙәм, ғүмерлек никахтар күберәк булһын ине.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.

Салауат ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға