«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ир-егеттәр ҡоро – заман талабы



02.05.2014 Ир-егеттәр ҡоро – заман талабы

Ир-егеттәр ҡоро – заман талабыБаймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылының арҙаҡлы биш уҙаманы ҡорға тупланып, тыуған төйәгендәге тормошто үҙгәртеүгә булышлыҡ итмәксе
Советтар Союзының тарҡалыуы, үҙгәртеп ҡороуҙар һәм бөтмәҫ реформалар һөҙөмтәһендә ауыл халҡы әлеге мәлдә ауыр ваҡыт кисерә. Миҫалға тыуған ауылым – Баймаҡ районындағы Икенсе Этҡолды алғанда ла, унда ваҡытында сельпо, урман хужалығы, бер түгел, ике клуб гөрләп торҙо.
Ағас бөтөү арҡаһында леспромхоздар совет осоронда уҡ ябылды, халыҡтың берҙән-бер таянысы булған коллектив хужалыҡ, исемен ҡат-ҡат алмаштыра барып, аяныс хәлдә тороп ҡалды: техникаһы туҙҙы, малдары ла бөттө, кешеләре лә таралды. Шуны әйтергә кәрәк: колхоз-совхоздың бөтөүе илдә барған сәйәсәткә бәйле. Бөтә Ер шарында ауыл хужалығы – дотацияланған тармаҡ. 1980 йылдарҙа ил бюджетының 16 – 18 проценты уға йүнәлтелә торғайны, хәҙер иһә 2 проценты ғына. Рәсәйҙә гектарына аҡсалата ярҙам 1500 һум тура килә, АҠШ-та – 20 мең һум, Японияла – 300 мең һумдан да күберәк. Һуңғы илдә тар ғына ерҙәрендә аҙыҡ-түлектең 40 процентын үҙҙәре тәьмин итәләр. Ә беҙҙең ил, донъяла иң ҙур майҙанды биләп ятыуына ҡарамаҫтан, ярты ризыҡты ситтән ташый.
Ауыл советы, йәғни урындағы хакимиәт күрше ауыл биләмәһенә берләштерелде. Халыҡ үҙ йомошо менән Ниғәмәткә йөрөргә мәжбүр. 50-нән ашыу йорттоң ишек-тәҙрәләре ҡағылған рәүештә тора, хужалары кәсеп булған Себер тарафтарына, ҙур ҡалаларға киткән. Мәктәптә лә уҡыусылар һаны кәмеү өҫтөндә.
Хөкүмәт тарафынан бер-бер артлы ауыл хужалығына, фермер һәм ғаилә хужалыҡтарына ярҙам саралары ҡарала-ҡаралыуға. Ләкин субсидияларҙың түбән булыуы, ауыл эшсәндәре ҡулланған тауар һәм хеҙмәттәр­ҙең хаҡы йылдан-йыл шәберәк үҫеүе бәкәлгә һуға ла инде. Тулыһынса төшөнкөлөккә бирелерлек шул. Эскелек, уғрылыҡ, үҙ-үҙенә ҡул һалыу кеүек кире күренештәр ҙә күҙәтелә.
Шуныһы ҡыуаныслы: элек-электән тормоштоң ауыр мәлдәрендә халыҡ араһынан илен һәм милләтен яҡларҙай көстәр табылып торған. Яңыраҡ беҙ, ауылдың элекке мәктәп директоры, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тиҫтәнән ашыу китап авторы, хәҙер Сибайҙа йәшәүсе Азамат Әғзәм улы Тажетдинов, уның улы, “Строймеханизация” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Нур Тажетдинов һәм мин, ошондай күренештең шаһиты булып, оло кинәнес кисерҙек.
Ауылдың һәм уның халҡының киләсәгенә битараф булмаған арҙаҡлы биш ир-уҙаман үткән йылдың апрелендә ир-егеттәр ҡоро ойоштора. Айбулат Ғүмәров, Ришат Рәхимов, Амур Әминев һәм Айтуған Хөсәйеновтан торған командаға ҡор башы итеп мәктәптең тарих уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, урындағы имам-хатип Мораҙым Хәлиловты һайлап ҡуялар.
Уҙған йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы булғанлыҡтан, ир-егеттәр ҡоро тәү сиратта төҙөкләндереү, таҙартыу мәсьәләләрен үҙ иңенә ала. Биш сүплек таҙартыла, паркка 100 сирень үҫентеһе ултыртыла, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға арналған обелиск алдына биш машина таш түшәлә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурай һәм ҡумыҙ эшләүсе, уларҙы пропагандалаусы, хәҙер инде мәрхүм ауылдашыбыҙ Зыя Хәлиловтың йорто алдына мәрмәр таҡтаташ һәм ҡурай менән ҡумыҙға арнал­ған стела ҡуйыла. Әйткәндәй, стела Сибай­ҙан данлыҡлы бейеүсе Дамир Аҡназаров авторлығы менән тормошҡа ашырылды. Унан тыш, Зыя Ишбулды улының яҡты иҫтәлегенә арналған район ҡурайсылар ярышы үткәрелә.
Ваҡытында Икенсе Этҡол мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән, данлыҡлы көрәшсе, тренер, донъялыҡтан иртә киткән Илшат Ғүмәровтың улына бағышлап таҡтаташ асыу­ҙы һәм уның исемендәге көрәш бәйгеһе уҙғарыуҙы ла атҡарып сыҡты ир-егеттәр ҡоро.
Ауылда 90-сы йылдарҙа ҡоршап эшләнгән ағас мәсет эшләп килә. Ләкин ул иҫкергән һәм тар. Ир-егеттәр яңы таш мәсет төҙөү уйы менән янып йөрөй. Көҙгөһөн нигеҙен дә һалып ҡуйғандар. Район гәзиттәрендә төрлө тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштарҙан иғәнә йыйыуҙы үтенгәндәр. Яуап итеп, Сибайҙа йәшәгән бер туған апайым Рәүилә Теләшева һәм үҙемдең исемдән 10 мең һум аҡса тапшырҙым. Миңә эйәреп, Стәрлета­маҡтан ауыл­ға килгән ҡунаҡтар Риза Хәлилов ғаиләһе исеменән ҡатыны Тәнзилә Ишбулды ҡыҙы ла 5 мең һум ярҙам күрһәтте.
Ир-егеттәр ҡоро тәҡдиме менән ауылда бер нисә йыл үткәрелмәгән округ депутаттары отчеттары, ауыл биләмәһендә йәшәүсе­ләр­ҙең үҙешмәкәр концерттарын ойоштороу тергеҙелә. Беҙ, сибайҙар, ошондай күркәм сараға саҡырылғайныҡ та инде. Шығырым тулы клубта ауылдаштарҙың һорауҙарына яуап бирҙек, үҙебеҙҙең тәҡдим-теләктәрҙе еткерҙек. Үҙем, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалы доценты булараҡ, башлыса ауылдаштарҙы борсоған ер мәсьәләләренә, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын ойоштороуға, малдарҙы яһалма ҡасырыу пункттары булдырыуға, борон-борондан ата-бабалар шөғөлө булған йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡты үҫтереү, шулай уҡ һөт йыйыу һәм эшкәртеү эшен яйға һалыу кәрәклеге тураһында бәйән иттем.
Илдә һәм республикала етәкселек тарафынан ауылдарҙа ТОС-тар (территориальное общественное самоуправление) булдырыу тура­һында өгөт-нәсихәт эше алып барыла. Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында урындағы инициатива менән төҙөлгән ир-егеттәр ҡоро ошо ТОС-тарҙың иң уңышлы башланғысылыр, тип һанайым һәм милләттәштәребеҙгә ошо өлгөгә эйәрергә саҡырам.

Ирек БИКМӘТОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре
кандидаты, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға