«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яңы техрегламент ауыл халҡына ярҙам итәсәкме, әллә ярҙан этәсәкме?



25.04.2014 Яңы техрегламент ауыл халҡына ярҙам итәсәкме, әллә ярҙан этәсәкме?

Яңы техрегламент ауыл халҡына ярҙам итәсәкме, әллә ярҙан этәсәкме?Тиҙҙән малды теләгән бер урында һуйып булмаясаҡ
Таможня союзының техник регламентына ярашлы, 2014 йылдың 1 майынан эре малды һуйып һатыусылар өсөн яңы ҡағиҙәләр көсөнә инә. Хәҙер малдарҙы махсус урындарҙа ғына һуйырға рөхсәт ителәсәк. Был, тәү сиратта, һатыласаҡ иткә ҡағыла. Итте кафеға йәки колбаса заводына тапшырырға теләйһеңме, әллә инде район үҙәгендәге баҙарға ғына сығып торорға йыйынаһыңмы – һис айырмаһы юҡ. Тейешле урынға алып барып, нормаға ярашлы шарттарҙа һуйылған малдың ите генә сауҙаға сығарыла. Йәғни, ғүмер буйы өйрәнелгәнсә, шәхси хужалыҡта танаңды һуйҙың да, көҙөн килеп, йәрминкәләрҙә ит һатып, аҡса эшләп булмаясаҡ…
Бер ҡараһаң, яңы техрегламент тормошҡа ашмаҫлыҡ нәмә кеүек күренә. Кемдең үҙ ауылында мал һуйыу өсөн махсус эшләнгән урынды күргәне бар? Етмәһә, бөтә санитария нормаларына яуап биргәнен һәм һәр ваҡыт халыҡты ҡабул итергә әҙер торғанын? Һәр хәлдә, бөтә ауылдар­ҙа ла була торған нәмә түгел инде ул айырым мал һуйыу бинаһы. Тимәк, малыңды һуйыу өсөн йөҙҙәрсә километрға алып барырға тура киләсәк. Һыйыр кеүек эре малды тейешле урынға алып барып еткереү өсөн транспорты ла кәрәк бит әле. Һөҙөмтәлә малды һуйыр өсөн ҡышлатып, һимерткәнсе сығымың байтаҡ булһа, инде һуйып, итен бүлгеләгәнсе өҫтәмә сығымдар талап ителәсәк.
Әгәр үҙ ҡурағыҙҙа мал һуйһағыҙ, итте үҙегеҙ генә ашаясаҡһығыҙ. Хатта уны ҡалалағы балаларығыҙға ла алып барып бирергә ярамай, сөнки һатырға алып китеп бармауығыҙҙы иҫбатлауы ауыр. Сумка­ғыҙҙа биш килограмдан артыҡ ит ятһа, штраф сәпәп ҡуйыуҙары бар. 3 мең һум күләмендә, мәҫәлән. Кемдең багажнигында күпме ит ятҡанын, сумкаһына нисә түшкә һыйғанын нисек тикшерергә йыйыналарҙыр инде – аңлашылып бөтмәй. Әммә төпкөл ауылына ике айға бер генә ҡайтып, сумкаһына көсө еткәнсе ит тейәгән һәм, штрафтан ҡурҡып, ҡалтырана-ҡалтырана автобуста елдергән студент ҡыҙҙы күҙ алдына килтерһәң, көлкө лә, ҡыҙғаныс та булып китә…
Ә бит…

Мал тотоусылар һаны былай ҙа йылдан-йыл кәмей. Итте, һөттө ауылдан килеп йыйыусы алыпһатарҙарҙың халыҡҡа әллә ни ҙур хаҡ бирергә теләмәүе көн кеүек асыҡ. Былай ҙа артыҡ малды халыҡ балаларын уҡытыу, нисек тә булһа, “тере” аҡса эшләү өсөн генә тота. Яңы ҡағиҙәләр көсөнә ингән осраҡта, мал тоторға теләүселәр бермә-бер кәмер, тип уйларға нигеҙ бар.
1 майға тиклем ауылдар яңы регламентҡа әҙерләнергә тейеш ине, тип билдәләнә. Ләкин улар нисек итеп әҙерләнергә тейеш һуң? Бюджетта был майҙандарҙы булдырыу өсөн аҡса ҡаралмаған, ә инде эшҡыуарҙарҙың ул тиклем аҡсаһы юҡ. Ҡыҙыҡ өсөн интернет селтәрен байҡап сыҡтым. Унда мал һуйыу өсөн тулы комплектлы цехтар һатылыуы тураһында иғландар бар. Хаҡтары өс миллион һумдан да кәм түгел…
Быға тиклем мал һуйыу урындарының күпме булыуы, ниндәй шарттарҙа эшләүе тураһында ҡыҙыҡһыныусылар ҙа булманы. Шуға ла әлеге яңылыҡты барыһы ла аптырап, аңламайынсараҡ ҡабул итте. Был тотош Рәсәйҙә шулай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, халыҡтың асыуы килә. Ни тиһәң дә, әлеге лә баяғы ауыл халҡына ауырға төшә. Бер бөртөк танаңды, һуям тип, әллә күпме араға алып китеп барсы әле… Күпме ваҡыт сарыф ителә, аҡса түгелә.
Баҙарҙа, йәрминкәләрҙә быға тиклем һатылған ит тә бер ниндәй контролһеҙ булманы, әлбиттә. Шулай ҙа яңы нормаларҙы ла туҙға яҙмағандар иҫәбенә индереп ҡуйып булмай. Әлегә тиклем малды һуйырҙан алда ветеринар килеп ҡарай ине. Ә инде уның ниндәй шарттарҙа һуйылыуын берәү ҙә тикшермәй. Санитар нормалар – һаҡланмаған осраҡтар булмай, тип берәү ҙә ышандыра алмаҫ. Мәҫәлән, малды һуйыу менән итен шундуҡ һыуытырға кәрәк, ә инде йәй көндәрендә, ҡәҙимге шарттарҙа, был мөмкин булмаған эш. Ундай ит тиҙ боҙола. Махсус предприятиеларҙа һуйылған малдың тиреһе һәм башҡа ҡалдыҡтарына ла урын табыла, улар­ҙы ауыл буйлап эттәр һөйрәтеп йөрөтмәйәсәк. Яңы техрегламент итте ҡулланыу­сыларға ярҙам итеү маҡсатында индерелә. Ләкин уның һөҙөмтәһендә малды аҫрап һатыусылар күберәк аҡса түгәсәк һәм иттең хаҡы ҡиммәтләнеп китеүе лә бар.
Беҙҙең халыҡ малды еренә еткереп, ҡәҙерен белеп һуя, эсәк-фәләнен дә сүплеккә быраҡтырмай. Ауыл буйлап һыйыр тиреһен һөйрәтеп йөрөгән эттәрҙе күргән юҡ. Малды үҙе ҡараған кешеләр уның ҡәҙерен белә һәм итте бысраҡ ерҙә, теләһә нисек һуя тип күҙ алдына ла килтереп булмай. Ләкин башҡалар ҙа был эшкә яуаплы ҡарай тип ышанырға нигеҙ юҡ шул. Күптәр, тиҙҙән ҡош-ҡортто ла шәхси хужалыҡтарҙа һуйып һатыу­ҙы сикләйәсәктәр, тип ҡурҡа башланы. Ләкин әлегә был турала һүҙ булғаны юҡ.

Эш нимәлә?

Малды крәҫтиәндәрсә һуйыу тарихта ғына ҡалырға тейеш. Хәҙер ауылдар ҙа заманға яраҡлашырға бурыслы. Яңы регламент буйынса, малды бер урында һуясаҡтар, итте бүлгесләйәсәктәр, экспертиза үткәрәсәктәр.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: малды һуйып һатыу эшен яйға һалыу тураһында һөйләшеүҙәр бер бөгөн башланманы. Икенсе яҡтан ҡарағанда, яңы техрегламент көс етмәҫлек бурыстар ҙа ҡуймай. Теләгән кешеләр мал һуйып һатыу урындарын ойоштороу эше буйынса бизнес та йәйелдереп ебәрә ала. Ябай ғына итеп әйткәндә, мал һуйыу майҙандарында һәр кемгә аңлашылған санитар нормалар, дезинфекция проблемалары, һыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү генә талап ителә. Хәҙер һатыу­ға сығарылған ит тағы ла нығыраҡ тикшереләсәк.
Рәсәй кимәлендә фекер йөрөткәндә, күптәр әлеге техрегламентты әллә ни ҙур проблема тип күрмәй. Сөнки илде шәхси хужалыҡтарҙа түгел, ә төрлө мегафер­малар­ҙа аҫралған малдарҙың ите һәм башҡа продукцияһы баҫып алды. Төбөнә төшмәй генә уй­лаһаң, проблема юҡ кеүек, әлбиттә. Ләкин бына үҙем, мәҫәлән, үткән көҙҙә генә: “Ауыл халҡы көҙгө йәрминкәләргә шәхси хужалыҡтарында үҫтергән малдарын килтереп һатып, аҡса эшләй. Барыһы ла ҡәнәғәт – ҡаланыҡылар ҙа, мал хужалары ла!” – тип яҙманыммы ни? Ә хәҙер нисегерәк булыр – белеп бөтмәҫһең… Яңы ҡағиҙәләр ҙур хужалыҡтарҙы түгел, үҙ һарайында бер-ике баш булһа ла мал аҫрап, шуны һатып, аҡса эшләргә тырышҡандарҙы йонсотасаҡ.

“хужалар итте үҙҙәре генә
һатырға тейеш”

Ветеринария һәм фитосанитария тикшереүе буйынса федераль хеҙмәттең беҙҙең республикалағы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ришат КУТЛИМАТОВ:
– 2014 йылдың 1 майынан “Һөт һәм һөтсөлөк продукцияларының хәүефһеҙлеге тураһында”ғы техрегламенттың яңы нормалары көсөнә инергә тейеш ине. Билдәле булыуынса, был документ буйынса, малдарҙы һатыуға һуйыу өсөн махсус урындарҙы файҙаланыу талап ителә.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Башҡор­тостандағы 58 мал һуйыу урынының 41-е регламентҡа тура килмәй. Төп проблемалар итеп сирле малдар өсөн изоляторҙар булмауын, әлеге бинаға инеү урынында дезбарьерҙың яраҡлашмауын, биналарҙа, һыуытҡыс камераларҙа санитар нормалар үтәлмәүен атап булыр ине. Был беҙҙә генә түгел, тотош Рәсәйҙә асыҡлан­ған мәсьәлә. Шунлыҡтан, техрегламентты тулыһынса үтәй башлау ваҡытын бер аҙ кисектерергә ҡарар сығарылды. Әле билдәләнгән проблемалар 2015 йылдың декабренә тиклем хәл ителергә, бөтә мал һуйыу урындары ла билдәләнгән шарттарға яраҡлашырға тейешле. Шунһыҙ ит сауҙаға сығарылмаясаҡ.
Һәр кем шуны белергә тейеш: әле йыл ярым шәхси хужалыҡтар­ҙа мал һуйыла һәм һатыуға сығарыла ала. Тик хужалар итте үҙҙәре генә һатырға тейеш, йәрминкәләргә килтерергә лә мөмкин. Ләкин итте артабан һатыу өсөн кемгәлер тапшырып ебәреү тыйыла.
Белгестең был һүҙҙәре күңелгә бер аҙ йылылыҡ өҫтәне. Ни тиһәң дә, яңы регламентҡа яраҡлашыу өсөн аҙыраҡ ваҡыт бар әле. Ләкин, яй ҡыбырлаған Рәсәй халҡы ошо арауыҡта әлеге нормаларҙы үтәй башларға әҙерләнер, ә иң мөһиме – ҡабул итер, тип ышанып бөтөүе генә ауырыраҡ.

Тейеш икән –
буласаҡ

Башҡортостан ветеринария идаралығының бүлек башлығы Дамир Хужин билдәләүенсә, республика баҙарҙарында һатылған иттең 95 процентын алыпһатарҙар килтерә. Мәҫәлән, һәр районда тиерлек 4 – 5 эшҡыуар итте шәхси хужалыҡтарҙан алып килеп, һатыу­сыларға тапшыра. Техрег­ла­менттың яңы ҡағиҙәләре, тәү сиратта, тап ошо шәхси эшҡыуарҙарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Әгәр ҡағиҙәләр мал һуйыу өсөн махсус урындар талап итһә, улар, әлбиттә, буласаҡ. Ләкин ошо эште башлап ебәрергә теләүселәргә дәүләт ярҙам итергә тейештер. Мәҫәлән, биналар төҙөү өсөн ер участкаһы, техника һатып алғанда ярҙам итеү сараларын табырға мөмкин. Бөгөн халыҡ ҡалаға эркелә, артабан да шулай дауам итһә, ауылда йәшәп, эшләргә теләүселәрҙең бөтөнләй бөтөү хәленә етеүе лә ихтимал бит. Юҡһа: “Ауылда ла тырыш кешеләр матур итеп йәшәй”, – тип яҙған ваҡытта бармаҡтар клавишаларға баҫыу­ҙан баш тартыр кеүек тә тойолоп китә. Ни тиһәң дә, ауылда аҫраған малыңды һуйып һатҡансы ла мең бәләгә тарый башлаһаң, сығырыңдан сығырһың. Ошондай яңылыҡтар арҡаһында шәхси хужалыҡтар баҙарҙан ситләшеп, ҙур хужалыҡтар ғына ҡаласаҡ. Ә ауыл кешеһе, малын да һата алмаһа, нисек йәшәргә тейеш?

Айрат МӘХМҮТОВ, Кушнаренко районы:
– Яңы техрегламенттың изге ниәттә ҡабул ителеүенә шигем юҡ. Ләкин уны кем үтәйәсәк тип уйлайҙар икән? Ҡайҙа һуң ул мал һуя торған махсус биналар – бер ҙә күргәнем юҡ. Йыл һайын биш-алты баш эре малымды һуйып, алыпһатарҙарға тапшырам. Был минең өсөн уңайлы һәм бер аҙ килем дә килтерә. Ете ҡат тиремде сығарып аҫраған малымды һатыр өсөн бер кемдән дә һорап торорға йыйынмайым. Үҙебеҙ аҫраған малды бысраҡта аунатып һуя тип уйлайҙармы икән ни? Беҙ бит мосолман халҡы, рәтен беләбеҙ. Һаман шул мал аҫрап, йүнләп йәшәргә тырышҡан ауыл халҡына ҡаныҡҡансы, бер төп картуф та үҫтереп ашай алмаған ауыл эскеселәренә ҡаршы көрәш башлаһындар ине. Ит ашап үлгән, тигәнде ишеткән юҡ, ә бына эсеп ҡырылыусылар быуа быуырлыҡ…

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға