25.04.2014 Ос бейеклеккә, “Шоңҡар”!
Мәғлүм булыуынса, беҙҙең республикала баҫмалар бихисап. Һәр береһенең үҙ тауышы, үҙ йөҙө һәм үҙ тарихы. Йәштәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан “Шоңҡар” журналы ла шулар араһында айырым урын биләп тора. “Шоңҡар”ҙың бөгөн ныҡлы егет ҡорона аяҡ баҫҡан сағы. Эйе, уға 20 йәш. Журналдың баш мөхәррире Мөнир ҠУНАФИН менән әңгәмәбеҙ баҫманың үткән юлы, үҙенсәлеге хаҡында.
– Мөнир Сәхиулла улы, һүҙҙе шунан башлайыҡ. Үҙегеҙ беренсе тапҡыр журналды ҡулға алғанығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Ниндәй тойғолар булғайны?
– Тәүге тапҡыр ҡулға алғанды ғына түгел, беренсе һанын да хәтерләйем. Журналдың тәүге баш мөхәррире булған Таңһылыу апай Ҡарамышева “Шоңҡар” ҙың тәүге һандарын нисек әҙерләүҙәре хаҡында ҡыҙыҡ итеп һөйләй. Хәҙер ҡыҙыҡ һымаҡ та, ә ул саҡта… “Бина итеп үҙем йәшәп ятҡан ике бүлмәле ҡыҫынҡы “хрущевка”ны һайларға тура килде. Кадрҙар эҙләп табып, бер тин дә эш хаҡы булмаған эшкә Әхмәр Үтәбайҙы, Дамир Шәрәфетдиновты, Әлмира Кәримованы һәм башҡаларҙы саҡырҙым. Улар көн дә минең фатирға эшкә килә. Рубрикалар уйлайбыҙ, материал туплайбыҙ, баҫманы формалаштырабыҙ, биҙәйбеҙ, иҙән тулы ҡағыҙ… Мин Устав яҙам, журналға ойоштороусы эҙләп, Аҡ йортҡа юл тапайым. Ярай ҙа баҡсамда үҫтерелгән бәрәңге бар, шуның менән туҡланабыҙ. Бер бүлмәлә ҡыҙым, бәләкәс ейәнсәрем, беҙгә хыялыйҙарға ҡарағандай, һынсыл ҡараш ташлап йөрөүсе сабыр кейәү бала…” – тип көлә “Шоңҡар”ҙың “әсәһе”.
Ә уйлаһаң, шул осор кешеләренең фиҙакәрлегенә хайран ҡалырлыҡ, һоҡланырлыҡ бит. Илгә, халыҡҡа булған ҡайнар мөхәббәт шундай ҡабатланмаҫ аҙымдарға этәрәлер. Батырлыҡ был.
Тәүге һанын хәтерләйем. Тышлығында Юлай Асҡаровтың “Рух” рок-төркөмөнөң фотоһы ине. Был да бер үҙенсәлек. Сөнки ябайса фекерләһәләр, милләт, тарих тип янғанда ҡурай, йә башҡа символдарҙы ҡуйһалар, үҙгәреш көткән йәштәрҙе, бәлки, ылыҡтыра ла алмаған булырҙар ине. Ә ул ваҡыттағы “Шоңҡар”ҙар шунда уҡ башҡаса, заманса ҡарашын тәүге биттән үк күрһәткән. Рокҡа, Көнбайыштыҡы, тигән ят, сәйер ҡараш әле бөтөнләй һүрелмәгәйне. Был да ҡыйыулыҡ. Ә икенсе битендә Башҡорт батырының портреты ине. Ә эстә тарихҡа ла, йолаларға ла урын бирелгәйне. Ҡыҙыҡлы һәм үтә тик “Шоңҡар”са ғына рубрикалар иҫте китәргәйне. “Ҡанбаба”, “Аһәң”, “Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, “Арҙаҡлы башҡорттар”, “Сәсмәүер”, “Фәнтәзи”… Әйткәндәй, рубрикаларҙың күбеһе бөгөнгәсә һаҡланып килә әле ул. “Шоңҡар”ҙың тәүге ике һаны “Китап” нәшриәтендә ул саҡтағы директоры Ғәлим Хисамовтың тырышлығы менән альманах булараҡ донъя күрә. 1994 йылда ғына рәсми рәүештә журнал булараҡ үҙ уҡыусыларына барып етә.
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары – рухи күтәрелеш, милләтебеҙҙең үҙ асылына ныҡлап ҡайтҡан сағы. Ул саҡтағы тойғолар хаҡында ике һүҙ менән әйтеп була: ниһайәт һәм ғорурлыҡ. Үҙебеҙҙең башҡорт телендәге йәштәр журналын ҡулға алыу тарихи мәл ине. Беҙ быны, ул саҡтағы йәштәр, бар йөрәгебеҙ менән тойҙоҡ. Көтөп алдыҡ һәм ғорур инек.
– Бөгөнгө һанды ҡулға алғанда ни кисерәһегеҙ?
– Бөгөн ныҡлы егет ҡорона ингән сағыбыҙ. Уйлай китһәң, сабый булып донъяға килмәне “Шоңҡар”. Тыуғас та, бәһлеүән ир-азаматтай, ата-бабалар рухын иңенә алып, зиһенен тағып, ҡанаттарында йәш ирекле республиканың затлы хазиналарын барлап күккә ашты “Шоңҡар”! Халҡы беләгенә һәр табышына ташланыр йылғыр ҡош булып түгел, ә һәр асышты, һәр табышты аҡыл һәм талант итер, һәр һүнгәнде, һәр ҡалҡынырға йыйынғанды терелтер һәм балҡытыр өсөн ҡунды ул. Бөгөн дә уның ҡарашы үткер, зиһене яҡты.
Һүҙ ҙә юҡ, ҡанаттар осҡанда нығый, шоңҡар, бөркөт кеүек затлы ҡоштар тик бейеклектә генә һынала. Баҫманың да үтә бейеккә, артыҡ түбәнгә төшөп осҡан саҡтары ла булғандыр. Булғандыр… Заман менән бергә барғас, йәмғиәт менән бергә талпынғас… Тик түбән төшкәндә лә бәҫен юғалтманы, барған юлынан тайпылманы, бейектә һынсыл ҡараш ташлап йөҙгәндә лә ихласлығын, ябайлығын һәм, иң мөһиме, бер мәл барыбер ҙә ергә төшөп лайыҡлы, туған, үҙе үҫтергән иңгә, беләккә, йөрәккә ҡунасағын онотманы. Онотмаясаҡ та.
Һәр һанды әҙерләгәндә лә беҙ, бөгөнгө “Шоңҡар”ҙар, шуға иғтибар итәбеҙ, алдағы ағай-апайҙарҙың эшен лайыҡлы алып барабыҙмы? Беҙ ҙә улар кеүек йәштәрҙе бергә туплай алабыҙмы? Һүҙ юҡ, һәр заман үҙ маҡсатын, үҙ бурысын тыуҙыра. Бергә тупланыр йәштәрҙең уртаҡ уйҙары ниҙә, уртаҡ хәстәрҙәре бармы? Бына шуны асыҡлайбыҙ тәүҙә, шунан барыр юлдарҙы эҙләйбеҙ. Шәп һанды ҡулға алғанда, йәғни бөгөнгө заман йәш ҡыҙ-егетенә “аҙыҡ” булырҙай фекер уята алғанбыҙ икән, элеккесә, ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Һәм әле лә ҡайһы саҡ “ниһайәт!” тип әйткән саҡтар ҙа була. Сөнки һәр атҡан уҡ сәпкә теймәҫкә лә мөмкин.
– Йәштәр өсөн журналдар күп илебеҙҙә, гламурҙары ла, рекламалыһы ла, артыҡ сағыуҙары ла һәм миллиҙәре лә. Һеҙ уларҙан нимәһе менән айырылаһығыҙ? Нимәһе менән өҫтөнһөгөҙ?
– Өҫтөнлөктәребеҙ етерлек. Беренсенән, “Шоңҡар” бөгөн дә һәр кемгә ихласлыҡ һәм йөҙөп осорлоҡ иркенлек бүләк итә. Беҙ бер ҡасан да уҡыусыларыбыҙға үҙебеҙҙең фекерҙе тағып барманыҡ, тик шулай ҙа уйланырға ла, уйнап алырға ла саҡыра белдек шикелле. Йәмғиәттә һәр заманда ла йәштәргә бер төрлө генә ҡараш йәшәмәне лә, йәшәмәйәсәк тә. Йәшәмәһен дә. Бер төрлөлөктө, һоролоҡто һөймәй йәшлек. Шуға йәштәр кеүек, тормош кеүек төрлө журналыбыҙ. Төрлөлөктә хәрәкәт, ынтылыш, эҙләнеү йәшеренгән. Шуны аңлайбыҙ, шуға ла һәр кемгә үҙ талантын асырға, үҙ ҡарашын белдерергә ирек ҡуябыҙ. Икенсенән, бер көнлөк, аҙналыҡ-айлыҡ журнал түгел беҙ, киләсәк өсөн хеҙмәт итәбеҙ. Бөгөн һалған орлоғобоҙ ун-ун биш йылдан татлы һәм “витаминлы” емеш бирһен тип тырышабыҙ. Һәм ул бирәсәк тә. Үҙ телен, үҙ моңон, үҙ тарихын белгән һәм затлы машинала, һарай кеүек өйөнә, яратҡан ҡатынына, үҙ телендә һайрашҡан балалары янына ашыҡҡан ир-азаматтар, аҡыллы, тик заманса фекерләй алған, иле, донъяһы өсөн хәстәрлекле гүзәл заттар киләсәк бөгөнгө замана уҙамандарына алмашҡа.
Өсөнсөнән, бөгөнгөнө үткәндәр (данлымы ул, ғибрәтлеме) һәм киләсәк (ышаныслы һәм бөгөнгөнө ҡәҙерләгән) менән бәйләп, төплө анализға ҡоролған, йәмәғәтселек фекере тыуҙыра алған материалдар уҡыусыға ҡыҙығыраҡ та, кәрәгерәк тә. Яңылыҡтар, мәғлүмәттәр ҡағыҙ баҫмаларҙа улай уҡ ҡыҙыҡ һәм оператив түгел хәҙер, башҡа сараларҙың тиҙлеге шәберәк булған өсөн генә түгел, гәзит-журналды уҡыусы аҡыл туплар, фекерләр өсөн ҡулға ала бөгөн. Быныһын да онотмайбыҙ. Тағы ла йәштәр бөтөнләй башҡаса уйлағанда, ҡағыҙ форматҡа ғына йәбешеп ятыу ҙа дөрөҫ түгел кеүек. Шуға ла “Шоңҡар” интернет сайтының бик популяр булыуы, ә ул үткәргән “Минең Рәми”, “Халыҡ шағиры Бикбай” видеоконкурстары, “Ҡош юлы” гитарала уйнап башҡортса йырлаусыларҙың фестивале республикала ғына түгел, ил, донъяның айырым төбәктәрендә ҡыҙыҡһыныу уятыуы беҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙға бер дәлил дә. Беҙ йәштәр менән, заманса фекерләгәндәр менән бер һуҡмаҡтан, юҡ, хәҙер бер киң юлдан барабыҙ.
Тағы бер өҫтөнлөгөбөҙ – әҙәп. Юҡ, оятһыҙ секс, айырым секталар, шәхестәрҙең шәхси тормошондағы нескәлектәре хаҡында яҡтыртмауҙа, үҙеңдең фекереңде тағып бармауҙа ғына түгел әҙәплелегебеҙ, ә иң мөһиме – яҡшылыҡ менән насарлыҡ, яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ, изгелек менән яуызлыҡ айырмаһын айыра белеүебеҙҙә, йәғни сикте күрә алыуыбыҙҙа. Ә ул белем-һәләт халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың тормошон, күңелен, тарихын аңлауҙан килә. Йәштәр журналында, һүҙ ҙә юҡ, секс, технологиялағы насар алымдар һәм башҡалар хаҡында ла булырға тейештер, тик нисек, ниндәй уй-теләк менән бирәһең – ул инде журналыңдың баяғы маҡсаты-бурысынан тора. Шуға ла артыҡ сағыу журналды ҡарап сыҡҡас та онотаһың, ә беҙҙе уҡығас та оҙаҡ уйланаһың, һығымталарға киләһең. Ә был инде сәнғәт юғарылығында эш итеүҙе аңлата.
– Сәнғәт юғарылығында эш итеүселәр кемдәр инде?
– Ирония менән бирелмәнеме һорауығыҙ?
– Юҡ. Киреһенсә, һоҡланып.
– “Шоңҡар” талантлы авторҙары, хеҙмәткәрҙәре менән бәхетле. Журнал мөхәррирҙәре Таңһылыу Ҡарамышева, Әмир Әминев, Иршат Теләүембәтов һәм Азамат Юлдашбаев, Рәшит Шәкүр, Ғәзим Шафиҡов, Әкрәм Бейеш, Зәкир Зиннәтуллин, Салауат Ғәлләмов, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Илгиҙәр Бураҡаев, Таһир Ишкинин, Эльмира Ибраһимова, Мансур Ғилфанов, Илдар Ғәбитов һәм башҡалар күтәргән мәсьәләләр һәр осорҙа көнүҙәк булып йөрәккә генә барып етмәгән, милләтте күтәрерҙәй, әйҙәрҙәй көскә лә эйә булған.
Әҙәби рубрикаларҙа башта йәш әҙиптәр иҫәбендә йөрөгән, хәҙер инде танылған яҙыусылар булып киткән Йомабикә Ильясова, Тамара Искәндәриә, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Әхмәр Үтәбай, Фәрзәнә Аҡбулатова йыш сығыш яһаған авторҙарға әүерелә. Ғөмүмән, ошо егерме йыл дәүерендә “Шоңҡар” йәш яҙыусыларҙың, ҡәләм тирбәтеүселәрҙең майҙан тотҡан урынына әйләнә. Әҙәбиәткә әле атап үткән быуындан һуңғараҡ килгән яҙыусылар Салауат Әбүзәр, Дамир Шәрәфетдинов, Азамат Юлдашбаев, Ғилман Ишкинин, Зөлфиә Ханнанова, Рәсүл Сәғитов, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Рита Фәтҡуллина һәм башҡалар ҙа унда даими баҫылып тора. Уларҙан да йәшерәк быуын вәкилдәре Гөлнара Хәлфетдинова, Мөнир Иҡсанов, Морат Солтанов, Гөлнара Хәсәнова, Гөлнур Ҡыуатова, Земфира Әбүшаһманова, Айгөл Айытҡолова, Таңсулпан Рәсүл, Айгөл Йәмилева әленән-әле шиғри күстәнәстәрен тәҡдим итә. Йәш прозаиктар Марат Әминев, Рәмилә Торомтаева, Рәйлә Сабитова, Миләүшә Ҡаһарманова, Фәйез Харрасов һәм башҡалар журнал биттәре аша үҙ уҡыусыларын тапты. Был әҙәбиәтселәрҙең күбеһе журналистика өлкәһендә лә уҡымлы материалдары менән уҡыусыларыбыҙҙың күңелен яулаған.
Бөгөн журналда талантлы, ҡанаттары ныҡ йәштәр Илшат Зарипов, Гөлнара Мостафина, Гөлшат Ҡаһарманова, Алина Зәйҙуллина, Ләйсән Шәрипова, Гөлсинә Йосопова, Шамил Яубаҫаров, Рәшит Зәйнуллин һәм башҡалар ең һыҙғанып эшләй. Һәм беҙ бөгөн дә ҡулға-ҡул тотоношоп: “Ос иреккә, Башҡортостан!”, “Ос бейеклеккә, “Шоңҡар”!” – тип өндәшәбеҙ.
– Юбилейығыҙҙы билдәләйһегеҙме?
– Әлбиттә, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙҙы, тоғро уҡыусыларыбыҙҙы һәм бар “Шоңҡар”сыларҙы 25 апрелдә Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында “20 йыл бергә” тип аталған юбилей-концерт кисәһенә көтөп ҡалабыҙ. Рәсмилектән ҡасып, бары йыр-моң, күтәренке кәйеф тулҡынында йөҙөргә саҡырабыҙ. Шәп йырсылар, оҫта бейеүселәр буласаҡ. Шунда уҡ киләһе ярты йылға журналға яҙылырға ла мөмкин. Кисә барышында журналға яҙылыу квитанциялары буйынса сәхнәнән лототрон уйнатыласаҡ. Алдан яҙылған булһағыҙ, үҙегеҙ менән алып килегеҙ. Үҙебеҙҙең сайтта был турала тулы мәғлүмәт бар.
Лилиә СИРАЕВА әңгәмәләште.