25.04.2014 Умартасылыҡ фанаты
Көйә тәү ҡарашҡа бөтөнләй файҙаһыҙ йән эйәһе һымаҡ. Быға тиклем балауыҙ көйәһенең дә зыяны хаҡында ғына ишетеп белә инем. Бал ҡорттары өсөн ул беренсе дошман. Ысынбарлыҡта, башҡа яҡтарҙа был бөжәктәр халыҡ медицинаһында ифрат киң ҡулланыла. Быуаттар буйы был хаҡта бары тик умартасыларға һәм имселәргә генә мәғлүм була.
Салауат районының Яубүләк ауылында йәшәүсе Ришат Носратуллин беҙҙең төбәктә тәүгеләрҙән булып балауыҙ көйәһен дауаланыу маҡсатында файҙаланыу нескәлектәренә төшөнә. Тәүҙә атаҡлы умартасы махсус әҙәбиәт менән таныша. Былтыр йәй, бер аҙ теоретик белем туплағандан һуң, Ришат ағай көйәләрҙе умартаға яба.
– Көйәнең барлыҡ ғүмере умарта эсендә үтә. Тимәк, туҡланыу өсөн кәрәҙ, балауыҙ ҡулланыуҙары тәбиғи. Балауыҙ химик реакцияға ауыр бирелә, тәбиғәттә уны иреткән реагент табыуы ҡыйын. Ә бына үҙенсәлекле химик матдәләр бүлеүсе көйә ҡарышлауыҡтары уны тулыһынса эшкәртә. Ошо ҡарышлауыҡтарҙан экстракт әҙерләйем. Уның составында махсус тәбиғи фермент – церраз бар, – ти Ришат Рафинат улы. – Экстрактты ҡулланыу өлкәһе киң. Уны туберкулез, респиратор аллергия, астма, пневмония, бронхит, кардионевроз, аритмия, тахикардия менән яфаланғанда, инфаркт, инсульт үткәргәндә файҙаланырға мөмкин. Дөрөҫөрәге, кәрәк. Экстрактты ҡулланыу иммунитетты нығытыуға, дөйөм физик торошҡа ыңғай йоғонто яһай. Уны шулай уҡ гинекологик, гастроэнтерологик, гематологик ауырыуҙарҙы дауалағанда эсергә ярай. Экстракт биш йылға тиклем һаҡлана.
Ришат ағай шөғөлө хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ихлас, алсаҡ, киң күңелле кеше ул. Алға йүгереп һеҙгә шуны еткерәм, уның бәйән иткәндәренә тағы бер инаныу өсөн юлдан ҡайтыу менән компьютер артына ултырҙым. Балауыҙ көйәһе ҡарышлауыҡтарынан әҙерләнгән экстракттың файҙаһы хаҡында тотош бер китап яҙырлыҡ икән. Хәйер, ҡырҡ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күреү яҡшы…
Ришат ағай тағы бер оло эшкә тотонған. Ул йортонда канди әҙерләй. Етештереү процесы, үҙенсәлектәре, умартасылыҡтың башҡа нескәлектәре хаҡында ул һәр мөрәжәғәт итеүсегә аңлатырға әҙер.
– Совет ағзаһы булараҡ, был минең бурысым. Шылтыратыуҙар буйынса урындарға сығам, кәңәштәр бирәм, ҡыш дауамында тирә-яҡтағы бал ҡорттарына беренсе ярҙам күрһәтергә тура килде, – хужаның йөҙөнә эскерһеҙ ҡәнәғәтлек билдәләре сыҡты.
Була бит тормошта Ришат ағай кеүек үҙ эшенең фанаттары. Ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, алға, тик алға ынтылалар һәм уңышҡа өлгәшәләр. Улар – йәмғиәттең, милләттең тотҡаһы, яҡты нуры, ҡеүәте. Киләсәктә геройым яңынан-яңы асыштары менән ҡыуандырыр, һоҡландырыр тип уйлайым.
Данис ФӘТҠУЛЛИН, Салауат районының Бишәүҙәр ауылы, 66 йәш:
– Август айында инфаркт үткәрҙем. Ошонан бирле Ришат ҡусты биргән экстрактты ҡулланам. Ноябрҙә Өфөлә операция яһанылар. Эсемлекте баш ҡала хирургтарына күрһәттем. Улар: “Файҙаһы хаҡында ишеткәнебеҙ бар, тик әлегәсә ҡулланыусылар юҡ ине”, – тине. Хәҙер миңә услап дарыуҙар йотоуҙың кәрәге юҡ, экстракт – иң шәп профилактик сара. Ул миңә көс, дәрт өҫтәне.
Нәжиә Хатмулла ҡыҙы, Салауат районы, хаҡлы ялда:
– Файҙаһы күп. Мин хроник бронхит, быуылыу менән яфалана инем. Экстрактты ҡуллана башлағас, сирҙәрем ҡул менән һыпырғандай юҡ булды. Ейәнемдең артынан ҡалмайым, йүгереп йөрөйөм. Ҡан тамырҙары киңәйгәндә, организмда таштар булғанда ла ҡулланырға ярай.
Гөлнәфисә Рафиҡ ҡыҙы, Дыуан районының Мәсәғүт ауылы:
– Минең диагнозым – хроник гипертония, ирем инсульт үткәрҙе. Экстрактты ике ай ғына ҡулланыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә. Ҡиммәтле дарыуҙар алғансы, кәрәҙле эсемлекте ҡулланыу күпкә отошло.