«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Рухлы. Маҡсатлы. Белемле



11.04.2014 Рухлы. Маҡсатлы. Белемле

Рухлы.  Маҡсатлы.  БелемлеСтәрлетамаҡ дәүләт педагогия студенты Тимур Рәхмәтуллин уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша
«Мин булмышым менән бер тамсы. Яҙҙың наҙлы ҡояш нурҙарына иркәләнеп, боҙбармаҡтан төшкән ябай тамсы. Һикереп төшкәс, үҙем кеүек­тәр­ҙе күргәс, эй, ҡыуандым. Ҡыуанысымдың сиге булманы. Иң тәүҙә гөрләүектәр булып аҡтыҡ. Беҙҙе күреп, бала-саға өҫтәребеҙҙән ҡарағай ҡа­бы­ғынан, ҡайын туҙынан һәм дәфтәр биттәренән эшләнгән кәмәләрен йөҙҙөрҙө. Үҙҙәре, эй, ҡыуана. Хатта көлгән саҡтарында тауыштарынан беҙ сығарған сылтыр моңдар ишетелә. Йүге­решә торғас, йылғаға ла килеп төштөк. Унда беҙҙең һымаҡтар­ҙың ҙурын, бәләкәстәрен күреп, аптырап ҡалдым. Ниндәй генә тамсылар булмай икән. Ағым беҙҙе таштарға һуҡты, тулҡындарҙа әйләндерҙе, өйрөлттө һәм наҙлап өҫкә лә сығарҙы. Ҡайһы бер иптәштәрем юғалды, ә ҡайһы берҙәре, тағы ла үҙе менән дуҫтарын өҫтәп, кире килеп ҡушылды. Төрлө һынау­ҙарҙы үтеп, аға торғас, ниндәй­ҙер бер сикһеҙ иркенлеккә сыҡтыҡ. Иптәш­тәремдең әйтеүҙәре буйынса, хәҙер инде мин – үҙ урынымды тапҡан Тымыҡ океан...»
Был юлдар Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының 3-сө курсында уҡып йөрөүсе Тимур Рәхмәтуллиндың яҙмаларынан алынды. Ысынлап та, үҙенең тормош юлын ябай тамсы кеүек башлаусы егеттең күңел донъяһы сик­һеҙ даръяға тиң. Аҡыллы, тырыш, тура һүҙле студент күптәргә өлгө булып тора.
Тимур 1988 йылдың 20 апрелендә Баймаҡ районының Йылым ауылында Зиннур һәм Ғәлиә Рәхмәтул­линдарҙың ғаиләһендә донъяға килгән. Лилиә апаһына терәк, ҡустыһы Таһирға өлгө булған егет бала саҡтан башҡаларҙан һәләтле булыуы менән айырылып тора. Мәктәп йылдарында, уҡыуҙан тыш, әҙәби китаптар уҡырға, атаһы менән кистәрен шашка уйнарға ярата. Үҙ ауылында туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ лицей-интернатының физика-мате­матика класында белем алыуын дауам итә. Ваҡытын бушҡа үткәрергә яратмаған егет ҡурай түңәрәгенә йөрөй.
Уҡыуҙы уңышлы тамамлағандан һуң 2007 йылдың яҙында армияға алына. Тәүҙә Мәскәү өлкәһендә йәш һалдат мәктәбен үтә, унан һуң Тимурҙы Тверь ҡалаһындағы хәр­би-һауа көстәрендә һалдат хеҙмәтен дауам итергә ебәрәләр. Егет бында ла үҙен һынатмай. Ата-әсәһе часть командирынан рәхмәт хаты алып ҡыуана. 2008 йылдың декабрендә ил алдындағы бурысын үтәгәндән һуң тыуған яғына ҡайта.
2010 йылда Йылайыр районының Юлдыбай ауылындағы 80-се һөнәрселек лицейына уҡырға инеп, иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә булып сыға. Ошо йүнәлеш буйынса республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадала ҡатнаша. Урын ала алмаһа ла, күп кенә оҫта менән танышып ҡайтыу унда ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята.
2011 йылдың йәйендә Баймаҡҡа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына абитуриенттар йыйыу өсөн уҡытыусылар имтихан алырға килә. Тимур ҙа үҙ көсөн һынап ҡарарға була. Бер айҙан уға ла бәхет йылмая: егет филология факультетының башҡорт теле, әҙәбиәте һәм сит телдәр бүлегенә уҡырға алына.
Уҡыу йортонда ла Тимур үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Тәүге курста уҡ төркөм старостаһы итеп һайлана, аҙаҡ инде факультет старостаһы итеп тә тәғәйенләнә. Шул уҡ йылда факультет кимәлендә эшләп килгән “Ашҡаҙар” ижади түңәрәгенә йөрөй башлай, бында ла староста эшен йөкмәтәләр. Шиғырҙар яҙыу менән бер рәттән, төрлө яҙыу­сы-шағирҙар, режис­сер­ҙар һәм башҡа юғары уҡыу йорттарындағы студенттар менән осрашыуҙар ойошторалар.
Кистәрен тырыш егет вожатый­ҙар курсында уҡый һәм йәйгеһен бер ай Әлшәй районын­дағы А. Че­хов исемендәге лагерҙа эшләй.
2013 йылдың апрелендә уҡыу йортонда боронғо төрки телдәр буйынса олимпиаданың II туры үткә­релә. Унда 3-сө урын яулағас, Тимурға Рәсәй кимәлендә үткәрелгән III турға үтеү бәхете тейә. Май айында олимпиадала ҡатнашасаҡ команда Таулы Алтайға юллана. Бында ла уларға уңыш йылмая – 3-сө урын алып ҡайталар. Ә йәйгеһен яҡшы уҡыған студенттарға Санкт-Петербург ҡалаһына биш көнлөк ял итеп ҡайтыу юлламаһы бирәләр, Тимур ҙа шулар иҫәбендә була.
Әлеге ваҡытта өлгөр егет университетта даими рәүештә сығып торған “Дарман” гәзитенең хәбәрсеһе, шулай уҡ “Ашҡаҙар”ҙа мәҡәләләре сығып тора. Һәр ваҡыттағыса, төрлө фәнни конференцияларҙа ҡатнаша, шиғырҙар ижад итә, хикәйә һәм пьесалар яҙыу менән дә мауыға. Быйыл шулай уҡ логопедия курсын тамамлаясаҡ.
Хәҙерге заманда ла йәштәр араһында Тимур кеүек янып торған егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың күп булыуы ҡыуандыра. Тырыш егеттең уңыштарында яҡындарының да өлөшө ҙурҙыр. Шулай ҙа бөтә уңыштарҙың да башы үҙеңдән һәм оло теләктән тороуын Тимур тағы ла иҫбат итте. Сабыр, ҡыйыу, белемле һәм рухлы, үҙен ысын башҡорт тип һанаған Баймаҡ егетенең, һис шикһеҙ, ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, ҙур шәхес булып китеренә ышаныс ҙур.

Нургизә ҒӘЛИКӘЕВА,
Сибай институтының 4-се курс студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға