«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡырымға гуманитар йөк китте



28.03.2014 Ҡырымға гуманитар йөк китте

Беҙҙең республика илдә тәүгеләрҙән булып Ҡырым ярым­утрауы халҡына ярҙам күрһәтергә теләк белдергәйне. Башланған эш – бөткән эш, тигәндәй, был аҙна башында Өфөләге Дуҫлыҡ монументы алдынан тантаналы шарттарҙа БР Хө­күмәтенең резерв фонды иҫәбенә йыйылған аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар тейәлгән каруан юлға ҡуҙғалды.
Гуманитар ярҙамды дүрт ҙур йөк машинаһына тейәгәйнеләр. Унда 36 тонна аҙыҡ-түлек һалын­ған – он, ярма, макарон изделиелары, ит консервалары, ҡуйыртылған һәм киптерелгән һөт, көнбағыш майы, бал. Бөтә аҙыҡ-түлек тә Башҡортостанда етештерелгән. Йөк составында медицина препараттары, 70-ләгән төр дарыу ҙа бар ине.
«Рәсәй өсөн» халыҡ фронты» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы менән берлектә ойошторған «Ҡырымға хат» акцияһында ҡатнашҡан йөҙләгән кешенең йылы теләктәре лә ылау­ға һалынды.
Бынан тыш, Башҡортостан мосолмандары Ҡырым халҡына йөҙ мең һумдан ашыу аҡса йыйып ебәрҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға