28.03.2014 Ата-бабаларыбыҙ аманатын йәш быуынға еткереүсе баҫма
“Пионер”ҙы уҡымай үҫкән кеше бармы икән?! Юҡтыр. Заманында бөтөн Башҡортостан буйлап 40 000 тираж менән таралған журнал һәр башҡорт ғаиләһенең өйөндә булғандыр ул. Бынан 85 йыл элек, 1929 йылдың мартында, Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариаты мәктәп йәшендәге балалар өсөн башҡорт телендә яңы журнал баҫтырыу хаҡында ҡарар ҡабул итә. Журналдың тәүге һаны латин телендә нәшер ителә һәм “Kerpe” (“Терпе”) исемен ала. Был шул осорҙа Корней Чуковский, Самуил Маршак тарафынан ойошторолған “Еж” балалар журналына оҡшатып эшләнелә. Әммә бер йылдан һуң, 1930 йылда журналға “Пионер” тигән яңы исем ҡушалар, ә мөхәррире итеп шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәй Мөхәмәтйәров тәғәйенләнә.
“Пионер”ҙың тәүге һаны уҡ төҫлө итеп баҫтырыла. Был, һис һүҙһеҙ, редакция хеҙмәткәрҙәренең дә, ил етәкселегенең дә киләсәк быуынды тәрбиәләүгә биргән оло иғтибары сағылышы. Айына бер тапҡыр баҫылған журнал материалдарын балалар әле булһа ла ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ. Әлбиттә, төп идеяһын – коммунистик идеяны балаларға еткереү, уларҙан ысын совет кешеһе яһау тип ҡуйған журнал редакцияһынан был бик күп көс талап итә. Шунлыҡтандыр уның мөхәррирҙәре лә йыш алмашына.
“Пионер” – Башҡортостандың башҡорт телле баҫмалары араһында уникаль күренеш. Сөнки ул хатта ХХ быуаттың 30-сы йылдарында, мәктәптәрҙә башҡорт телле дәреслектәр булмаған осорҙа, журнал-дәреслек булып та донъя күрә. Уҡытыусылар унда сыҡҡан материалдарҙы дәрестәрендә файҙаланып балаларға белем бирә. Хәйер, был традицияның бөгөн дә дауам итеүен әйтеп китеү дөрөҫ булыр: әлеге “Аманат”тың “Башҡорт тарихы”, “Башҡортостан ҡоштары”, “Тәбиғәткә асыҡ тәҙрә”, “Һабаҡ”, “Мөғжизәле донъя” рубрикаларында сыҡҡан мәҡәләләрҙе уҡытыусылар ҙа ҡуллана. Шуның менән журналды яҙҙырыусылар араһында балалар ғына түгел, ә бихисап оло йәштәге кеше булыуы ла аңлашыла.
Республика балалар-үҫмерҙәр журналының 85 йыл дауам иткән тарихындағы ҡаҙаныштарын һанай башлаһаң, көн дә етмәҫ, әммә һуңғы биш йылда улар байтаҡ: Башҡортостан Республикаһының башҡорт телле республика баҫмалары араһынан беренсе булып Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге, Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн “Алтын Урал” халыҡ ижады премияларына, тәбиғәтте һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Башҡортостандың ҡырағай хайуандарын һаҡлау фонды тарафынан булдырылған “Урман рыцары” титулына лайыҡ булды. Бынан тыш, “Аманат”тың ысын мәғәнәһендә башҡорт мәҙәниәте титандарын үҫтереп, уларға ҡанат ҡуйып ебәреүен дә әйтеп үтмәй булмай. Сөнки Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим “Пионер”ҙа эшләп киткән осоро хаҡында бер ҡасан да онотманы һәм үҙенең ижади үҫешенә журналдың йоғонтоһо ифрат ҙур булыуын әйтә килде. Баҫма биттәрендә башҡорт әҙәбиәте классиктары Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Әнүәр Бикчәнтәев, Йософ Гәрәй, Рәйес Ғабдрахманов, Кирәй Мәргән, Хәниф Кәрим, Ғилемдар Рамазанов, Хәким Ғиләжев, Фәрит Иҫәнғолов, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Әмир Гәрәев, Абдулхаҡ Игебаев, Шакир Янбаев, Рауил Бикбаев, Рәшит Солтангәрәев, Рауил Шаммасов, Сафуан Әлибаев, Гөлфиә Юнысованың әҫәрҙәре йыш күренде. Ә бөгөн, ҡасандыр “Йәш хәбәрсе” танытмаһын алған унынсы класс уҡыусыһы, Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып үҫкән йәш һәм өмөтлө шағирә Зарина Бағышаева, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, редакциябыҙҙа ең һыҙғанып эшләп йөрөй.
Әлбиттә, журнал хаҡында һүҙ йөрөткәндә, уның етәксеһе булып бөтә күңелен һалып, янып эшләгән мөхәррирҙәре хаҡында ла әйтеп китмәйенсә булмай. Тәүге мөхәррире итеп 1929 йылда Хәй Мөхәмәтйәров тәғәйенләнһә, унан килә төрлө ваҡыттарҙа Ф. Тимерғазин, З. Биишева, А. Урманов, Ю. Гәрәев, М. Мөслимов, А. Әминев, Х Әсәҙуллин, В. Нафиҡов, Ғ. Ғөзәйеров, Р. Күлбаева, А. Ихсанов, Н. Тимашев, Ш. Бикҡолов, Р. Зарипов, М. Кәримов, Д. Бүләков, Д. Ғабдуллин, Ю. Кәримов, К. Яйыҡбаев, Н. Мәһәҙиев та “Аманат”тың баш мөхәррире вазифаһын биләй. Шул иҫәптән “Йәшлек” гәзитенең әлеге баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Артур Хәсән улы Дәүләтбәков та 2002 – 2006 йылдарҙа журналдың етәксеһе яуаплылығын иңендә күтәреп килә һәм бөгөнгәсә тир түккән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаты Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллинға тапшыра.
“Аманат” заман менән бергә атлай, ә ҡайһы саҡ алдараҡ та... Әлеге ваҡытта журналдың интернет селтәрендә рәсми сайты, “Бәйләнештә”, “Фейсбук” социаль селтәрҙәрендә әүҙем эшләп килгән биттәре бар. Унда даими рәүештә бөтөн республика кимәлендәге конкурс-ярыштар уҙып тора. Шулай уҡ журналды Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә лә яҙҙырыу мөмкинлеге булыуын айырыуса телгә алып китергә кәрәктер. Сөнки “Аманат”ты хатта Дағстан Республикаһында, Алыҫ Көнсығыш өлкәләрендә лә утыҙға яҡын дана алдыралар. Беҙҙең менән бәйләнешкә сығып, мәҡәләләрен ебәрәләр. Уңыштарыбыҙҙы уртаҡлашалар.
Бөгөнгө “Аманат” – һеҙ бала сағығыҙҙа яратып уҡыған “Пионер” журналы юлын дауам итеүсе. Йәш йөрәктәрҙә ижад осҡонон тоҡандырыусы. Ҡыйыуһыҙ ғына ҡәләм тибрәтеүселәргә ҡанат ҡуйыусы.
Әйткәндәй, 1 апрелдән 2014 йылдың 2-се яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башлана. Үҙегеҙгә “Йәшлек”те яҙҙырғанда балаларығыҙға, туғандарығыҙға “Аманат” кәрәклеген дә онотмаһағыҙ ине.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 232 һум 90 тин. Шул уҡ ваҡытта хәҙер почтанан үҙең килеп алыу шарты менән яҙылырға мөмкин. Ул сағында яҙылыу хаҡы 175 һум 20 тин, йәғни 1-се ярты йыллыҡтыҡынан да кәмерәк була.
Мансур ҠАҘАҠАЕВ.