«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Дежур телефонда – әбйәлилдәр



28.03.2014 Дежур телефонда – әбйәлилдәр

Был аҙнала дежур телефонға ни бары ике шылтыратыу булды. Икәүһе лә Әбйәлил районынан. Беренсе шылтыратыусы 7-се синыф уҡыусыһы Нурислам ХӘЙБУЛЛИН:
– Беҙгә – Әбйәлил районының Күсем ауылына Белорет ҡалаһынан 3D күсмә театры килде. Ололар өсөн “Сталинград” фильмын, балалар өсөн “Турбо” әкиәтен күрһәттеләр. Клубыбыҙҙа төрлө саралар ойошторолоп тора, кино ҡарау иһә айырыуса балаларға оҡшаны. Бәләкәстәр поп-корн ашап, үҙҙәрен ысын кинотеатрға барғандай хис итеп, күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты.
Ҡырҙас ауылынан Фәниә ЛОҠМАНОВА:
– Ауылыбыҙҙың матур итеп йәшәп ятҡан ололары хаҡында һөйләмәксемен. Ғөмүмән, беҙҙә аҡыллы, иманлы, матур кешеләр йәшәй. Фәниә апай Баязитова ғүмер буйы фермала эшләне, өс бала тәрбиәләп үҫтер­ҙе. Инде олоғайған, улы Хәниф, килене Дилара тәрбиәһендә йәшәй. Балаларына һүҙ тейҙерерлек түгел, бик матур итеп ҡарай­ҙар. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мария Морат­шина Зиннур ағай менән бергә ҡартайып, күркәм генә ғүмер итәләр. Беҙ уны, Маша апай, тип йөрөттөк, ул рус теленән уҡытты. Уларҙы күршеһе Раушания Ғәлимйәнова ҡарай. Маша апай Раушаниянан бик ҡәнәғәт, ураған һайын рәхмәт әйтеп кенә тора. Ғүмер буйы медпунктта эшләгән Ғәлиә апай Ғүмәрова, Мәстүхә инәй Мусина ла йәштәребеҙгә матур өлгө күрһәтә, оло йәштә булһалар ҙа, матур итеп донъя көтәләр. Балалары ла ярҙамынан ташламай, килеп хәлдәрен белеп, ярҙам итеп торалар. Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙың аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәренең йәшәйешенә ҡарап һоҡланабыҙ, ҡыуанабыҙ.

С. ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға