«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Алимент түләмәүселәрҙе – бөтә халыҡ иғтибарына



21.03.2014 Алимент түләмәүселәрҙе – бөтә халыҡ иғтибарына

Яҡын арала алимент түләмәүселәр­ҙең фотолары Өфө ҡалаһының реклама стендтарына һәм видеоэкрандарға ҡуйыласаҡ.
Алимент түләтеү, социаль әһәмиәткә эйә булараҡ, һәр саҡ суд приставтарының иғтибары үҙәгендә тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе әҙәмдәрҙең үҙ балаларына яуапһыҙ ҡарашы һәр саҡ көнүҙәк проблема булып ҡала. Алимент буйынса бурыслылар балаһына ярҙам итеү хаҡында, ғәҙәттә, суд приставтары өйҙәренә килгәс кенә иҫенә төшөрә.
Суд приставтарына төрлө саралар ярҙамында уларҙы алимент түләргә мәжбүр итергә тура килә. Алимент түләүҙән ҡасып йөрөүселәрҙең фотоһын кешеләр күп йөрөгән урындарға сығарып элеү – ошондай сараларҙың береһе. Бәлки, был алым үҙҙәренең балалары алдындағы бурыстары хаҡында онотҡан кешеләргә йоғонто яһар.

РФ Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш
идаралағының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға