«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ә беҙҙең ауылда...



21.03.2014 Ә беҙҙең ауылда...

Был аҙнала төбәк яңылыҡтарын Баймаҡ, Белорет, Йәрмәкәй райондарынан шылтыратып һөйләнеләр.
Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй хәлдәр бар? Нимә борсой, нимә ҡыуандыра? Һөйләр һүҙҙәрегеҙ булһа, редакцияға шылтыратығыҙ. Дежур телефон һандары – 8-965-923-20-00.
Лилиә ИШБАЕВА, Баймаҡ районының “Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы:
– Темәс ауылы – Баймаҡ районының ғына түгел, тотош Башҡортостандың иң ҙур ауылдарының береһе. Күпселеге башҡорттар тәшкил иткән Урал аръяғы райондарының үҙәгендә урынлашыуы ауылдың үҫешенә һәм тормошона ҙур йоғонто яһай. Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы булараҡ тарихҡа ингән Темәс ауылы автономия өсөн барған хәл иткес ваҡиғаларҙың һәр саҡ уртаһында ҡайнаған.
Әлеге көндә Темәс ауылы Автономиялы Совет Башҡортостаны хаҡында килешеү төҙөлөүҙең 95 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алырға әҙерләнә. Был етди датаға бәйле республика ғилми-ғәмәли конференцияһы йомала Темәс мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ.
Ошо көндәрҙә ауылдың модель китапханаһы, музей, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, үҙем етәкләгән “Ғилмияза” фольклор коллективы менән берлектә боронғо йолаларыбыҙҙың береһе – “Кис ултырыу”ҙы ойошторҙоҡ. Ул районда Мәҙәниәт йылына арнап башланған “Йолаларыбыҙ – алтын ҡомартҡыбыҙ” эстафета-конкурсына ярашлы үтте. Кисәгә мәктәп уҡыусылары ла саҡырылды. Үҫеп килгән быуынды халҡыбыҙ йолалары, милли кейемдәр, аш-һыу үҙенсәлектәре менән таныштырыу – беҙҙең бурыс. Сарала ҡул эшенә оҫта хужабикәләр үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Ҡатын-ҡыҙҙар һәр береһе үҙе теккән милли кейем кейгән, милли аш-һыу әҙерләгәйне. Араларында шәл бәйләүсе, балаҫ һуғыусы, быйма баҫыусы ла, мәрйен теҙеүсе лә булды. Һәм, әлбиттә, кис ултырыу йыр-моңһоҙ ҙа үтмәне.
Ҡулы эш белгән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Был хәҡиҡәтте йәштәргә аңлатыу мөһим. Халҡыбыҙ тарихында иһә белгәнеңде бер-береңә өйрәтеү матур йолаларыбыҙ аша ла башҡарыл­ған.
Әйткәндәй, үҙәк янында ике йыл инде “Оҫтабикәләр” клубы эшләй. Бында йөрөгәндәр селтәр, ҡашмау, милли кейемдәр тегергә, алъяпҡыс, таҫтамалдар сигергә өйрәнә, аш-һыу бешереү серҙәре менән уртаҡлаша, ғөмүмән, һәр ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле һөнәрҙе үҙләштерә ала. Ауылдашыбыҙ Земфира апай Санъярованан халҡыбыҙҙың ғәҙелһеҙ онотолоп барған милли эсемлеге – буҙа ҡайнатырға ла ошонда өйрәндек.

Рәмзиә АПҠАДИРОВА, Белорет райо­ны Ишле ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
– Ауыл өсөн ҙур шатлығыбыҙ бар: беҙҙә балалар баҡсаһы асылды. Мәктәптең буш бүлмәләрен реконструкциялауға республика бюджетынан аҡса бүленде. Был йорт хәҙер шау-гөр килеп торасаҡ. Бығаса балалар иҫке ағас бинаға йөрөнө. 20 урынлыҡ баҡсала бәләкәстәр үҙҙәрен бик яҡшы тоясаҡ, бөтә уңайлыҡтар, айырым йоҡо, уйын бүлмәләре булдырылған. Мәк­тәптә яңы ашхана ла асылды. Унда уҡыусы­лар­ға ла, балалар баҡсаһы өсөн дә яңы ғына бешкән ризыҡ әҙерләнәсәк.

Ынйы ШАФИҠОВА, Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире:
– Районда ҙур спорт сараһы – 19-сы саңғы фестивале үтте. Эстафета ярыштарына үҙ командаларын предприятиелар, ойошмалар, мәктәптәр, тотош ауыл биләмәләре сығарҙы.
Олимпия уйындарынан да кәм булманы беҙҙең ярыштар, тип шаярта район спортсылары. Йәрмәкәй, Һыуыҡҡул, Яланшишмә, Исламбахты, Урта Ҡарамалы мәктәптәре иң етеҙҙәре тип табылды. 76-сы янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре, Йәрмәкәй урта дөйөм белем биреү мәктәбе педагогтары һәм “Ялан Шишмә” йәмғиәте коллективы ла һыр бирмәне. Әлбиттә, беҙҙә спорт һөйөүсе ғаиләләр ҙә етерлек, стартҡа улар ҙа бик теләп сыҡты. Ҡыҫҡаһы, был ярышта олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашты тиергә мөмкин.
Ветерандар советы рәйесе 76 йәшлек Нуриәхмәт Маннапов, педагогик хеҙмәт ветераны, бөгөн дә “Өсөнсө быуын университеты” проекты буйынса тренер булып эшләүсе 62 йәшлек Нәсимә Ғөбәйҙуллинаның саңғы фестиваленә килеүе үҙе бер мәртәбә ине. Сараның бағыусыһы, төбәктән һайлан­ған БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдус Сәрүәров үҙе лә спортҡа битараф булмаған кеше. Шулай итеп, йәрмәкәйҙәр ҡышты ҙур спорт байрамы менән оҙатты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға