«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Дәүләт һәм граждандар йәмғиәте наркотиктарға ҡаршы



21.03.2014 Дәүләт һәм граждандар йәмғиәте наркотиктарға ҡаршы

Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең Төньяҡ-көнбайыш квалификация арттырыу институтының Өфө филиалында Баш­ҡортостандың Нарко­тик­тар­ға ҡаршы комиссияһы, Башҡортостан Рес­публи­каһы Президенты ҡарамағындағы Башҡор­тостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берлектә Нарко­агрессияға ҡаршы механизм элементтары булараҡ дәүләт һәм граждандар йәмғиәте темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды. Ике көнгә һуҙылған сара уҡыу йортоноң барлыҡҡа килеүенә ун йыл тулыуға арналды. Пленар ултырыш Башҡортостан Рес­публикаһы Дәүләт Йыйы­лышы – Ҡорол­тай­ҙың ке­се залында үтте.
Конференцияла Коллектив хәүефһеҙлек килешеүе йәм­ғиәте (ОДКБ) илдәренең – Беларусь, Ҡаҙағстан, Та­жикстан, Әзербайжан республикаларының тулы хоҡуҡлы вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Рес­публикаһы Президенты Ха­кимиәте, РФ наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте вәкилдәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың күренекле ғалимдары ҡатнашты.
Был ғилми-ғәмәли конференция Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең наркоманияны төр­лө яҡлап өйрәнгән ғалимдарын һәм практик йүнәлештә эшләүселәрен берләштереүе менән үҙенсәлекле булды. Һәр ҡатнашыусы Рәсәйҙәге наркотиктарға бәйле бөгөнгө хәл-торошҡа күҙәтеү яһаны.
Теоретик һәм ғәмәли һорау­ҙар ике секцияла ҡаралды. Беренсеһендә наркоэкспансияға ҡаршы закондар ҡабул итеү һәм уларҙы хоҡуҡи яҡтан ҡулланыуҙа Рәсәй һәм сит илдәрҙең тәжрибәһе тикшерелде. Икенсеһендә иһә профилактика, реабилитация һәм ресоциализация йүнәлештәрендә наркотиктарға ҡаршы сәйәсәт механизмдары өйрәнелде.
Конференцияла ҡатнашыу­сылар йәмғиәттең наркотиктарҙан азат сәләмәт тормош­ҡа хоҡуғын яҡлауға үҙҙәренең бар көсөн һалырға ҡарар итте һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, граждандар йәмғиәте һәм дәүләт килешеүе менән был проблеманы хәл итеү юлдары табыласағына ышаныс белдерҙе.
Аҙаҡтан күтәрелгән проб­лемалар, төрлө төбәктәрҙәге тикшеренеү һөҙөмтәләре һәм халыҡ-ара тәжрибә йомғаҡтары нигеҙендә конференцияла ҡатнашыусылар наркотиктар­ҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшеүҙең яңы алымдарын индерергә тәҡдим итте.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға