«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бер йотом һыуға дусар булып йәшәргә яҙмаһын



21.03.2014 Бер йотом һыуға дусар булып йәшәргә яҙмаһын

Бер йотом һыуға дусар булып йәшәргә яҙмаһынйәки Эскән һыуыңа төкөрмә, тип дөрөҫ әйткән халыҡ
Беләһегеҙме икән, йыл һайын 22 мартта Бөтә донъя һыу көнө билдәләнә? БМО тарафынан иғлан ителгән был датаның маҡсаттары ябай һәм аңлайышлы – барыһы ла һыуҙы һаҡлауға йүнәлтелә.
Ерҙә һыу булмаһа, тереклек тә булмаҫ ине. Юҡҡамы ни кеше үҙе уртаса 60 процентҡа һыуҙан тора. Зәңгәр планета тибеҙ бит ерҙе, тимәк, беҙҙә һыу проблемаһы булырға тейеш түгел, тиер бер ҡатлылар йә балалар. Тап шулай, тейеш түгел. Тик эсәр һыу ғына бөгөн глобаль проблемаға әүерелде. Һыу, һыу, тағы ла һыу… Үҙе еҫһеҙ, үҙе төҫһөҙ, үҙенең айырылып торған тәме лә юҡ. Ә шул тиклем кәрәк һәм ҡиммәтле.

Ғалимдар иҫкәртә…

Киләһе 20 – 30 йылда донъяның эсәр һыу запасы ике-өс тапҡырға кәмеүе ихтимал. Бөтә ышаныс һәм өмөт боҙлоҡтарға ҡалырмы икән? Тап унда бит төп запас. Шулай ҙа кешегә бөтә сөсө һыуҙың бер проценты еңел генә ҡулланырлыҡ урында, йәғни таҙа йылға-шишмәләр. Тәү ҡарамаҡҡа бик әҙ күренһә лә, ана шул бер процент, әгәр планетала тигеҙ бүленһә, етә, имеш. Әммә тигеҙлек юҡ. Бөгөн Төньяҡ Азия, Урта Көнсығыш, Африканың ҙур өлөшө, Мексиканың төньяҡ-көнсығышы, Американың көнбайыш штаттары, Аргентина, Чили, Австралияның бөтә тиерлек биләмәһендә эсәр һыуҙы иркен тотоноу мөмкинлеге юҡ. Һан менән әйткәндә, донъяның 80 илендә эсәр һыу етмәй. Ҡытайҙа ғына ла 300 ҡалала һыу – дефицит.
Беҙҙең “дуҫыбыҙ” АҠШ-та һыуҙы дөрөҫ тотонмау тенденцияһы бар. Унда ер аҫты һыуҙарын шул тиклем күп һурҙыралар, хатта һыу сығанаҡтары тәбиғи рәүештә тергеҙелеп тә өлгөрмәй. Ресурс­тарҙы шундай темпта ҡулланыу арҡаһында илдә 20 йылдан күп райондарҙың продуктлылығы кә­мейәсәк. Әле үк күлдәрҙең 37 проценты бысраҡ, һыу инеүгә лә яраҡлы түгел. Америкала бер кеше Европа кешеһенә ҡарағанда сөсө һыуҙы дүрт тапҡырға күберәк ҡуллана.
Әлеге проблемалы төбәктәр исемлегендә Рәсәйҙе тапмаһағыҙ ҙа, был, беҙҙә бөтәһе лә яҡшы, тип еңел һуларға тигән һүҙ түгел. Һыуҙы әрәм-шәрәм итергә ярамағанлығын үҫеп килгән быуынға ныҡ ҡына һеңдерергә кәрәк. Йәйҙәрен йылға-күлдәрҙә кәйеф-сафа ҡорорға яратыусыларҙы ла иҫкәртеү зарур. Йылға ни тиклем бысранһа, таҙа һыу проблемаһы шул тиклем иртәрәк ҡалҡып сығасаҡ.
Ғалимдар бер ҙә күңелде тынысландырырлыҡ фараздар әйтмәй. Әле планета халҡының 40 процентына эсәр һыу тулы кимәлдә етмәгәнен белдереүҙән тыш, 2025 йылға 5,5 миллиард кешенең һыу­һыҙ йонсоясағын күҙаллап та ҡурҡыталар. Сүллек тирәһенә Ан­тарктика айсбергтарын һөйрәтеп килтерһендәрме ни? Һәм быға бер ҙә аптырайһы түгел. Булыр-булыр, тип һис шикләнеүһеҙ ышаныр кеше. Һыу өсөн һуғыштар ҙа сыҡмаҫ тимә!

Һыуҙы төп
бысратыусы – кеше

Һыуҙы ауыл хужалығы тармағы киң ҡуллана. Ҡулланып ҡына ҡалмай, әлбиттә. Ер аҫты һыуҙарын тикшереү шуны күрһәткән: өҫтәрәк ятҡан сығанаҡтарҙа фосфор, пес­тицидтар күләме торған һайын нығыраҡ арта икән.
Атмосфера өсөн иң ныҡ ағыулыһы – сәнәғәт һәм химия производствоһы ҡалдыҡтары. Бында урман менән баҫыуҙар иң тәү сиратта зыян күрә. Кеше иһә, тәбиғәткә ҙур юғалтыу килтермәйем тиһә, энергияның ҡаҙылма сығанаҡтарын ҡулланыуҙы кәметергә тейеш. Әммә был кешелек өсөн файҙалы түгел. Ер шарында беҙ йәшәйбеҙ икән, уның үҙебеҙгә файҙалы бөтә нәмәләрен ҡулла­ныр­ға тейешбеҙ, тигән фекер һалынған һәр кемдең башына. Шуға ла баяғы еҫһеҙ, төҫһөҙ, айырым тәме лә булмаған һыуҙы иркен файҙаланыу ҙа үҙ иркебеҙҙә. Тейешле бер ваҡытҡа тиклем. Йәғни һыу проблемаһына килеп терәлгәнсе.
Ошо бер нисә йылда ғына ауылығыҙ янында нисә шишмә ҡороп юҡҡа сыҡты? Йылғағыҙ күҙгә күренеп һайыҡтымы? Шулайҙыр шул. Хатта сәбәптәрен дә әйтеп бирә алаһығыҙ. Шишмәгә һыуға йөрөмәй башланыҡ, кәрәге ҡалманы, сөнки урамда, ихаталарҙа колонкалар ҡуйылды, йылғаларҙы, ярҙар буйҙарын таҙартыусы юҡ – йәштәр ауылда әҙ, булғандарына ла кемдер ҡушырға тейеш, ә өлкәндәрҙең өмәгә сығырға теләктәре булһа ла, хәле етеңкерәмәй һ.б.
Бөгөнгө фәндә “һыу көрсөгө”, “һыу стресы” тигән төшөнсәләр барлыҡҡа килеүе лә күп нәмә тураһында һөйләйҙер. Аңлашы­лалыр – көрсөк тә, стресс та бигүк яҡшы нәмәләр түгел.
Белгестәр һанап сығарыуынса, кеше иң кәрәгенә генә көнөнә 15 литр һыу ҡуллана. Самалап. Ә үҫешкән илдәрҙә был күрһәткес – 100 литр. Эйе, цивилизациялы илдә шулай булырға тейеш. Бай илдәрҙәге ҡалаларҙа иһә көнөнә бер кешегә 500 литр ҡулланыу хас. Бына кем исрафлай ул һыуҙы!
Ысынлап та, бер кешегә иҫәпләгәндә, ҡалалар ауылдарға ҡарағанда таҙа һыуҙы 10 тапҡырға күберәк ҡуллана.
Әйткәндәй, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә бер кешегә тәүлегенә уртаса 700 литр һыу тура килә. Хатта таҙартылған осраҡта ла крандан аҡҡан һыу составында ашламалар, химия ағыуы булыуы мөмкин. Өҫтәүенә, һыуҙың 20 проценты ҡулланылмайынса ағып китә. Иҫәпләү ҡорамалы (счетчик) торған осраҡта ғына кеше әҙерәк саманы белә. Статистика мәғлүмәттәренә ышанһаң, Мәскәүҙә илдең башҡа ҡалаларына ҡарағанда тын юлдары, аллергия, йөрәк-ҡан тамырҙары, бауыр, үт ҡыуығы сирҙәре күберәк теркәлә икән. Ябай һыу арҡаһында.

Моллюскыларҙамы бөтә өмөт?

Был йән эйәләре һыуҙы таҙарта. Беҙҙең киңлектәрҙә йәшәүсе сөсө һыу моллюскылары перловица менән беззубка ғына тәүлегенә 20 – 30 литр һыуҙы таҙартырға һәләтле. Улар менән тәжрибә лә үткәреп ҡарағандар. Баҡһаң, теләһә ниндәй фильтрың да ары торһон, имеш! Беҙ бысраҡ тип һанаған нәмәләр моллюск өсөн аҙыҡ булып тора. Шулай булғас, әйҙә, үрсетәйек, тиер ҡайһы берәүҙәр. Юҡ шул, моллюскылар башҡа нәмәгә лә бик кәрәк. Мәҫәлән, төймә эшләргә. Нимә мөһимерәк: төймәме, һыумы? Төймәһеҙ кейем кейеп йөрөү уңайлымы, әллә бысраҡ һыу ҡулланыумы?
Диңгеҙҙә лә бәғзе моллюскылар хатта нефть продукттарын таҙарта ала. Аҡыллы илдәр бөгөндән шулар­ҙы үҙ файҙаһына ҡулланырға ниәтләй.

Фекер

Владислав ЮДИН,
«Эко-Жилком» компанияһының генераль директоры:
– Кеше организмында һыу күләменең күплегенә бәйләп ҡарағанда ла һыу темаһы йәшәү менән үлем кеүек етди. Сифатһыҙ һыу эсәбеҙ икән, тимәк, “теге донъя”ға ла тиҙерәк китәсәкбеҙ. Таҙа һыуҙы ҡайҙан алырға? Был – донъя илдәрен борсоған катастрофик һорау. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы белгестәре докладына ярашлы, бысраҡ һыу арҡаһында вафат булған кешеләр һаны бөтә һуғыштарҙа һәләк булыусыларҙыҡынан әллә ни кәм түгел.
Йыл һайын сифатһыҙ һыуға бәйле килеп сыҡҡан сирҙәр арҡаһында биш йәшкә тиклем 1,8 миллион самаһы бала үлә. Статистикаға ышанһаң, һәр 20 секунд һайын сабый ғүмере өҙөлә. Бына шундай күрһәткестәр.


Беҙҙең әүҙем авторыбыҙ, иҡтисадсы һәм кроссвордсы Илдар Ғәбитов һыу темаһына ла етди иғтибар бирә. Түбән­дә – уның берәм-бөртөкләп йыйған һыуға бәйле һүҙҙәр-аңлатмалары. Моғайын, күптәрегеҙгә был һүҙлек бик ярап ҡалыр.
Өйрөлмәк – һыуҙың бер урында өйрөлөп аҡҡан ере.
Әлтә – күлдең ҡыш көнө лә туңмай ятҡан урыны.
Шаршы – йылғаның шәп аҡҡан ере; шаран.
Шарлауыҡ – 1. Текә ҡаянан, һи­кәлтәнән киҫә ағып төшкән һыу. 2. Йылғаның шәп аҡҡан урыны.
Шишмә – ер аҫтынан урғылып сығып ятҡан һыу; инеш.
Шәре – боҙ өҫтөнә сыҡҡан һыу.
Һеүән – йылғаның ағын урыны.
Әнһар – йылға, һыу.
Шыя – 1. Һыу өҫтөндәге туңып бөтмәгән ҡар ҡатыш боҙ. 2. Ҡар аҫтына төшкән һыу.
Аҡ яуын – йылы йәйге көндә күк күкрәмәйенсә, томан кеүек булып оҙаҡ яуған ваҡ күҙле ямғыр.
Быҫҡаҡ (баҫма) ямғыр – һибәләп кенә оҙаҡ яуған ваҡ күҙле ямғыр.
Ләйсән ямғыр – яҙғы тәүге ямғыр.
Сыйҙым – көҙгө һыу өҫтөндә туңа башлаған ҡар ҡатыш боҙ; шыя.
Сығанаҡ – ер аҫтынан тәбиғи рәүештә һыу сығып ятҡан урын.
Болаҡ – бәләкәй йылға.
Сол – бәләкәй йылға.
Күҙләүек – бәләкәй генә шишмә.
Күләң – йылғаның ҡамалып ҡалған ҡолағы.
Монтар – аҡмай ятҡан һыуҙа барлыҡҡа килгән бысраҡ.
Тойоҡ – йылғаның яй ғына ағып, төбө тәрән батҡаҡ булып кисеү бирмәй ятҡан ере.
Кәүсәр – ожмахтағы һыуы татлы күл.
Зәмзәм – Мәккәлә Ҡәғбә янындағы һыуы изге, шифалы ҡоҙоҡ.
Ҡойо – шишмә.
Ҡоҙоҡ – һыу алыу өсөн ҡаҙып, бура төшөрөп эшләнгән соҡор.
Мәке – боҙға уйылған тишек.
Йәш ҡар – яңы яуған ҡар.
Күбәләк (ябалаҡ) ҡар – эре күҙле йомшаҡ ҡар.
Ала ҡар – ҡар иреп, урыны-урыны менән ер асыла башлаған яҙғы мәл.
Аҙау ҡар – оҙаҡ ятҡан ҡар.
Ҡар күҙе тишелеү – тамсы тамып, ҡар ирей башлау.
Ҡаңтар – көҙгө ҡырпаҡ ҡар миҙгеле.
Иҙел – ағып ятҡан ҙур һыу; йылға.
Даръя – сиге күренмәгән ҙур һыу; бик ҙур йылға.
Кисеү – һыуҙың кисеп аша сығып йөрөй торған һай урыны.
Керәкә – үлән, мүк баҫҡан күл.
Күл яғаһы – күл башындағы яр буйы.
Ҡултыҡ – һыуҙың ҡоро ергә инеп торған өлөшө.
Ҡумырыҡ – яр йәки тамыр-томор төбөнә өңөлөп ингән һыу аҫты ҡыуышлығы.
Ҡумшырыҡ – яр төбөндәге тәрән һыу аҫты соҡоро.
Ҡара һыу – боҙ киткәндән һуң ташып аҡҡан көслө һыу.
Ҡаран – 1. Туңмай ағып ята торған шишмә йәки бәләкәй йылға. 2. Һыуҙың туңмай ятҡан ере.
Ҡаты һыу – татырлы һыу.
Туфан һыуы – әҙәмдәрҙең го­наһы өсөн ер йөҙөн баҫҡан ташҡын һыу; көслө ташҡын.
Һары һыу – яҙ көнө ирей башлаған мәл.
Һыуһаҡ – һыу йыйып һаҡлау өсөн быуылған урын; быуа.
Һыулау – һыу буйының көтөү төшөп ята торған урыны.
Бәҫ – сасҡау һыуыҡта ағасҡа йәки башҡа нәмәгә өрпәк кенә булып ҡуна торған ҡырау.
Быуаҡ – тәҙрәгә һәм башҡа нәмәгә ҡунған дым, бөрсөк-бөрсөк тир; быу.
Быу – 1. Дымлы нәмәнән земберләп күтәрелгән шыйыҡ томан. 2. Ҡайнар һыуҙан күтәрелгән аҡ томан. 3. Йылы һауа менән һыуыҡ һауа аралашҡанда хасил булған ҡуйы аҡ томан.
Боғаҙ – ике күл йәки диңгеҙҙе бер-береһенә тоташтырып торған тар һыу.
Боҙлауыҡ – бөрсөк-бөрсөк боҙ булып яуған яуын.
Гөрөн – ямғыр яуғандан һуң йылға булып аҡҡан һыу.
Гөрләүек – яҙын ҡар иреүҙән йәки көслө ямғырҙан барлыҡҡа килеп, гөрләп аҡҡан һыу.
Йәншишмә – әкиәттәге тереклек шишмәһе.
Рашҡы – ямғыр ҡатыш яуған боҙло епшек ҡар.
Бөҙөр – һыу өҫтөндәге ваҡ тулҡын.
Йәйет – йәйелеп ятҡан яҙғы ташҡын һыу.
Йырғанаҡ – һыу йырған тәрән соҡор.
Йырын – һыу йырған соҡор.
Йылыу – һыуҙың ҡыш көнө туңмай ятҡан урыны; ҡаран.
Күләүек – 1. Бәләкәй күл. 2. Соҡорҙа йыйылып ятҡан һыу.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға