«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Икмәктән оло аш юҡ



14.03.2014 Икмәктән оло аш юҡ

Икмәктән оло аш юҡХәтер – уҙған тормоштоң көҙгөһө.
Джон Толкиен,
инглиз әҙибе.

Тош-тош ҡайырылып, уҙған юлына күҙ һалыу әҙәм балаһының тәбиғәтенә хас ғәҙәттер инде. Бәғзе хәл-ваҡиғалар көн үтеп, төн сыҡҡансы ла хәтерҙән эҙһеҙ юғала, әммә тарихта һәм кешеләр яҙмышында, һуйыр ташҡа сүкеп яҙылған һымаҡ, бик оҙаҡҡа ҡалғандары ла байтаҡ.

1954 йылдың ғинуарында совет дәүләтенең ул ваҡыттағы етәксеһе Н. Хрущев КПСС Үҙәк Комитеты Президиумына “Иген мәсьәләһен хәл итеү юлдары” тип аталған хат еткерә. Документта сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү бурыстары билдәләнә. Һәм, ниһайәт, 23 февралдә Хрущевтың “Илдә иген етештереүҙе артабан арттырыу һәм сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү тураһында” доклады менән КПСС Үҙәк Комитеты пленумы асыла. Шул уҡ көндө, Кремлдәге митингынан һуң уҡ, Мәскәүҙән Төньяҡ Ҡаҙағстанға үҙ теләге менән си­ҙәмгә китеүсе комсомолецтар­ҙың тәүге составы юлға сыға. Вагондар “Яңы ерҙәргә әйҙәгеҙ беҙҙең ме­нән!” тигән плакаттар менән биҙәлгән. Ҡаҙағстанда, Себерҙә, Көньяҡ Уралда 1954 –1955 йылдарҙа уҡ кәмендә 13 миллион гектар сиҙәм күтәреп, илле бишенсе йылда уҡ 20 миллион тонна иген йыйып алырға ҡарар ителә.
Әбйәлил районында тыуып үҫкән кеше булараҡ, миңә тәүге сиҙәмселәрҙең хеҙмәтен һәм көнитмешен күрергә, уларҙың байтағы менән яҡындан танышырға насип итте. Сиҙәм эпопеяһына ниндәй генә ҡа­раштар йөрөмәһен, ул Бөйөк Ватан һуғышынан һуң икмәккә туя алмаған халыҡты ризыҡлы итеү һәм илдең байтаҡ төбәгендә ауыл хужалығын интенсивлаштырыу йәһәтенән ғәйәт мөһим ғәмәл булды.
Ошо фекерҙән сығып, мин хәтирәләремә, әүәлге яҙмаларымдың урыҡ-һурығына йәнә әйләнеп ҡайтырға булдым. Сиҙәмгә ҡағылышлы дөйөмләштерелгән мәғлүмәттәр яҙмаларҙың аҙағындараҡ булыр.
...Магнитогорск тимер юл станцияһы тауар һәм пассажир вагондары менән шығырым тулы. Килгән кешеләр шунда ук, трактор һәм ат саналарына тейәлеп, юлға сыға.
Март, яҙғы айҙарҙы башлап ебәр­һә лә, ҡарлы бурандары, дуға һындырырлыҡ һалҡындары менән тә­ҡәтте ҡорота. Урал аръяғында, ҡыш октябрь аҙағында уҡ башланһа ла, ҡышҡы айҙар бигүк ҡарлы булмай. Февраль аҙаҡтары – март баштарында ғына ҡар, көн-төн яуып, тәпәш өйҙәрҙе ҡыйығына тиклем күмеп китә. Юлға сыҡһаң, ат бауырынан көрт йырып бараһың. Тирә-яҡ ап-аҡ биләүҙә. Кейек эҙҙәре лә һирәк. Тау биттәрендә сысҡан тотоп йөрөгән төлкө генә күренеп ҡала. Сикһеҙ далаларҙы телгеләп үткән соҡорҙар ҡышын ҡар менән тула. Юлсы күҙенә салынырлыҡ һис нәмә – ауыл-фәлән дә, ағастар ҙа, күтәрелеп торған ҡаялар ҙа юҡ. Ҡотороноп буран ҡупһа, атың менән инеп ышыҡланырлыҡ урын табырмын тимә.
Апрель баштарына был ҡышҡы аҡлыҡ, һыу булып йыуылып, әлеге соҡорҙарға ағып төшә. Йәйге селләлә тамсы һыу тапмаҫлыҡ үҙәндәр гөрләп, шашып ағыусы даръяларға әйләнә. Ләкин далалағы яҙҙың ғү­ме­ре ҡыҫҡа. Наҙлы сәскәләрҙе, йәшел үләндәрҙе эйеп, елдәр иҫә башлай. Йәй яҡынлашҡан һайын елдең тыны көсәйә бара, сәскәләр тажын ҡойорға ашыға, үлән һарғая һәм бер аҙҙан дала ҡылғандан тағы аҡһыл-көмөш төҫкә инә. Ҡылған ғына әсе бурандарға ла, эҫе елдәргә лә бирешмәй. Ул эйелә-һығыла, сайҡала, әммә һынмай.
Олы Ҡыҙыл йылғаһының һул ярында палаткаларҙан, вагонсыҡ­тар­ҙан ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнап торған бәләкәй генә ҡаласыҡ хасил булған. Хәйер, ул осорҙа шундайыраҡ ҡаласыҡтар Һаҡмар һәм Төйә­ләҫ, Таналыҡ һәм Уртазым, Яйыҡ һәм Йылайыр йылғалары буйында ла ойошторола.
Тарихҡа аҙ ғына күҙ һалһаҡ, илебеҙ ауыл хужалығында Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ниҙәр булғанын төҫмөрләү ауыр булмаҫ. Һуғыштан һуңғы йыларҙа илдең ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һалына. 1950 йылға ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләме һуғышҡа тиклемге күләмгә етһә лә, халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү киҫкен мәсьәлә булып ҡала. Партия Үҙәк Комитетының сентябр­ҙә үткән пленумы ауыл хужалығын үҫтереү сараларын тикшерә. Унда колхоз һәм совхоздарҙың матди-техник базаһын нығытыу, продукция етештереүҙе үҫтереү йәһәтенән ҡыҙыҡһыныусанлығын күтәреү мәсьәләләре ҡарала. Күп тә үтмәй, февраль – март айҙарында Хөкүмәт сирәм ерҙәрҙе үҙләштереү буйынса ҡарар ҡабул итә. Уны ғәмәлгә ашырыу ҡыҫҡа ғына ваҡытта ашлыҡ һәм малсылыҡ продукттары етештереүҙе байтаҡҡа арттырырға мөмкинлек бирә. Ҡысҡаһы, 1954 – 1958 йыл­дарҙа тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештереү 1,5 тап­ҡыр­ға арта.
Ошо һандарҙан аҙ ғына ситләшеп, хискә ихтыяр ҡуйһаҡ, ғәжәпләнмәү ҙә, һоҡланмау ҙа мөмкин түгел. Ни тиһәң дә, илдең барлыҡ көс-ҡеүәтен алған һуғыш бөткәнгә һигеҙ йыл самаһы ғына ғүмер үткән. Ҡанһыраған, күҙ йәштәре лә кибеп өлгөрмәгән ярым емерек илдә миллиондарса гектар яңы ер һөрөрлөк, йөҙҙәрсә ауыл-ҡасаба төҙөрлөк техника, матди ресурстар, эшсе ҡулдар ҡайҙан алынғандыр, әле лә хайран ҡалырлыҡ. Сиҙәмгә, әлбиттә, дәртле йәштәр менән бергә фронт юлдарын үткән яугирҙар ҙа килгән. Оло эштең уңышы, яңы хужалыҡтарҙың йәшәп китеүе, әлбиттә, фронтовиктарҙың ныҡлығы, тәжрибәһе, батырлығы менән бәйләнгән.
Ә беҙ Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйына, Әлмөхәмәт тигән боронғо баш­ҡорт ауылына һыу аша ғына ойоша башлаған сиҙәмселәр лагерына әйләнеп ҡайтайыҡ. Вагонсыҡтар­ҙың береһен штаб яһағандар ҙа, унда совхоз директоры итеп билдәләнгән Митяев эшләп ултыра. Инеп-сығып йөрөүселәр­ҙең иҫәбе-һаны юҡ. Һөйләшеү, ғаҙәттә, хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа бара.
– Иван Тимофеевич, эсәр һыу етмәй бит әле, нишләргә?
– Яҡында – йылға. Бер нисә урында мәке уйығыҙ. Мискәләр менән ташыуҙы ойоштороғоҙ.
– Иптәш директор, ҡасабаның буласаҡ урамдарын билдәләй башлайҙар, ә парк өсөн урын ҡалдырылмаған.
– Әйтермен. Төҙәтерҙәр. Баҡса ла, музыка мәктәбе лә, стадион да, хатта музей ҙа булырға тейеш. Беҙ бында ғүмерлеккә килгәнбеҙ.
Беҙҙең беребеҙ ҙә был фани донъяға ғүмерлеккә тыумаған, лә­кин ата-бабаларыбыҙ ошо ерҙә ғүмер баҡый йәшәгән һәм балаларыбыҙ ҙа йәшәр. Шул өмөт-ышаныс менән йорттар төҙөйбөҙ, мәктәптәр асабыҙ, баҡсалар ултыртабыҙ, юлдар һалабыҙ.
Кешене башҡа төрлө йән эйәләренән фекерләү һәләте айырып торған кеүек, кеше бер ҡасан да инеп ятыр урыны һәм тамағының туйыуы менән генә ҡәнәғәт булып йәшәмәне. Әҙәм балаһы һәр саҡ матур йәшәргә, мәғәнәле йәшәргә, үкенесһеҙ йәшәргә ынтылды.
Бөйөк Ватан һуғышын еңеүле тамамлаған халыҡ нисек кенә дәртләнеп йәшәмәһен, илдә аҙыҡ-түлек етешмәй ине әле. Игендең гектарынан уңыш 9 центнерҙан артмай. 1953 йылда дәүләткә ни бары 31 миллион тонна ашлыҡ тапшырыла, ә икмәк, ярма, макарон изделиелары етештереү өсөн генә 32 миллион тонна иген кәрәк була.
Малсылыҡ тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шул осорҙа илдең аҙыҡ-түлек хәүеф­һеҙлеген тәьмин итеү өсөн сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙән башҡа сара булмаған. Башҡортос­танға сиҙәм күтәреү өсөн Мәскәүҙән һәм Украина­нан, Ленинградтан һәм Куйбышевтан меңдәрсә егет һәм ҡыҙ, ауыл хужалығы белгестәре, төҙөүселәр, техника килә. Башҡортостан ҡалалары Өфө һәм Октябрьский, игенселек алға киткән Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондары ла дәүләт әһәмиәтендәге эштән ситтә ҡалмай. Сиҙәмле төбәктәрҙә электән эшләп килгән ваҡ-төйәк хужалыҡтар яңы совхоздар составына инеп китә һәм урындағы халыҡ сиҙәм тарихында күренекле роль уйный. Сиҙәм күтәреүҙе ойошторған осор­ҙа дәүләт республикаға ҙур матди ярҙам күрһәтә. 1954 – 1956 йылдар­ҙа колхоз һәм совхоздар 3,5 мең трактор, 2,5 мең ашлыҡ комбайны, йөҙҙәрсә йөк автомобиле, бик күп башҡа төр техника ала.
Илле дүртенсе йылда уҡ Башҡортостанда сәсеү мәйҙандары 180 мең гектарға, шул иҫәптән иген культураларыныҡы 140 мең гектар­ға арта. Өс йылда барлығы 564 мең гектар сиҙәм ер үҙләштерелә. 1956 йылда уҡ республика колхоздары һәм совхоздары дәүләткә 80,5 миллион бот ашлыҡ һата.
Сиҙәм күтәреү ил күләмендәге ҙур эш булған. Ул Ҡаҙағстанда, Алтай һәм Красноярск крайҙарында, Новосибирск һәм Омск өлкәләрендә, Алыҫ Көнсығышта, Волга буйында, Уралда алып барылған. Әле беҙ һүҙҙе Башҡортостан сиктәрендә генә йөрөтәбеҙ.
Сиҙәм – иҡтисади фактор ғына түгел. Ул халыҡтар дуҫлығы, туғанлығы һәм берҙәмлегенең сағыу бер кәүҙәләнешенә, халҡыбыҙҙың рухи ҡеүәтенә һәм хеҙмәт батырлығына күтәрелгән һәйкәлгә әүерелде. Юғарыла әйтелгән документ матбуғатта сыҡҡандың тәүге көндәрендә үк Өфө ҡалаһында ғына йәштәр­ҙән 1600 ғариза килә. 27 мартта инде Өфөнән тәүге отряд аҙағыраҡ “Урал” тип аталған һәм “Хәйбулла” совхоздарына йүнәлә. Шул йылдың яҙғы баҫыу эштәре башланыуға ҡалаларҙан һәм сәнәғәт предприятиеларынан сиҙәмгә 2840 тракторсы, сәсеүсе, комбайнсы, шофер һәм башҡа һөнәр эйәләре килеп етә. Комсомол путевкаһы менән сиҙәм ерҙәргә 4,5 мең йәш кеше килә. Республика сәнәғәт предприятиелары, механизаторҙары ме­нән бергә, ҡеүәтле 270 трактор ебәрә. Стәрлетамаҡ эшселәре 1954 йылда биш мең гектарҙан күберәк яңы ерҙе үҙләштерә, өс мең гектар ерҙе туңға һөрә.
Ошо ерҙәрҙә урындағы байтаҡ халыҡ игенсе оҫталығына эйә була. Алты йылда Урал аръяғы райондарында алты меңгә яҡын тракторсы, комбайнсы, шофер, малсы әҙерләнә. Элек йоҡомһорап ятҡан ҡырағай далаларҙа Уфимский, Урал, Комсо­мол, Сиҙәм, Подольск һәм башҡа бик күп ауыл, ҡасаба үҫеп сыға.
Миңә, башта уҡ әйткәнемсә, си­ҙәмдә эшләп дан ҡаҙанған байтаҡ хеҙмәт алдынғыһы менән таныш булыу бәхете тейҙе. Шуларҙың бе­реһе Социалистик Хеҙмәт Ге­ройы Сафа Ғәлиулла улы Истамғәлин ине. Имәндәй ныҡлы кәүҙәле был кешегә тарих юлдарын, ысынлап та, һабан менән яҙыу өлөшө төшкән.
Илле дүртенсе йылдың иҫтәлекле яҙында йәш тракторсы хеҙмәттәше Павел Мокроусов менән Әбйәлил районының “Урал” совхозы баҫыуында тәүге бураҙнаны яра. Был хаҡта ул ваҡытта республика гәзиттәренең махсус хәбәрселәре сифатында сиҙәмгә барған Мостай Кәрим менән Әнүәр Бикчәнтәев гүзәл юлдар яҙып ҡалдырған. Әлеге бураҙна тракторсы Сафаны данға күтәрҙе, СССР Юғары Советы депутаты итте. Уның менән бергә эшләгән икенсе герой – Вафир Нурислам улы Тайсин Йәштәр һәм студенттарҙың Бөтә донъя фестивалендә ҡатнашты, ғүмер буйы ер һөрҙө, арыҫландай улдар үҫтерҙе, интернациональ ғаилә ҡорҙо.


Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист, Әбйәлил районының почетлы гражданы.


(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға