14.03.2014 Ниңә халыҡ министрлыҡты әрләй?
Күгәрсен районынан Владик Ҡыҙрасов исемле әүҙем гәзит уҡыусыбыҙ беҙгә “Йәшлек” гәзитенә ҡушымта рәүешендә Ялыуҙар гәзите асырға тәҡдим итеп шылтыратты. Хәҙерге гәзиттәрҙә башҡорт халҡының аһ-зарҙары күрһәтелмәй, тигән фекерҙә ул. Шул уҡ көндә Асҡын районынан Нурулла Хәсәнов тигән ағай, “Йәшлек” гәзитенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндән һуң ауылдарҙа “Россия” каналы күрһәтә башланы, тип рәхмәт әйтеп шылтыратты. Матбуғат һүҙенең көслө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әле күрһәтелгән ошо миҫал нимә тураһында һөйләй һуң? Беренсенән, “Йәшлек”кә ышанысығыҙ булғаны, шылтыратыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, ике гәзит уҡыусыбыҙҙың да фекере бик ҡиммәт. Икенсенән, һәр кем шуны аңларға тейеш – бөтә ялыуҙар ҙа гәзит биттәрендә урын ала алмай. Халыҡҡа ярҙам итергә тырышыуҙың төрлө юлдары бар. Беҙгә килгән бер генә хат һәм шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалдырылмай, мәсьәлә төрлө ысул менән хәл ителә. Шуға ла, рәхим итеп, хаттар яҙығыҙ, шылтыратығыҙ!
Дуҫтар, ә шулай ҙа, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, башҡорт халҡына ялыуҙар гәзите кәрәкме икән? Ҡыҙыҡ ҡына идея, шулай бит? Владик Ҡыҙрасов шулай уҡ башҡа тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Быйыл милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тула. Ошо уңайҙан легендар шәхескә арналған сараларҙы республика кимәлендә ойошторорға кәрәк, ти ул. Салауат Юлаевтың тыуған көнөн теге йәки был урында, айырым-айырым ғына байрам иткәнсе, ҙурҙан ҡубып, лайыҡлы итеп үткәреү яғында. Салауат Юлаевҡа арналған республика сараһының йыл һайын Торатау эргәһендә ойошторолоуы яҡшы булыр ине, тигән тәҡдиме лә бар. Шулай уҡ гәзит уҡыусыбыҙҙы Салауат Юлаевтың Ағиҙел ярындағы һәйкәленең торошо борсой. Ысынлап та, атлы Салауат Өфөнөң генә түгел, илебеҙҙең иң мәшһүр һәйкәлдәренең береһе. Уны һаҡларға тейешлегебеҙ, тәүлегенә 24 сәғәт буйы күҙәтергә кәрәклеге аңлашыла. Шуға ла һәйкәлдең әле теге, әле был урыны бысранған, емерелгән, тигән һүҙҙәрҙең сығыуы халыҡты әрнетә. Иғтибарҙың арттырылыуы артыҡ булмаҫ ине.
Бөрйән районынан Сафуан Йәғәфәров исемле гәзит уҡыусыбыҙ Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәрен әрләү өсөн беҙгә шылтыратты. Юҡтан түгел – былтыр “Йәшлек” гәзитендә БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары менән ойошторолған “тура бәйләнеш”тән һуң уның улы ла, фермерлыҡ менән шөғөлләнеп, “Башланғыс фермер” программаһында ҡатнашырға теләгән. Ләкин программаның шарттары үҙенә тура килмәгәнлектән, был хыялынан баш тартырға мәжбүр булған.
Хөрмәтле Сафуан ағай! Программаның төп маҡсаты – фермерҙар араһында дәғүәселеккә һәләтле булғандарҙы арттырыу, ауыл ерендә эш урындары булдырыу, хужалыҡтарҙа ҡул эшен техника менән алмаштырырға тырышыу, уларҙағы матди-техник базаны нығытыу. Үкенескә күрә, бер генә программа ла бөтә кешенең дә мөмкинлектәренә тап килә алмай, был мөмкин булмаған хәл. Эшен башлап ҡына торған фермерҙарға ярҙам итеүсе программаны тәнҡитләүселәр күп булды. Шуға ла уны үткән йылда бер аҙ үҙгәрттеләр. Быға тиклем эшен башлаусы фермерҙың йәше 60-тан артмаҫҡа, ауыл хужалығы буйынса урта йәки юғары белеме булырға тейеш ине. Был талаптар бөтөрөлдө. Грант алырға теләгән кеше үҙ хужалығының хужаһы булырға тейеш. Һәм, әлбиттә, дәүләт ярҙамы ауыл хужалығына бөтөнләй ҡыҫылышы булмағандарға бирелмәй – кешенең был тармаҡта кәмендә өс йыл эш стажы булырға тейеш. Һеҙҙе эшен башларға теләгән кешенең, грант алыу өсөн башҡа шарттар менән бер рәттән, хужалығында тағы ла өс кешегә эш урыны булдырырға тейешлеге аптырата. Белгестәр был шартты ошолай тип аңлата: гранттар бер кешегә генә ярҙам итеү өсөн түгел, эш урындары булдырыу кеүек социаль мәсьәләләрҙе лә хәл итеү өсөн дә бирелә. Гранттың суммаһы аҙ түгел – 1,5 миллион һумға тиклем булыуы мөмкин. Республика бюджетынан кире һорап алмау шарттары (кредит та, ссуда ла түгел) менән аҡса бирелә. Шуға ла грант алыусыға аныҡ бурыстар ҡуйылыуы тәбиғи. Программа – ул тәҡдим һәм унда ҡатнашыу-ҡатнашмау һәр кемдең үҙ ихтыярында. Был программанан башҡа икенселәре лә бар. Улар менән урындарҙағы ауыл хужалығын көйләүсе ойошмаларға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙең хаттар, шылтыратыуҙар беҙгә бик кәрәк. Ләкин үҙебеҙгә ҡарата хөрмәт һәм аңлау ҙа талап итергә теләйбеҙ – һорауҙарығыҙ аныҡ булһын, исем-шәрифегеҙҙе атап, әхлаҡ-әҙәп кәртәләренән сыҡмай ғына һөйләшеү алып барайыҡ!
Лилиә СИРАЕВА.