«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Иң-иң» егеттәр ҡайҙа? Ишембайҙа



14.03.2014 «Иң-иң» егеттәр ҡайҙа? Ишембайҙа

«Иң-иң» егеттәр ҡайҙа? ИшембайҙаҮткән быуат батырҙары уҡтан атҡан, йондоҙҙарға ҡарап юл тапҡан, үҙ нәҫеленең ете быуынын белгән. Хәҙерге йәштәр иһә заманы менән йәнәш атларға, төрлө яҡлап үҫешкән булырға тейеш. Шулай ҙа ир-егеттәрҙең ысын ир булыуы һәр ваҡыт иң мөһиме булып ҡала.

Ишембай районының йәштәр эштәре буйынса комитеты муниципаль район хакимиәте менән берлектә йәштәр өсөн бер-бер артлы матур саралар уҙғарып тора. Баҫҡан ерҙәрендә ут сығарырҙай егеттәр араһында ойошторолған “Мистер Ишембай – 2014” конкурсы ла, юғары кимәлдә ойошторолоп, үҙенсәлекле, сағыу килеп сыҡты.
Иң шәп Ишембай егете исемен яулау өсөн 76-сы һөнәрселек училищеһынан Салауат Ғәлимов, Ишембай нефть колледжынан Азамат Миңлеғолов, ӨДАТУ-ның Ишембай филиалынан Максим Коннов һәм Вячеслав Ширшов, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан Алексей Симаков һынау тотто. Жюри ағзалары һәм көйәрмәндәр тәүге минуттарҙан уҡ йәшерен агенттар донъяһына сумды. Конкурсанттарҙың сәхнәгә ҡара костюмда һәм ҡара күҙлектә кино геройҙары шикелле сығыуы ғына ла ни тора! Оҙаҡ кем булырға икән тип баш ватҡандан һуң иң мөһиме кеше булып ҡалыу икәнен аңлаған Салауат, Максим үҙҙәрен – патриот-стиляга, Азамат – милли башҡорт батыры, Алексей – тылсымлы уҡытыусы, Слава ҡыҙҙар йөрәктәрен әсир итеүсе булараҡ һынландырҙы. Жюри ағзаларының һорауҙарынан да конкурсанттар юғалып ҡалманы. Тамашасыларға саңғы базаһында һәм спорт һарайында алдан төшөрөлгән видеояҙмалар күрһәтелде. Егеттәрҙең физик мөмкинлектәрен Олимпия уйындары стилендә тикшереп, үтә лә ҡыҙыҡлы яҙма төшөрөүселәргә, афарин, тип әйтергә генә ҡала. Конкурсанттар ҙа оялып тормай: берәүһе саңғыла башҡорт йырын йырлап йүгерә, икенсеһе йығылып китә, өсөнсөһө ярыш юлын бутай. Әйткәндәй, видеояҙманан алын­ған хистәрҙе яҙып еткерерлек түгел, ҡарау мотлаҡ. Шулай уйын-көлкө менән Вячеслав – саңғыла уҙышыуҙа, ә Салауат йөҙөүҙә иң яҡшыһы булды. Әҙәби һынауҙа ла Ишембай егеттәре һынатманы: Азамат менән Алексей йырға маһир, Салауат менән Максим бынамын тигән бейеүселәр, Вячеслав электр гитараһында оҫта уйнаусы булып сыҡты.
Ниһайәт, көйәрмәндәр ҙә, конкурсанттар ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән көткән һөҙөмтәләр яһау мәле етте. Алексей Симаков –“Йылмайыу мистеры”, Максим Коннов “Нәзәкәтлек мистеры” номинацияларында еңде. Конкурстың бронза миҙалына – Азамат Миңлеғолов, ә көмөш миҙалға Салауат Ғәлимов лайыҡ булды. “Мистер Ишембай – 2014” исеме Вячеслав Ширшовҡа бирелде. Конкурс дауамында әүҙем ултырған көйәрмәндәр Ишембай мистерын алҡыштарға күмде.
Ишембай ҡалаһы һәм районының “Йыл студенты – 2013” исемен яулаған, яңы ғына “Усы” командаһы составында Сочи ҡалаһында үткән шаяндар һәм тапҡырҙар клубы уйынында ҡатнашып ҡайтҡан, үҙ йыр төркөмө менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан Вячеславҡа ҡарап, бөгөнгө егеттәр тап шундай булырға тейеш тә инде, тигән һығымта яһайһың.

Гөлназ ХАЛИҠОВА.
Ишембай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға