«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Эшһеҙ ҙә, инвалид та, пенсионер ҙа алимент түләргә тейеш»



07.03.2014 «Эшһеҙ ҙә, инвалид та, пенсионер ҙа алимент түләргә тейеш»

«Республика Башкортостан» гәзите ойошторған «Тура бәйләнеш»тә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаровҡа шылтыратыусыларҙың күбеһе ошо мәсьәләне күтәрҙе
Ғаилә тарҡалғандан һуң күп осраҡта бала тулыһынса әсә тәрбиәһендә ҡала. Атай кеше балаһын бөтөнләй онота, хатта төп бурысы булған алимент тү­ләүҙән дә баш тарта. Суд приставтары йүнһеҙ атайҙан алимент түләтеү өсөн ниндәй генә юлдар эҙләп ҡарамай: эшкә урынлашырға ярҙам итеү, сит илгә сығыуҙан тыйыу, мөлкәтенә арест һалыу, енәйәт эше ҡуҙғатып, холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итеү… Тик, ҡыҙға­ныс­ҡа ҡаршы, былар ҙа ярҙам итеп бөтмәй. Ҡасан ғына алимент түләтеүҙең һөҙөмтәле юл­дары уйлап табылыр икән?! Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡор­тостан Респуб­ликаһы буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән ойошторолған «тура бәйләнеш»тә һүҙ ошо хаҡта барҙы. Бик күп шылтыратыу булды. Ағиҙел, Бәлә­бәй, Балаҡатай, Туймазы, Бла­го­вещен, Күмертау, Өфө, Стәр­летамаҡ – республикабыҙҙың төр­лө төбәгендә йәшәүсе ҡа­тын-ҡыҙҙарҙы, нигеҙҙә, бер үк һорау – нисек итеп алимент түлә­теү мәсьәләһе борсой.

– Күп кенә әсәйҙәр суд приставтарының эшенә яуапһыҙ ҡарауына, алимент түләүсенән бурысын ҡаплатыу сараһын күрмәүенә зарлана. Хатта, суд приставтарына туҡтауһыҙ шылтыратып торһаң ғына алимент түләтеп була, ә инде өндәшмәһәң, улар башҡарыу ҡағыҙын ҡайҙалыр төпкәрәк йәшереп һала ла, онотамы икән, тигән тойғо ҡала. Ғөмүмән, суд приставтары даими рәүештә алимент буйынса башҡарыу ҡағыҙҙарының үтәлешен тикшереп торамы?
– Суд приставтары хеҙмәтенең бөгөн эше бик тығыҙ. Һәр приставҡа яҡынса 2 – 3 мең суд ҡарары тура килә. Эш күләме тейешленән 7 – 8 тапҡырға артып китә. Алименттар иһә дөйөм эш күләменең дүрт процентын тәшкил итә. Әлбиттә, суд приставы уларҙы үтәргә тейеш, әммә эштең күп булыуы сәбәпле, өлгөрә алмай киткән саҡтары ла була. Әсәйҙәрҙең фекеренсә, атаһы балаһына ярҙам итмәй, алимент түләмәй икән – суд приставтары ғәйепле, улар эшләмәй. Әммә суд приставтары законға таянып эш итә. Яуаплы кешегә ҡарата улар төрлө сараларҙы ҡулланып ҡарай, тик ҡайһы берәүҙәргә енәйәт эше ҡуҙғатыу ҙа, хатта иркенән мәхрүм итеү ҙә йоғонто яһамай. Нисек алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән, ул шулай уҡ дауам итә. Эшләмәй ҙә, беҙ иһә бындай әҙәмде көсләп эшкә урынлаштыра алмайбыҙ, ундай закон юҡ. Элек закон буйынса совет граждандарының барыһы ла эшләргә тейеш ине.
– Эшһеҙҙәр, инвалидтар ниндәй аҡсанан алимент түләргә тейеш?
– Алимент буйынса бурысы бул­ғандар алимент түләмәҫ өсөн төрлө сәбәптәр уйлап таба. Йыш ҡына улар эшһеҙлеккә һылтана. Ундайҙарға мәшғүллек үҙәктәренә йүнәлтмә бирәбеҙ. Былтыр, мәҫәлән, 5783 кешегә ошондай йүнәлтмә бирелгән. Шуларҙың меңгә яҡы­ны эшкә урынлаштырылған. Бында шул яғы ла бар, мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торғандарға эшһеҙлек буйынса пособие түләнә һәм шунан алимент тотоп ҡалына. Шул рәүешле балаға әҙме-күпме булһа ла аҡса түләнә. Инвалидтарға килгәндә, алимент уларҙың инвалидлыҡ пенсияһынан тотола. Хатта пенсионерҙар ҙа алимент түләүҙән ҡотола алмай.
– 18 йәше тулған студентҡа алимент түләнергә тейешме?
– Закон буйынса алимент бала бәлиғ булғансы, йәғни 18 йәш тулған­ға тиклем түләнә. Ә 18 йәш тулғандан һуң, бала вузда йәиһә урта профессиональ белем биреү учреждениеһында уҡыуын дауам итә икән, өҫтәмә рәүештә алимент түләтеүҙе һорап, судҡа мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн көндөҙгө бүлектә уҡыуы һәм матди ярҙамға мохтаж булыуын күрһәтеүсе документтар, белешмәләр булырға тейеш. Алимент артабан түләнәсәкме, юҡмы – быныһын инде суд хәл итә. Суд ыңғай ҡарар сығарһа, атай кеше балаһы уҡыуын тамамлағансы алимент түләүҙе дауам итергә тейеш.
– Йыш ҡына алимент түләүҙән ҡасып, бурыслылар үҙҙәренең мөлкәтен туғанына йәиһә башҡа берәй кешегә яҙҙыра. Быға юл ҡуймау сараһы юҡмы?
– Бар. Бындай осраҡта судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Суд иһә килешеүҙең законға яраҡһыҙ булыуын дәлилләй һәм ғәмәлдән сығара. Ундай осраҡтар булғаны бар. Былтыр хатта магазин һатыу тураһындағы килешеүҙе законһыҙ тип танынылар, һәм арест һалып, алимент буйынса бурысын ҡаплаттыҡ. Бында иң мөһиме, суд ҡарары булырға һәм яуаплының шул өйҙә йәшәүе йәиһә машинала йөрөүе иҫбатланырға тейеш.
– Алимент буйынса бурысы йыйылып киткән осраҡта кешенең ниндәй мөлкәтенә арест һалыныуы мөмкин?
– Билдәле булыуынса, суд приставы алимент буйынса бурысын ҡаплатыу өсөн бурыслының мөлкәтенә арест һала ала. Әммә барыһына ла түгел. Мәҫәлән, ғәмәлдәге законға ярашлы, пристав уның берҙән-бер йәшәү урыны булған торлағына арест һала алмай. Ә инде уның исемендә ике йорт теркәлгән икән – рәхим ит. Был мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: әйтәйек, уның йорто берәү, әммә майҙаны 300 – 500 квадрат метр тәшкил итә, ти. Шундай батша һарайындай йортта йәшәп тә, балаһына алимет түләмәүе, шул уҡ ваҡытта йортона арест та һалынмауы ғәҙел түгел. Шуға күрә бындай осраҡта йортон аресҡа алып, һатып, алимент буйынса бурысын ҡаплатыу яҡлыбыҙ. Ҡалған аҡсаһына үҙенә ыҡсымыраҡ йорт алһын. Тап шундай тәҡдим менән закон сығарыу органдарына мөрәжәғәт иттек һәм был мәсьәлә буйынса фекер алышыу бара. Шулай уҡ суд приставтары иң кәрәкле әйберҙәргә лә арест һала алмай. Бының иҫәбенә кейем, йорт кәрәк-яраҡтары, шулай уҡ һыуытҡыс, сәйнүк кеүек башҡа көнкүреш әйберҙәре инә. Уның тулы исемлеге РФ Граждан-процессуаль кодексында билдәләнгән. Беҙ кешене йәшәү өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙән мәхрүм итә алмайбыҙ. Ә бына телевизор, музыкаль үҙәк кеүек әйберҙәрҙе алырға мөмкин.
– Суд приставтары бурыслының банкылағы иҫәбен алимент буйынса бурысын ҡаплатыуға файҙалана аламы?
– Эйе, беҙ иң беренсе сиратта банкыла иҫәбе бармы-юҡмы икәнлеген тикшерәбеҙ. Әгәр ҙә банкыла аҡсаһы бар икән, был эште күпкә еңеләйтә, уны алимент буйынса бурысын ҡаплатыуға йүнәлтәбеҙ. Әлбиттә, эше лә, йәшәргә аныҡ ҡына урыны ла булмаған кешенең банкыла аҡсаһы булыуы икеле.
– Нисә кеше алимент буйынса бурысын ҡапламаған өсөн сит илгә сығыуҙан мәхрүм ителгән?
– 2012 йылда – 802, 2013 йылда 2073 кешегә сит илгә сығыу тыйылған. Быйыл уларҙың иҫәбе тағы ла артыр тип уйлайым. Әгәр ҙә кемдер балаһына ярҙам итеүҙән баш тартып, килемен йәшерһә, ул сит илгә ял итергә генә түгел, хатта командировкаға ла сыға алмаясаҡ. Бик уңышлы алым тип иҫәпләйем. Ошондай ҡарар сығарғандан һуң республика буйынса 223 кеше 11,7 млн һум бурысын ҡаплаған.
– Алиментсыларҙың нисә процентын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә?
– Беҙҙең йәмғиәттә алимент түләүсене ир кеше генә тип ҡабул итеп өйрәнгәндәр, әммә дөйөм иҫәптең 12 процентын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. 1 ғинуарға ҡарата түләтеү буйынса 28241 алимент башҡарыу ҡағыҙы асылған булһа, шуларҙың 3328-е – балаларын ҡарауҙан, ашатыуҙан баш тартыусы ҡатын-ҡыҙға ҡарата. Али­мент буйынса бурысын ҡапларға теләмәүселәргә ҡарата былтыр 1998 енәйәт эше ҡуҙғатылды һәм суд ҡарары нигеҙендә алты кеше иркенән мәхрүм ителде. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, алты кеше араһында берәүһе – гүзәл зат вәкиле. Баланың атаһы ла, әсәһе лә алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән осраҡтар ҙа бар. Ҡағиҙә булараҡ, был осраҡта баланы туғандары ҡарай, йә ул балалар учреждениеһына урынлаштырыла. Алда әйтеп үтелгән 28 мең кешенең 2001-е балалары йәшәгән учреждение файҙаһына аҡса түләмәй. Улар балаларын килеп күреү генә түгел, ярҙам итергә лә теләмәй, тулыһынса дәүләт ҡарамағына тапшырған.
– Алимент түләмәүселәрҙең водитель танытмаһын тартып алыу тураһында күптән һүҙ алып барыла. Ул ғәмәлгә ашырыла башламанымы әле?
– Йыш ҡына алиментсыларҙың алимент түләргә аҡсаһы юҡ, ә машинала йөрөргә, бензинға – бар. Шул уҡ ваҡытта машинаһын да тартып алып булмай, сөнки ул, ғәҙәттә, үҙенең исемендә булмай. Шуға күрә Федераль суд приставтары хеҙмәте ике йыл элек закон сығарыу органдарына бурыслыларҙы водитель танытмаһынан мәхрүм итеү тураһындағы тәҡдим менән сыҡҡайны. Әле был мәсьәлә ҡарала, ҡабул ителгән хәлдә суд приставтары ҡарары нигеҙендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре алимент буйынса бурыстарын үтәмәүселәрҙең водитель танытмаһын тартып аласаҡ. Тик был инвалид водителдәргә һәм машина төп килем сығанағы булған осраҡтарға ҡағылмаясаҡ. Йәғни алиментсы йәшәү өсөн ошо машина менән эшләп аҡса таба икән, был осраҡта уны танытмаһынан мәхрүм итеү тыйыла.
– Рәсми рәүештә никахтарын теркәмәгән ғаилә тарҡалғанда балаға алимент түләнәме?
– Шулай уҡ алиментҡа дәғүә итә алалар. Әгәр ҙә атаһы балаһынан баш тарта икән, суд аша уларҙың бергә йәшәүен иҫбат итергә кәрәк буласаҡ. Бергә донъя көтөүҙәрен, бала тәрбиәләүҙәрен дуҫтары, туғандары, күршеләре судта раҫлай ала. Иң һуңғы сиктә медицина экспертизаһы үткәрергә мөмкин. Ғәҙәттә, ундай атай­ҙар балаларынан баш тартмай.
– Иремдең тәүге никахынан ике балаһы бар. Уның тәүге ҡатынынан булған балаларына түләнгән алимент күләмен кәметеп булмаймы икән?
– Был һорау менән дә, алимент түләүе ауыр булыуын, икенсе ғаиләгә аҡса еткерә алмауын күрһәтеп, судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итер инем.
– Ғаилә тарҡалғас, атаһы балаһына алимент түләй. Бала бәлиғ булғас, олоғайған атаһы унан алимент түләтә аламы?
– Әгәр ҙә оло йәштәге кеше үҙен-үҙе тәьмин итә, ҡарай алмаһа, балаһынан йәшәү өсөн ярҙам күрһәтеүен һорап, судҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғы бар. Әлбиттә, суд һәр осраҡты айырым ҡарай һәм шуға ярашлы ҡарар сығара. Иң беренсе сиратта, баланың бәлиғ булыуы һәм даими килеме булыуы мөһим, йәғни студент кеше атаһына бер нисек тә ярҙам итә алмаясаҡ. Икенсенән, атай кешенең ярҙам­ға ысынлап мохтажмы-юҡмы икәнлеге, шулай уҡ уның йәш саҡта балаһына алимент түләү-түләмәүе иҫәпкә алынасаҡ. Беҙҙә атайҙарҙың ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән осраҡтары әлегә бик һирәк. Бәлки, йәш саҡта балаларына тейешле иғтибар бирмәүҙәре өсөн оялаларҙыр.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға