«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һәр көнө — мөхәббәтле миҙгел



07.03.2014 Һәр көнө — мөхәббәтле миҙгел

Һәр көнө — мөхәббәтле миҙгел«Тамыр» телеканалы мөхәррире Гөлназ Ишемғолова телевизор ҡараусыларға яҡшы таныш. Матур кәйеф бүләк итеп, кескәйҙәрҙе дәртләндереп, “ӘЮЯ ҡаласығы”нда белем донъяһына әйҙәүсе мөләйем апайҙарын балалар “зәңгәр экран”дан көтөп ала.
Гөлназ йәмле Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында донъяға килгән. Ауыл мәктәбенән һуң уҡыуын Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында дауам итә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында ҡанат нығытҡан быуын вәкиле булараҡ, изге башланғысҡа нигеҙ һалынған, милли үҙаңыбыҙ урғылып сыҡҡан шанлы осор ваҡиғаларының үҙәгендә ҡайнап йәшәү бәхете тейә уға. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында рухыбыҙҙы тағы ла нығыттылар, ти Гөлназ. Уҡыуҙы тамамлағас, “Тамыр”ға эшкә килеүен ҙур бәхет тип һанай. Сөнки ул эшенә ғашиҡ, уға барлыҡ күңеле менән бирелгән.

– Гөлназ, ижади профессиянан тыш, һеҙ тағы ниндәй һөнәрҙәргә эйә?
– Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан килгән барлыҡ һөнәрҙәрҙе лә башҡара алам кеүек. Мин бит ауыл ҡыҙы, бәләкәйҙән эшләп үҫкәнмен, шуға күрә, ауырын-еңелен айырып тормай, тотонам һәм осона сығып ҡуям. Кәрәк икән, бәйләмен дә бәйләйем, һыйырын да һауам, машинаһын да йөрөтәм. Әйткәндәй, хатта 7-се класты тамамлағас, атайыма комбайнда ярҙамсы булып та эшләнем, бының өсөн үҙемдең тәүге хеҙмәт хаҡын алғаным хәтер­ҙә. Шөғөлдәрем байтаҡ – һүрәт төшөрөргә, төрлө рецептар уйлап сығарырға, китап уҡыр­ға, шиғырҙар ижад итергә яратам. Яҡын арала еҫле һабын ҡайнатырға өйрәнәсәкмен. Мәктәптә уҡығанда “Хеҙмәткә дан”, “Йәншишмә” гәзиттәрендә, “Аманат” журналында шиғырҙарым йыш баҫыла ине. “Йәншишмә” гәзитенең махсус хәбәрсеһе лә булдым, хатта Өфөлә үткәрелгән йәш хәбәрселәр слетын асыу бәхетенә ирештем. БДУ-ла уҡығанда “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәгендә лә шөғөлләндем. Хәҙер иһә шиғырҙар­ҙы күңелем талап иткән, ныҡ итеп тулышҡан саҡта ғына яҙам. Әйтелмәгән хис-тойғоларым аҡ ҡағыҙ битенә һибелгән илаһи мәлде ныҡ яратам. Ҡайһы саҡ ошо миҙгелде танһыҡлап көтөп йөрөйөм.
Күптән түгел йога менән дә шөғөлләнә башланым. Һанай китһәң, ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек. Ауылға ҡайтҡан һайын әсәйемдең: “Ҡыҙым, үҙеңде ҡарамай­һың”, – тигәне (әйткәндәй, әсәйем, 60-ты уҙһа ла, физик күнекмәләрҙе бер ауырлыҡһыҙ эшләй) һәм йонсотҡан баш ауырыуы алып килде мине йогаға. Баҡһаң, күңел торошона, тәнгә бик файҙалы икән, шундай еңеллек тоям. Ваҡытым тығыҙ булған һайын бөтә ергә өлгөрә башланым. Иң ҡыҙығы – улдарымдың минең өйҙән тыш икенсе әйбер менән шөғөлләнеүемде оҡшатыуы. Тимәк, иргә генә түгел, балаларға ла шат күңелле, төрлө һөнәрле, һау, бәхетле әсәй нығыраҡ оҡшай. Шуға ла үҙебеҙҙе, тәнебеҙҙе яратайыҡ, һаулығыбыҙҙы нығытайыҡ, тип әйтергә теләйем.

– Төп һөнәрегеҙҙе яратып башҡарыуығыҙ бер кемгә лә сер түгел. Ә нимәһе менән яҡын ул?
– “Тамыр”ҙа эшләгән 15 йыл эсендә әллә күпме матур, фәһемле тапшырыу төшөрөү бәхете тейҙе – “Сәңгелдәк”, “ӘЮЯ ҡаласығы”, “Әкиәт китабы”, радиола “Аҡ елкән”, “Иләү”, “Көнбағыш” тапшырыуҙары. Кескәй дуҫтарыбыҙ менән музейҙарға ла барҙыҡ, билдәле шәхестәр менән дә осраштыҡ, йыһан­ға ла “остоҡ”, самолетта ла “күкте иңләнек”, машиналарҙа ла “елдерҙек”, әкиәт иленә лә сәйәхәт ҡылдыҡ. Һәр бер тапшырыуыбыҙ ҡыҙыҡлы, мажаралы, фәһемле, бала күңеленә етерлек булһын тип, әле лә тырышабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең “Тамыр”ҙа үҙ эшен, кескәйҙәрҙе, туған телен яратҡан ихлас, ижади күңелле кешеләр йыйылған. Ошондай ижади мөхиттә эшләү күңел йыуанысы килтерә. Шиғри ғына донъямды бөтөн итә.

– “ӘЮЯ ҡаласығы”н балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә яратып ҡарай. Бәләкәстәрҙең өн-хәреф донъяһына мөрәжәғәт итергә, фәҡәт уҡыу, һөйләү ҡеүәһен арттырыуға һеҙҙе нимә этәрҙе?
– Бынан өс йыл элек етәксебеҙ Гөлназ Ҡолһарина, яңы тапшырыу эшләйәсәкһең, атҡарып сығырһың, тип ышанам, тип дәртләндергәс, ҡыуанып тотондом. “ӘЮЯ ҡаласығы”– зиһенде үҫтереү, өндәрҙе, хәрефтәр­ҙе дөрөҫ әйтергә, баланы фекерләргә өйрәтеүсе, мәктәпкә әҙерләргә ярҙам итеүсе тапшырыу. Хәрефбикә менән Өнбайҙы белмәгән бала һирәктер хәҙер. Башта һәр хәрефте махсус таҡтала өйрәнеп, яңы һүҙҙәр яһаныҡ. Һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөргә өйрәндек. Бармаҡ уйындары, дөрөҫ тын алырға өйрәткән күнегеүҙәр, тел көрмәлткестәр, тиҙәйткестәр, йомаҡтар, мәҡәлдәр, матур-матур йөкмәткеле шиғырҙар ярҙамында балалар­ҙың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәбеҙ. Беҙҙең тапшырыу бигерәк тә ҡала ерендә үҫкән бәләкәстәр өсөн файҙалы тип һанайым. Шулай уҡ тамашасыларыбыҙҙан ишеткән рәхмәт һүҙҙәре лә артабан эшләргә көс биргәндәй. “Һеҙҙең тапшырыуҙарығыҙҙы ҡәләм, ҡағыҙ тотоп көтөп алабыҙ”, – тигәндәренә нисек ҡыуанмайһың инде. Кескәйҙәрҙең мине “ӘЮЯ апай” тип йөрөтөүе ғәләмәт оҡшай. Алып барыусы кескәй коллегаларым Наҙгөл менән Салауат – иҫ киткес шәп балалар.

– Яңы идеяларҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
– Идеяларға килгәндә, улар бына бит ҡул һуҙымында ғына ята, тот та ал. Ниндәйҙер ҡыҙыҡ һүҙ, йә берәй күренеш, бәләкәстәрҙең мәрәкәһе, йә булмаһа, яҡшы ғына тапшырыу идея барлыҡҡа килтереүгә сәбәпсе булып тора ла инде. Шул мәлдә бары йыбанмай ғына яҙып ҡуйырға кәрәк. Тап шуға ла һәр ваҡыт ҡул осонда ҡәләм менән дәфтәрем ята. Мәлендә тотоп алмаһаң, шәп фекер ҙә осоп китергә генә тора.

– Берәй ҡасан популярлыҡ хаҡында хыялланғанығыҙ булдымы?
– Ю-юҡ. Ул турала хатта уйланғаным да булманы.

– “Бәйләнештә” сайтында ойошторған “Мөхәббәтле миҙгел” төркөмөндә уйҙарығыҙ, фекерҙәрегеҙ, яратҡан шиғырҙарығыҙ тик тирә-йүнгә һөйөү, рәхмәт һүҙҙәренә сорнал­ған. Ысынлап та, һеҙ тормошоғоҙҙан бик ҡәнәғәтме?
– Ҡәнәғәтмен, шөкөр итеп кенә торам. Артығы һис кәрәкмәй, булғаны менән бәхетлемен. “Мөхәббәт миҙгеле” төркөмө – ул минең өсөн ижад яланы. Унда алсаҡ, матур күңелле кешеләр йыйылған. Ябай ғына ошо эшемә ихласлап рәхмәт әйтәләр. Ысынлап та, бер һүҙ етә әҙәм балаһына. Күккә осорға ла, төпкә боҫорға ла. Төркөмдәштәремдең йылы һүҙҙәре миңә артабан ижад итергә көс - ҡеүәт өҫтәй. Ә инде тормошома килгәндә, иптәшем Авзал Әлфир улы менән икебеҙ ике өлкәлә эшләһәк тә, ул мине һәр саҡ аңлай. Ғаиләбеҙҙең башлығы ғына түгел, кәңәшсебеҙ, яҡлаусыбыҙ ҙа ул. Бынамын тигән балалар үҫтерәбеҙ. Өлкәненә, арыҫландай ҡыйыу, ғорур, маҡсатлы, рухлы булһын, киләсәктә аяғында ныҡ баҫып торһон, үҙен генә түгел, туғандарын да яҡлай алһын, терәк булһын тип, Арыҫлан тигән матур исемде һайланыҡ. Исеме есеменә тап килә улымдың. Ашыҡтырғанды яратмай, һалмаҡ, кәрәк һүҙен уйлап әйтә, һәр кемгә эс-серен асып бармай. Яҡын дуҫтары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әммә уларға тоғро дуҫ була белә. Бәләкәсе – Нурсолтан. Торған урынында ут сығара ул, шуға ла, иркәләп, “нур йомғағы” тип йөрөтәбеҙ. Тормош иптәшемдең эше ҡатмарлы, ауыр булыу сәбәпле, улдарыбыҙ күберәк минең тәрбиәлә инде. Ҡайһы берҙә артыҡ талапсан да булып китәм, кәрәк мәлдә иркәләтеп тә алам. Форсат сыҡҡан һайын арҡаларынан һөйөп кенә торам. Малайҙарға ҡыҙҙарға ҡарағанда ла наҙ, иғтибар нығыраҡ кәрәк бит ул. Бигерәк тә әсәйҙеке. Өлкән улым картуфты миңә ҡарағанда ла тәмлерәк ҡура. Эштә тотҡарланырға тура килһә, ас ултыралар, тип ҡайғырмайым хәҙер. Улдарыма тәүфиҡ, иман, ҡатын бәхете теләйем. Таң менән, йә ятыр алдынан үҙ алдыма барыһы өсөн дә шым ғына рәхмәт әйтәм.

– Ҡатын-ҡыҙҙың тирә-йүндәгеләрҙе һоҡландырған һәм аптыратҡан холоҡтары була. Ә һеҙҙеке ниндәй?
– Кешеләргә ҡарағанда, бигерәк үҙемде аптыратҡан бер холҡом бар. Хатта үҙ-үҙемдән ҡурҡып та китәм. Ҡайһы берҙә әңгәмәләшәсәк кешемдең нимә уйлағанын, уға нисек яуаплаясағымды алдан тоям. Хатта кәрәкле яуаптар ҙа әҙерләп ҡуям. Саяндарҙың һиҙемләү тойғоһо ныҡ үҫешкән, тиҙәр, бәлки, шуғалыр ҙа, кем белә. Һәр хәлдә, ошо һыҙатым миңә күп тапҡыр ярҙам итте.

– Һеҙҙең һәр көн тиерлек яҡындарығыҙҙы телде йоторлоҡ аш-һыу менән ҡыуандырыуығыҙҙы беләбеҙ. Әүҙем интернет ҡулланыу­сылар тәмле рецептарығыҙҙы рәхәтләнеп файҙалана. Ә байрам көнөндә плита янында кем торасаҡ – үҙегеҙме, әллә ғаилә башлығымы?
– Күңелемә урын тапмаһам, буш ваҡытым килеп сыҡһа, ауыҙым тәм юғалтһа, нимәгәлер бошонһам, йә, киреһенсә, шатлығымдан осонһам, берәй тәмлекәс бешерергә тотонам. Ашарға бешерергә яратам, әммә бындай осраҡта саманан тыш әҙерләй башлайым, оло ҡунаҡ йыйғандай. Улдарым да, ирем дә ҡамыр аштарына өҫтөнлөк бирә. Хәйер, нимә бешерһәм дә, яратып ашайҙар. Уларҙың оло ҡәнәғәтлек менән ашағанын ҡарап ултырырға яратам. Һәр береһенең ярат­ҡан аш-һыуы бар, бигерәк тә улдарымдың. Арыҫлан улым туҡмаслы, ҡоротло аш яратһа, Нурсолтан улыма борщ, былау кәрәк. Тап шуға ла аш бешергәндә ялҡауланмайым. Ит бешеп сыҡҡас та һурпаны икегә бүләм. Йәшелсәләрҙе күп итеп ҡышҡылыҡҡа туңдырам, ҡыяр, помидор, борос, кишерен дә. Ифрат йәтеш була. Көҙгөһөн күп итеп салаттар эшләп ябам. “Мөхәббәтле миҙгел” төркөмөнә рецептарын һалған тәмлекәстәрҙе үҙең бешереп ҡараныңмы, тип йыш һорайҙар. Эйе, үҙемә оҡшаған, ирем, улдарым яратҡанын ғына ҡуйырға тырышам.
Йылына бер тапҡыр – ҡатын-ҡыҙҙарҙың матур байрамында мине егеттәрем һауыт-һаба йыуыуҙан һәм ашарға бешереүҙән азат итә. Был көндө мин рәхәтләнеп иркәләнәм уларға, сәскәләр, матур һүҙҙәр, бүләктәр ҡабул итеү менән мәж киләм. Аш бүлмәһенә лә бары хәл белеү һылтауы менән генә инеп сығам.

– 8 Март байрамына яратҡан көслө зат вәкилдәренән ниндәй бүләктәр өмөт итәһегеҙ?
– Тәү сиратта, ләлә сәскәләрен. Ныҡ яратам ошо сәскәләрҙе, бигерәк тә һары төҫлөһөн. Ә шулай ҙа минең өсөн иң ҙур бүләк – улдарымдың иҫән-һау, ғаиләмдең имен, бәхетле булыуы. Яратҡан әсә, һөйкөмлө ир ҡатыны булып йәшәүгә ни етә? Дан да, шөһрәт тә, байлыҡ та килә лә китә торған нәмә, ә ғаилә бәхете – ул мәңгелек төшөнсә.

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға