«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Әсәлек бәхетенән мәхрүм ҡалмайыҡ



07.03.2014 Әсәлек бәхетенән мәхрүм ҡалмайыҡ

Әсәлек бәхетенән мәхрүм ҡалмайыҡ
– Халыҡсан бер аҫыл әйтем беләм:
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы,
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә хаҡ-баһаһы –
Итәгендә ятҡан балаһы.
(Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖА).

Былтыр октябрь айында «Йәшлек»тә күп балалы ғаиләләр тураһындағы мәҡәләм баҫылып сыҡҡас, байтаҡ бәхәс булып алды. Телевидение, радио, ваҡытлы матбуғатта, былай ғына булған осрашыуҙарҙа был проблемаға битараф булмаған кешеләр уның төрлө аспекттарын күтәреп сыҡты. Минең фекерҙәремде хуплап сыҡҡан Әхмәр Үтәбай һәм Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваға үҙ рәхмәтемде күндерәм. Ҡайһы бер район гәзиттәре лә был проблеманы күтәрҙе. Салауат районының “Йүрүҙән” гәзитендә күп бала тәрбиәләүсе Миндинур Шәйбәкова: “Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Халҡыма, йәмғиәткә кәрәкле балалар тыуҙырып, һау-сәләмәт сабыйҙарҙы саф мөхәббәткә төрнәп, яратып, һөйөп үҫтерәйек. Күп-күп балалар үҫһен, ә әсәләренең йөҙө, шул “Әсә даны” миҙалы кеүек, ҡояштай ялтырап, шатлыҡтан балҡыһын. “Әсә даны” миҙалына лайыҡлы әсәләрҙе данлайыҡ!” – тип мөрәжәғәт итә. Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите биттәрендә Резеда Хәсәнова: “Әшәкелеккә сумған ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп ҡайтаһың, ә киләһе йыл барыуға ул яңынан бала табып ултыра. Бала табыуҙы уйын кеүек күрәләр улар, ә кем уны бағырға, үҫтерергә, тәрбиә бирергә, уҡытыр­ға, ашатырға, кейендерергә тейешлеген уйлап та бирмәйҙәр”, – тип әрнеп яҙа. Әйтергә кәрәк, был хәлдең минең тыуған яғым Әбйәлилдән булыуы юҡҡа түгелдер (Резеданың үҙ яҡташын “ҡеүәтләп” яҙыуы әбйә­лилдәргә хас талапсанлыҡ тип уйламайым): районда булған эшһеҙлек күп балалы ғаиләләрҙе генә түгел, башҡаларҙы ла ошо эскелек һаҙлығына һөйрәй ҙә инде. Бында тик ишле ғаиләләрҙе генә ғәйепләү дөрөҫ түгелдер. Уларҙың бәғзеләренең эске менән мауығыуында ғәйептең төп өлөшө урындағы власть иңенә ята түгелме ни? Власть әһелдәре йыш ҡына “Әсәлек даны” миҙалына тейешле документ әҙерләп, әсәне Өфөгә алып барып ҡайтып, уны үҙ ҡарамағына ҡалдырыу менән генә сикләнә.
Беҙҙең ауылда туғыҙ бала тәрбиәләгән Үлмәҫбикә инәйҙең ире Рәүф апа Ғүмәров (беҙҙә йәше атайың менән олатайың араһындағы иргә шулай тип әйтәләр) үлеп киткәс, ауыл советынан уға кемдер: “Әйҙә, балаларыңдың бер нисәһен балалар йортона ебәрәйек”, – тип барған. Ысын күңелдән ярҙам итеү маҡсатындалыр инде. Үлмәҫбикә инәй тегене: “Минең артыҡ балам юҡ. Артыҡ булһа, әйҙә, үҙеңдекен ебәр!” – тип әрләп сығарған. Яңғыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ул балаларына тейешле тәрбиә бирә алды. Барыһы ла ғаилә ҡороп, малайҙары үҙ йорттарын һалып, әлеге мәлдә бик матур итеп донъя көтәләр. Ысынлап та, етем бала тәрбиәләгән әсә – икеләтә әсә. Беҙҙең ауыл советына ҡараған ауылдарҙа ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән барлығы ете әсәгә “Герой-әсә” исеме бирелгән. Зәмирә Мәғәфүрова, Фатима Килдейәрова, Зәмзәм Зарипова, Әсмә Солтанова, Шәүрә Фәттәхова, Рәйсә Шаһивәлиева, Нәжибә Зариповалар ауылдың ихтирамлы кешеләре булды һәм һаналды. Әйтергә кәрәк, уларҙың барыһы ла үҙ балаларын лайыҡлы итеп үҫтер­ҙе. Уларға, миҙал, пособие өсөн бала табаһығыҙ, тип әйтеүселәр һис тә булманы. Араларында эске менән мауыҡҡандары осраманы. Урындағы власть тарафынан алып барылған тәрбиәүи эш тә һөҙөмтәле ине. Клубта йыш ҡына ошо һәм яңы төҙөлгән ғаиләләрҙе йыйып, уларҙы данлап торһаң, йәштәр, йәмғиәткә кәрәклеген тойоп, эске менән булышыуҙан алыҫыраҡ торорға тырышасаҡ бит инде. Ошоно урындағы власть вәкилдәре бөгөн ни сәбәптәндер аңлап бөтмәй.
Күп балалы ғаиләләрҙең бөгөнгө хәлен тикшергәндә, бер һорауға яуап яңғыраманы: ни өсөн ҡайһы бер әсәләр бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға ҡарамайынса бала табыуын дауам итә? “ГАЗель” микроавтобусы, миҙал өсөн тип уйлауҙың дөрөҫ түгеллеге аңлашылып торһа ла, беҙҙең күптәребеҙ ошолай тип уйлай. Республика етәкселәрен дә ошо фекер район-ҡалаларҙа тейешле комиссия төҙөргә мәжбүр итте лә инде. Әйтергә кәрәк, был комиссияларға мотлаҡ рәүештә күп балалы ата-әсәләрҙе индереү шарт ине, әммә был унда ҡаралмаған. Икенсе яҡтан, теге йәки был ғаиләне, лайыҡлы түгел, тип “Әсәлек даны” миҙалынан мәхрүм итеү граждандарҙың Конституцияла ҡаралған тиң хоҡуҡлылыҡ принцибын тупаҫ боҙоуға тиң.
Ысынлап та, бай, етеш йәшәгән ғаиләләр бер-ике бала табыу менән генә сикләнһә, ярлы ғаиләләр иһә, бөлгөнлөккә алып барғанын белеп, аңлап торһа ла, бала табыуын дауам итә. Был беҙҙә генә түгел, бөтә донъя­ла күҙәтелеп килгән күренеш. Юҡҡа ғына электән халыҡ: “Ярлы кешенең балаһы күп булыр”, – тип әйтмәгән. Шул уҡ миллиардер­ҙарҙы ғына алып ҡара – күпләп бала табып, тәрбиәселәр яллап, уларҙы матур итеп үҫтереү урынына, аҡса артынан ҡыуыуҙы хуп күрәләр. Бының сәбәбен бер студентым: “Бер балаға бөтә байлыҡты мираҫҡа ҡалдырыу еңелерәк”, – тип аңлатырға маташты. Был да дөрөҫ түгел – мөлкәте балаларына ҡалмаһын өсөн уны яратҡан этенә һ.б. ҡалдырған осраҡтар ҙа булып тора. Бының сәбәбе байҙарҙың ҡомһоҙлоғонда: бала тәрбиәләү өсөн сарыф ителгән ваҡыт улар өсөн аҡса, мал табыуға йүнәлтелергә тейешле ваҡытты юғалтыуға бәрәбәр. Шунлыҡтан ни тиклем бай булһаң, һәр икенсе, өсөнсө һ.б. бала “ҡиммәт”кә төшә бара. Был карьераны, эште хуп күргән ғаиләләргә лә ҡағыла.
Кешенең башҡа йән эйәһенән айырылып торған сифаттары бихисап. Шуларҙың береһе – ир булһынмы, ҡатынмы, балаһын яңғыҙы 5 йәшкә тиклем тәрбиәләй алмаясағы. Башҡа йән эйәләре тыуғас та үҙ аллы көн күрә ала. Ә кеше балаһы атай-әсәй тәрбиәһендә үҫергә тейеш, ә уның өсөн ғаилә ҡороу фарыз. Йәнлектәрҙең бик һирәктәре генә ғаилә ҡорорға мәжбүр. Ә кеше өсөн был тәбиғи шарт. Атайһыҙ йәки әсәйһеҙ үҫкән бала, атаһы йәки әсәһе нисек кенә насар булмаһын, бөтөн кеше түгел. Инкубатор себештәре менән тауыҡ үҙе баҫтырып сығарған себештәрҙе генә сағыштырыу ҙа етә – кәүҙә яғынан ҙур булыуҙарына ҡарамаҫтан, әсәле себештәр уларҙан күпкә өҫтөн тора.
Ә хәҙер күп балалы ғаиләләргә күсәйек. Ни сәбәптән улар “туҡтай” алмай һуң? Был һорау­ға яуапты фән өлкәһендә таба алманым. Унда “Күп балалыҡ ярлылыҡҡа алып бара” тигәнде ҡабатлау менән генә сикләнәләр. Әгәр ҙә миллионлаған кеше, милләтенә лә, расаһына ла ҡарамай, күпләп бала табыуға йөрьәт итә икән, тимәк, ниндәйҙер хикмәт бар. Быны ғалимдарҙың аңлата алмауы, ә чиновниктарҙың аңларға теләмәүе минең өсөн сер түгел: балаларының һаны аҙ булғас, был һорау улар өсөн ҡараңғы булып ҡала (балалары күп булһа, уларҙан ғалимдар ҙа, чиновниктар ҙа сыҡмаҫ ине). Әйҙәгеҙ, бергәләп ошо серҙең ғилләһен аңлап ҡарайыҡ.
Донъялағы яратылған бөтә нәмә – матди байлыҡтан алып тойоп, тотоп ҡарап булмаҫлыҡ ҡиммәттәргә тиклем – бер иҡтисади принципҡа яуап бирә. Уның асылын түбәндәге миҫалдарҙа күрһәтергә була. Эштән асы­ғып ҡайтҡан кешене бер тәрилкә тәмле бәрәмәс көтә икән, ти. Беренсе бәрәмәсте ашағас, уның өсөн уйыбыҙҙа ғына иң юғары билдә бирәбеҙ, әйтәйек, 10 балл. Шунан икенсеһенә тотонабыҙ, беҙҙең ҡорһаҡ был бәрәмәс өсөн 10 балл түгел, ә 8 балл “бирә”. Өсөнсө бәрәмәс беҙҙең танһыҡ ҡанған һайын, уның тәме башҡаларынан бер нәмә менән дә айырылып тормаһа ла, “тәмһеҙләнә” төшә (5 балл). Дүртенсеһен беҙҙең ашҡаҙан, бәлки, ҡабул да итмәҫ (– 1 балл). Был ҡанунға бөтә нәмә буйһона. Бик бай кешенең йөҙәрләп машина һатып алырлыҡ аҡсаһы булһа ла, ул 3 – 4 машинанан артыҡ алмаясаҡ, сөнки бишенсе машинаның файҙаһы бөтөнләй юҡ. Ошо ҡанун кешенең нәфсеһен әҙерәк тыйып тора: әйбер йыйыу урынына аҡса йыя башлайҙар. Кеше мөнәсәбәттәренә лә ошо күренеш хас. Мәҫәлән, ғалимдар иҫбатлауынса, кеше ғүмерендә уртаса 14 тапҡыр ғашиҡ була, әммә тик беренсе мөхәббәт кенә ғүмерлеккә онотолмаҫлыҡ, иң “тәмле” “ҡиммәт” булып һаҡлана, ә башҡалары “тоноҡлана” бара. Мәҡәлдә “йөҙ дуҫ” тураһында әйтелһә лә, йөҙ дуҫтың ғүмерҙә лә булыуы мөмкин түгел.
Бөтәбеҙгә лә мәғлүм булыуынса, һәр ҡағиҙәнең сығармаһы була. Минең уйлауымса, Хаҡ Тәғәлә бала табыуҙы был ҡағиҙәнән ситләштереп яралтҡандыр. Билдәле булыуынса, ғаиләләге балаларҙың иң яратҡаны булып кинйә – төпсөк бала тора. Быны бер кем дә инҡар итә алмайҙыр. Йәғни һәр тыуған бала, кинйә булараҡ, иң “тәмлеһе” булып тыуа. Юҡҡа ғына, өсөнсө бала тыуғас ҡына ысын атай (әсәй) булдым, тип иҫәпләгәндәр йыш осрамайҙыр. Бының сәбәбе булып һәр балала ҡабатлана торған үҙ ата-әсәһенә хас һыҙаттар ята. Белеүебеҙсә, һәр кемдең был донъяла иң яратҡан кешеһе булып ул үҙе тора. Өсөнсө балаһынан башлап һәр атай, әсәй унда үҙенә генә оҡшаған танау, күҙ, ирен һ.б. һыҙаттарын, холоҡ, ғәҙәт оҡшашлығын табып, донъялағы иң тәрән ҡәнәғәтләнеү хисе кисерә. Балалары күберәк тыуған һайын был һыҙаттар атаны, әсәне тулыраҡ аса бирә генә. Тимәк, ул үҙенең балаларында һаҡланып ҡаласаҡ, уның нәҫел сынйыры өҙөлмәйәсәк. Мәҡәлдә әйтелгәнсә, “Бер бала – юҡ бала, ике бала – ярты бала, өс бала – бөтөн бала” шул. Өсөнсө бала тыуыуы атаға ла, әсәгә лә быға тиклем булмаған яңы статут бирә: әсә был аҙымға иренә булған ҙур ышаныс арҡаһында ғына бара, иренең балаларын тәрбиәләү өсөн бөтә көсөн һалырына, уның терәк булырына инанғанда ғына ул теләп бала табасаҡ. Иренә өсөнсө һәм артабан табылған балалары өҫтәмә көс, дәрт бирә, ҡатынына ҡарата ҙур ихтирам өҫтәй. Юҡҡа ғына өсөнсө баланы уҙған ата-әсә туҡтай алмай, үҙенең “ҡабатланыу”ын көслөрәк теләй башлай. Был аталыҡ-әсәлек хисен буласаҡ “бөлгөнлөк” тә һүндерә алмай. Йыш ҡына Хоҙай ҙа ризығын биреп тора. Был хистең көсөнә хатта олигархтар ҙа ҡаршы тора алмай. Мәҫәлән, Борис Березовскийҙың төрлө ҡатындан алты балаһы бар. Ә Роман Абрамович, биш балаһы булғас, йәшерәк Дарья Жуковаға өйләнеп, тағы ла ике бала таптырҙы.
Беҙҙең халыҡ юҡҡа ғына “Балаң булһа – күп булһын, күп булмаһа – юҡ булһын”, “Мал тапмаҫ ир булмаҫ, бала тапмаҫ ҡатын булмаҫ” тип әйтмәгән. Шунлыҡтан күп бала тапҡан ата-әсәләргә төрлө ғәйеп тағыуҙан тыйылайыҡ. Эскелек менән мауыҡҡандары булһа, улар тапҡан балаларҙың бында бер ҡыҫылышы ла юҡ икәнен аңлайыҡ. Тик шулар арҡаһында беҙҙең милләтебеҙҙең һаҡланып ҡалыуын онотмайыҡ. Һәр беребеҙ үҙебеҙҙең шәжәрә ағасына тағы ла бер күҙ һалайыҡ: балаларҙың аҙ тыуыуы арҡаһында бер-ике быуындан уның ҡороп йығыласағын күҙҙән ысҡындырмайыҡ. Һәр бер башҡорт ғаиләһе өс һәм унан да күберәк бала табып, ысын ата-әсә хисен татыу бәхетенә ирешеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаһын ине.

Илдар ҒӘБИТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға