«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Теләгенә уның өсөн көрәшеүселәр генә ирешә



07.03.2014 Теләгенә уның өсөн көрәшеүселәр генә ирешә

Теләгенә уның өсөн көрәшеүселәр генә ирешәДонъяла һәр кеше үҙенә ниндәйҙер маҡсат ҡуйып, киләсәккә яҡты ҡараш менән, һәр минутын файҙалы итеп үткәрергә тырышып йәшәргә тейеш. Һеҙ һүрәттә күргән Сибай ҡалаһы һылыуы нәҡ ана шундайҙарҙан.
Элиза Такалова – бөтмәҫ энергияһы, йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнауы, отҡорлоғо, маҡсатына ирешеүсәнлеге менән һоҡландырған ҡыҙ. «Уңған кеше баҫҡан урынында ут сығара» тигән мәҡәл тап уның тураһында. СиБДУ-ның башҡорт филологияһы факультетының 4-се курсында уҡып йөрөй.
– Уҡытыусы һөнәре һине нимәһе менән ҡыҙыҡһындырҙы? – тигән һорауға ул:
– Уҡытыусы булыу теләге һәр балала тыуа, тип уйлайым. Мин дә бала сағымдан алып нәҡ ошо һөнәр эйәһе булам тип яндым. Бәлки, был юлды һайлауымда ҡартәсәйемдең роле ҙур булғандыр. Сөнки ул ғүмере буйы балалар уҡытты. Уға һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡарай торғайным. Тағы мәктәп йылдарынан алып телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, тарихыбыҙ һәм фольклорыбыҙ ҡыҙыҡһындыра. «Урал батыр» эпосын башҡортса, русса һәм инглиз телендә яттан беләм.
Элиза уҡыу менән генә сикләнмәй, ә һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Ул һәр ваҡыт призлы урындар яулап, иҫтәлекле бүләктәр, грамоталар алып ҡыуана. Мәҫәлән, «Студент яҙы – 2013» фестивалендә I дәрәжә диплом менән бүләкләнһә, институтта үткәрелгән интернациональ йырҙар һәм бейеүҙәр конкурсында гран-при яуланы. Ғөмүмән, тырыш ҡыҙҙың фекеренсә, студент йылдарында дәртле йәшәргә кәрәк, сөнки бындай матур, күңелле ваҡыттар башҡаса бер ваҡытта ла ҡабатланмаясаҡ.
Илһам килһә, шиғырҙар яҙа, әлеге мәлдә фантастикаға тартым проза әҫәренә тотонған. Мәктәп йылдарында уҡ шиғырҙар йыйынтығы донъя күргән. Йырларға яратҡан ҡыҙ синтезаторҙа ла уйнарға өйрәнә.
Уңған, аҡыллы ҡыҙ «Теләгенә уның өсөн көрәшеүселәр генә ирешә!» тигән тормош девизына таянып йәшәгәнгә лә бөтәһенә лә өлгөрә.

Н. ҒӘЛИЕВА.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға