«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һуңғы өмөт



07.03.2014 Һуңғы өмөт

Иҫ киткес матур илдә Әмир исемле егет йәшәгән. Ул шул тиклем сибәр, аҡыллы, изге күңелле һәм бик бәхетһеҙ булған. Уның бәхетһеҙлеге – бөтә хыялдарының да бер-бер артлы юҡҡа сығыуында. Рәссам булырға тип уйлаһа ла, был хыялын тормошҡа ашырыу өсөн уға талант етмәгән. Шулай уҡ яҙыу­сы булырға хыялланыуы ла барып сыҡмаған. Шунан һуң егет, яҡшы тылсымсы булырмын, тип өмөтләнгән. Әммә быға өлгәшеү өсөн уға бик күп көс һалырға тура килгән. Тылсым башҡаларға еңел бирелһә лә, уға бик ауыр булған.
– Минең бөтә хыялдарым да юҡҡа сыҡты, башҡаса бер генә хыялым да юҡ, һуңғыһы ла үлде, тормошом бөттө, – тип уйлаған егет.
– Бөттө? – тип аптыраған егеттең көрһөнөүен ишеткән ауылдың аҡыл эйәһе. – Ғүмерең һин һуңғы өмөтөңдө юғалтҡас ҡына бөтәсәк. Һин бит йәшәйһең, тимәк, әле һуңғы өмөтөң үлмәгән. Тик әлегә уны осратмаған­һың. Бар, берәй түмәләскә үрлә һәм шунда үҙеңдең һуңғы өмөтөңдө осратырһың.
Ҡарттың кәңәшен тотоп, Әмир иң бейек түмәләскә менергә юллана. Унда барып еттем тигәндә генә, ҡаршыһында тағы теге ҡарттың тороуын күреп, егет аптырашҡа ҡала. Аҡыл эйәһе, бер нәмә булмағандай, үҙ уйҙарына бирелеп, алыҫҡа бағып ултырған була.
– Тағы ла һеҙме? – Әмир үҙ күҙҙәренә ышанмай. – Ни өсөн мине яңынан үҙегеҙ менән осраштырыр өсөн шундай оҙон юл үтергә дусар иттегеҙ инде?
– Һин үҙеңдең һуңғы өмөтөң менән осрашырға тейеш инең дә һуң, – тип яуаплай аҡһаҡал, көлөмһөрәп.
– Ҡайҙа һуң ул минең һуңғы өмөтөм? – тип һорай Әмир.
– Түмәләскә тиклемге ошо оҙон юлыңды һин уның менән бергә үттең. Һин бит уны осратасаҡмын тип ышанып, уның менән иңгә-иң килдең. Хәҙер һуңғы өмөтөңдөң иҫән булыуы һәм уның үлергә йыйынмауы хаҡында беләһең. Әгәр уға ла үлем янаһа, тирә-яғыңа ҡара, бәлки, ҡайҙалыр яҡында ғына һуңғы өмөтөң ятҡан түмәләс барҙыр, – ти аҡыл эйәһе.
– Улар күп булғас, һуңғы өмөттөң ҡайҙалығын нисек белергә һуң? – ти егет.
– Ҡайһы өмөтөңдөң һинең өсөн һуңғыһы икәнен үҙеңә сисергә кәрәк буласаҡ, – тип йылмая аҡһаҡал. – Бәлки, ғүмереңдең һуңғы көнөнә тиклем дә уның менән осраша алмаҫһың.
Бына шулай, Әмир бер түмәләстән икенсеһенә, өмөттәре менән осрашып һәм ташлашып, атланы ла атланы. Ә үҙе ҡайһыһы һуңғыһы икәнен аңлай алманы. Ни өсөн тигәндә, оҙон тормош юлында түмәләстәр бик күп осраны.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға