«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “ҒАИЛӘМ ҺӘМ ЭШЕМ – ИКЕ ҠАНАТЫМ”, –



28.02.2014 “ҒАИЛӘМ ҺӘМ ЭШЕМ – ИКЕ ҠАНАТЫМ”, –

“ҒАИЛӘМ ҺӘМ ЭШЕМ – ИКЕ ҠАНАТЫМ”, – ти матбуғат ветераны, Йылайыр районының “Ауыл уттары” гәзите мөхәррире Ильяс Такалов
Мәктәп эскәмйәһенән генә редакцияға эшкә килгән Ильяс Исмәғил улы ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен журналистикаға бағышлаған, “Башҡортостан Республика­һы­ның атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған хөрмәтле коллегабыҙҙың уҡыусыларға әйтер һүҙе барҙыр тип, ошо уңай­ҙан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Ильяс Исмәғил улы, 60 йәш ул әле ҡартлыҡ түгел, бары ғүмерҙең бер яҡынса бүленеше, бер баҫҡысы ғына. Шулай ҙа ошоғаса йәшәлгән йылдарға әйләнеп ҡарап, үткән юлығыҙҙы күҙҙән кисереп, ниндәйҙер һығымталар яһағанһы­ғыҙҙыр, моғайын. Ниндәй ул юл: ҡыуаныслымы, һикәлтәлеме, үкенеслеме?
– Әлбиттә, кеше үҙенең тыуған көнөндә, бигерәк тә түңәрәк даталы юбилей ваҡытында, үткәндәренә бер ҡараш ташлай, барыһын да күҙҙән үткәреп, үҙе өсөн генә булһа ла, йомғаҡлап, фекер төйнәп ҡуя. Мин дә йәш барған һайын бала сағыма, йәшлегемә, хеҙмәтемә ҡайта-ҡайта күҙ һалам. Күҙ теймәһен, үкенерлек түгел, шатлыҡлы мәлдәре йышыраҡ булды. Аяҙ күктәре, һөйөнөслө ваҡиғалары, артылған үрҙәре, яуланған еңеүҙәре менән хәтерҙә ҡалырлыҡ тормош юлы үттем. Артабан да шулай булһын, тип теләйем. Яҙмышыма рәхмәтлемен: яратҡан һөнәремә юлыҡтырҙы, яҡшы кешеләр менән осраштырҙы, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды.

– Һеҙ Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлағас та Йылайыр районының ул ваҡытта “Коммунизм өсөн” тип аталған гәзитенә фотохәбәрсе булып эшкә килгәнһегеҙ. Уҡыусы балалар өсөн гәзиттә эшләү, редакция тормошо ул бер илаһи кешеләр эшләгән рухи утрау кеүек тойола. Ә һеҙ нисек йөрьәт иттегеҙ икән шундай урынға эшкә барыр­ға? Кемдер әйттеме, өйрәттеме? Башҡа һөнәр тураһында хыялланмай инегеҙме?
– Мин интернатта 8-се класта уҡыған саҡта уҡ фотоға төшөрөү, фото эшләү менән ҡыҙыҡһына башлағайным. Шундағы фотолабораториянан сыға белмәнем һәм мәктәпте бөткәндә был шөғөлөмдә арыу ғына шымарып, оҫтарып та алғайным. Баймаҡ район гәзитендә һирәкләп төшөргән фотоларым баҫыла торғайны. Хатта мәктәптә уҡығанда уҡ тәүге ижади командировкам да булды. Беҙҙең мәктәптең директоры Юнир Самат улы Әҙеһәмовты партия райкомына эшкә алғайнылар. Бер көн ул интернатҡа килеп, мине үҙе менән бер колхозға алып китте. Шундағы Ленин орденлы алдынғы малсыны фотоға төшөрҙөм, колхоз буйлап йөрөнөк, һөйләштек. Аҙаҡ ул фотолар Юнир Самат улының ҙур ғына очеркы менән Баймаҡ районының “Октябрь байрағы” гәзитендә донъя күрҙе. Киләсәктә ижад менән шөғөлләнермен тип уйлап йөрөй инем, мәктәпте бөткәндә миңә уйламаған ергә – Куйбышев элемтә институтына йүнәлтмә бирҙеләр. Был институт БДУ-ның физика-математика факультеты менән берлектә Өфөлә имтихан алды. Мин мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡығайным, һәйбәт кенә тапшырҙым, әммә конкурстан үтә алманым. Күңел тартмаған ергә инмәүем өсөн ифрат шатланып, үҙем теләгән Өфө полиграфия училищеһына барһам, унда ҡабул итеү үткән, набор тулған. Киләһе йылына барырмын әле, тип ҡайтып киттем. Баймаҡ район гәзитенең ул саҡтағы баш мөхәррире Борхан Абдулла улы Сәмиғуллин мине белә ине, үҙҙәренә эшкә саҡырҙы. Өфөнән ҡайтышлай, үҙебеҙҙең район үҙәге Йылайырҙа, ике туған ағайымдарҙа йоҡланым. Ул редакцияла эшләп йөрөй ине: “Беҙҙең гәзиткә лә фотохәбәрсе кәрәк, әйҙә үҙебеҙгә”, – тип иртә менән үҙенең эшенә алып китте. Баш мөхәррир минең менән һөйләште лә, ҡулыма фотоаппарат тотторҙо һәм фоторепортаж әҙерләп килергә ҡушты. Август айы, уңыш йыйыу башланған саҡ. Иген баҫыуында комбайндар араһында көнө буйы йөрөп, фотолар төшөрҙөм һәм уларҙы эшләп, мөхәррир алдына һалдым. Эшемде оҡшатты, шунда ғына ғариза яҙҙырып, эшкә ҡабул итте.

– Ильяс ағай, һеҙ 17 йәштән генә фотохәбәрсе булып хеҙмәт юлын башлап, тиҙҙән хәбәрсе, бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, 25 йәштә мөхәррир урынбаҫары, 34 йәштә мөхәррир ҡамыты кейгәнһегеҙ. Гәзитсе баҫҡысының бөтәһен дә үткән кеше булараҡ, редакция кухняһының барлыҡ нескәлектәрен беләһегеҙ. Һеҙҙеңсә, кем ул журналист?
– Журналист – ул кешенең булмышы, булмышының сағылышы, тәбиғәттән бирелгән ижади һәләттән тыш, ҙур тәжрибә, ғүмер буйы үҙ өҫтөңдә эшләүҙе, күп уҡыуҙы, өйрәнеүҙе, камиллашыу­ҙы, ғилемеңде һәм аң даирәңде даими киңәйтеүҙе, яҙған һәм әйткән һүҙең өсөн һәр саҡ яуап­лылыҡ тойоуҙы талап иткән ауыр һөнәр. Журналистың һүҙе ҡиммәтле һәм һиммәтле. Ташҡа баҫылғанды юйып булмай, ул кеше хәтере кеүек үк мәңгелек. Ысын журналист – ул универсаль һөнәрмән, бар кеше менән дә уртаҡ тел, уртаҡ тема табып һөйләшә алырлыҡ, тормоштоң һәр өлкәһендә белемле, халыҡтан саҡ ҡына алдараҡ барыусы ул. Әлбиттә, көндәлек эште генә атҡарыусы гәзитселәр ҙә була. Уларҙы журналист тип атамаҫ инем.

– Әгәр редакцияға эшкә килмәһәгеҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ? Шул хаҡта уйлағанығыҙ булдымы, берәй ваҡыт икенсе эшкә китеү теләге тыуманымы?
– Юҡтыр, ҡайҙа ғына барһам да, барыбер гәзиткә ҡайтыр инем. Сөнки миңә заманында, тормош һәм партия ҡушыуы буйынса, совет органдарында ла эшләргә тура килде. Ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамланым, ә 1986 йылда Свердловскиҙағы юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрҙеләр. Уны уңышлы тамамлағас, партия өлкә комитеты йүнәлтмәһе менән Әлшәй райо­нының “Ленинизм байрағы” гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнеләр, һуңынан Йыла­йыр­ға ҡайтып, райкомда эшләнем, район советының мәҙәниәт бүлеген етәкләнем, район хакимиәтендә эшләп алдым. Шулай ҙа журналистиканан айырылманым һәм киренән яратҡан эшемә әйләнеп ҡайттым. Моғайын, йәшлек менән икенсе һөнәр һайлаһам да, барыбер журналист һуҡмағына боролоп килер инем, тип уйлайым. Минән ысын хәбәрсе яһаған уҡытыусыларым: тәүге мәҡәләләремде уҡып, нисек яҙырға өйрәтеп, кәңәштәрен биргән фронтовик, әҙип, уҡытыусы Әмир Моратов, ҡәләм оҫтаһы Рәшит Түләшев ағайҙарға әле лә рәхмәтлемен. Бөгөнгө коллегаларым яғынан да һәр саҡ ярҙам тоям.

– Ильяс ағай, ир кеше өсөн мөһим булған өс әйберҙе иҫкә төшөрһәк...
– Аңлашылды, Аллаға шөкөр, бынан биш йыл элек үҙ ҡулым менән яңы йорт һалып сыҡтыҡ, өс ул үҫтерҙем, һәр улыма бағышлап ағас ултырттым. Әле ейән-ейәнсәрҙәремә инселәп, алмағас ултыртабыҙ. Бөгөнгә ете ейән-ейәнсәремдең алмағасы бар, йәнә өҫтәлерҙәр, тип ышанабыҙ. һәр береһе үҙенең ағасын белә, килеп ҡарайҙар, тәрбиәләшәләр. Шәжәрә ағастарын да улар яҡшы белә.

– Тимәк, ир-ат өсөн талап ителгәнде үтәнем, тип ышаныслы әйтә алаһығыҙ. Һеҙ райондың абруй­лы шәхесе, ныҡлы рухи терәк таянысы, тыуған ауылығыҙ Мәҡсүттең почетлы гражданы. Ә ғаиләгеҙҙе районда “Өлгөлө ғаилә”, йортоғоҙҙо “Өлгөлө йорт” булараҡ беләләр. Үҙ ауыҙығыҙҙан да ғаиләгеҙ тураһында бер кәлимә ишетке килә.
– Ҡатынымдан да, балаларымдан да уңдым. Баймаҡ ҡыҙы Сәфирә менән ике йыл дуҫлашып йөрөп өйләнештек. Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙы һөнәре буйынса бары бер генә урында – балалар поликлиникаһында 40 йыл шәфҡәт туташы булып эшләп, быйыл ғына хаҡлы ялға сыҡты, “Башҡор­тостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән юғары исемде йөрөтә. Эшһөйәр, аҡыллы, кешене аңлай белгән, ярҙамсыл ҡатын, балаларыбыҙҙың сәләмәт үҫеүендә, тәрбиәле булыуында уның роле бик ҙур. Район гәзитенең һәр һанын ентекләп уҡып бара, уңыштарын да, уңышһыҙ яҡтарын да шунда уҡ күреп, кәңәш-фекерҙәрен әйтә бара. Улдарым иһә барыһы ла өйләнгән, яратҡан һөнәрҙәренә эйә булып, эшләп йөрөйҙәр.

– Улдарығыҙ һөнәрҙе нисек һайланы, һеҙҙең юлды дауам итергә теләмәнеләрме? Тәҡдим итмәнегеҙме, әллә үҙ иректәренә ҡуйҙығыҙмы?
– Бөтәһе лә юғары уҡыу йортон үҙ теләктәренән сығып һайланы. Өлкән улым Илфат юрист булырға теләне һәм мәктәптән һуң яңы ғына асыл­ған БДУСИ-ҙың юрфагына уҡырға инде. Самат – физкультура, Илгиз тарих буйынса уҡып бөттөләр. Шуныһы һөйөнөслө, Илгиз дипломды бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың көрәш юлы буйынса яҙҙы һәм бик уңышлы яҡланы. Өс улым да бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнде, ейән-ейәнсәрҙәрем дә спорт һәм мәҙәниәт менән дуҫтар. Әле Илфат улым Һаҡлыҡ банкының Йылайыр филиалын етәкләһә, Самат район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары йөгөн тарта, Илгиз Өфөлә шәхси фирма етәксеһе булып эшләй.

– Ильяс Исмәғил улы, киләсәктә әҙәби ижад менән шөғөлләнергә уйламайһығыҙмы? Әгәр хаҡлы ялға сыҡһағыҙ, иҫтәлектәргә тотонорға ниәтегеҙ юҡмы?
– Хаҡлы ялға сыҡһам, райондың журналистар ойошмаһының ойошторолоу тарихы, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар тураһында хәтирәләр яҙырға тигән хыялым күңел төбөндә йәшәй. Сөнки беҙҙең, журналистарҙың, тәү ойошмаһы бик күп билдәле ҡәләм эйәләренә ҡанат ҡуйҙы. Унан тыш, ошо йылдар эсендә беҙҙең редакцияла, районда булып киткән күренекле әҙиптәр, шәхестәр менән осрашыуҙарҙы ла хәтирә итеп һаҡлап ҡалдырғы килә. Беҙҙең баштан үткәндәр­ҙе, күргән-белгәндәрҙе киләсәк быуынға үҙебеҙ һөйләп ҡалдырмаһаҡ, кем һөйләр?

– Һеҙ һәр ваҡыт йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашаһығыҙ: әле лә район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, журналистар ойошмаһы етәксеһегеҙ, I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булдығыҙ. Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ?
– Редакцияла эшләп, райондың йәмәғәт тормошонан ситтә ҡалып булмай. Теләк булһа, ваҡыт табыла. Дәрт булмаһа ғына бер нәмәгә лә өлгөрөп булмай.
Ысынлап та, редакция гәзит сығарыу урыны ғына түгел, ул мәҙәни-ағартыу, тәрбиә-әхлаҡ сығанағы ла. Беҙ эш араһында ғына республикала иң беренсе булып Йылайыр районының энциклопедияһын сығарыуға өлгәштек. Матбуғат ветераны, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Фәрит Рәмовтың “Яҙмыштарҙа йылдар ауазы” китабын үҙнәшер юлы менән Сибай типографияһында баҫтырҙыҡ, уның мөхәррире булдым. Шулай уҡ төрлө иҫтәлекле даталарға, мәҫәлән, райондың юбилейына, Йылайыр ауылының 250 йыллығына арнап һ.б. брошюралар, буклеттар баҫтырҙыҡ. Был да туҡтауһыҙ эҙләнеү, оло хеҙмәт емеше. “Ашаған белмәй – тураған белә” тигән кеүек, ябай ғына бер битлек әйберҙе лә күркәм итеп сығарыу өсөн күпме кешенең хеҙмәте һалыныуы матбуғатта эшләүселәргә генә билдәле.

– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Ильяс Исмәғил улы! Киләсәк тормошоғоҙ ҙа ваҡиғалар­ға, осрашыуҙарға, яңылыҡтарға, ҡаҙаныштарға бай, ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле булһын! Онотолмаҫ осрашыуҙар, талмаҫ ижад ҡанаты, янығыҙҙа һәр ваҡыт яратҡан яҡындарығыҙ һәм тоғро дуҫтарығыҙ булыуын теләйбеҙ!

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға