28.02.2014 Дүртенсеһе төҙөлә…
Германиянан Европа илдәренә ниндәй ҡурҡыныс янай?
Үҙәк гәзиттәрҙең береһендә шундай бер мәҡәлә баҫылғайны – йәнәһе лә, Германия Дүртенсе рейх (империя) төҙөргә маташа. Был илдең беҙҙә ниндәй уйҙар уйлатҡаны һәр кемгә мәғлүм инде. Хәйер, йәш быуындың Германияны бары тик Европаның бер дәүләте тип кенә лә ҡарауы мөмкин. Нимәнән Дүртенсе рейх тураһында һүҙ сыҡты икән? Булырмы шул хәл, юҡмы? Өҫтөнлөк итеү өсөн немецтар ниндәй маҡсаттар ҡуя? Ошо һорауҙар буйынса фекерҙәргә, фараздарға, факттарға туҡталайыҡ.
Европа союзы “аҫтындағы” империя
Дүртенсе рейх тигәс тә, уның алдағы өсәүһенең ҡасан булғанына аңлатма биреп китергә лә кәрәктер.
Заман политологтары Дүртенсе рейхтың ысынлап та буласағын аныҡ ҡына әйтә алмай, шулай ҙа 1960 йылдарҙан бирле тап шул төшөнсә ишетелеп-ишетелеп ҡала икән. Улай ғына ла түгел, Европаның ҡайһы бер илдәрендә был һүҙҙе киң ҡулланалар. Бөйөк Британияның Саймон Хеффер исемле бер журналисы 2011 йылда түбәндәге фекерен ғәм халыҡҡа еткергәйне: “Гитлер хәрби юл менән Европаны буйһондора алманы, хәҙерге немецтар иһә сауҙа һәм финанс тәртибе менән уңыш яуланы. Дүртенсе рейхҡа рәхим итегеҙ…” Бында Европаның күп илендәге көрсөк күҙ уңында тотола.
Шулай итеп, бер аҙ тарих. Нимә-нимә, беҙгә Өсөнсө рейх яҡшы таныш. Тәүге икәүһенең тарихы ҡасан башланып, ҡасан тамамланған һәм ни өсөн? Белгестәр фекеренсә, баҡһаң, тәүгеһе 962 йылдан алып уҡ булған икән. Ул саҡта батша Оттон Беренсе (Восточнофранкский король) Германия биләмәһен изге Рим империяһы тип атаған. Тик уның дәүләте генә Рим халҡының матур традицияларын дауам итергә хоҡуҡлы булыуы маҡсат итеп алынған. Европаны яулау шулай башланған. Италия, Бургундия, Бельгия, Швейцария, Чехия, Эльзас, Силезия, Нидерланд, Лотарингия кеүек дәүләттәр оккупацияланған. Тарихсылар өйрәнеүенсә, оҙаҡ ҡына “йәшәгән” рейхҡа Наполеон ғәскәрҙәре 1806 йылда “нөктә” ҡуйған.
Икенсе рейх тарихы тәүгеһе емерелгәндән һуң 65 йыл үткәс, 1871 йылда башлана ла, 1918 йылда тамамлана. Бында Германияның Беренсе донъя һуғышында еңелеүе сәбәпсе булғандыр, тип фаразлана. Өсөнсө, беҙгә таныш булған Гитлер рейхы 1945 йылда емерелә, һөҙөмтәлә бөтә Европаны ғына түгел, ә донъяны баҫып алырға теләгән фашистик маҡсаттар ҙа юҡҡа сығып, Германия үҙе ике дәүләткә тарҡалып ҡуя: Германия Федератив Республикаһы һәм Германия Демократик Республикаһы. Бөгөн иһә был ике дәүләт тә тарихта ҡалды – ике аралағы стена емерелде, улар ҡушылды. Хатта, был берләшеү һөҙөмтәһе булып Өсөнсө донъя һуғышы башланмаҫмы, тигән хәүеф ҡатыш һорау ҙа тыуҙы күптәрҙең башында. Тик Германия үҙен тыныс итеп күрһәтте.
Ә шулай ҙа Дүртенсе рейх тураһында һүҙ сыҡты. Уның инде күптән булыуы хаҡында уйҙырмалар ҙа күп, имеш. Бик ышаныслы ла түгел, әммә фашистик Германия ҡалдығы Антарктидала “йәшәп ята” икән. Боҙло ҡитғаға Икенсе бөтә донъя һуғышы йылдарында уҡ немец караптары күпләп юлланған булған. Мәңгелек боҙлоҡтағы биләмә Яңы Швабия тип аталған, буғай. Әммә был фараздар ғына.
Көрсөк – иң уңай мәл?!
Бөгөн килеп, Европалағы көрсөк ваҡытында Германия яңы рейх төҙөүҙе тиҙләтмәксе, тигән фекерҙәр яңғырай. “Дүртенсе”нең яҡынлашыуын айырыуса гректар тоя икән. Грециялағы көрсөк тураһында әҙме-күпме ишеткәнһегеҙҙер.
Евросоюз төҙөлгәндә Европа илдәренең иҡтисадын берләштереү, Германия йоғонтоһон мөмкин тиклем кәметеү маҡсат итеп ҡуйылған. Киреһенсә килеп сыҡты, ахыры. Көрсөккә батҡан дәүләттәр ярҙам һорап тап Германияға ҡарай ҙа баһа. Был, әлбиттә, немецтарҙы бигүк ҡәнәғәтләндермәй. Улар, еврозонаға бигерәк күп сығым тотонабыҙ, тип мыжый. Бурыслы илдәр етәкселәренең иҫенә аҙым һайын үҙҙәренең өҫтөнлөккә эйә икәндәрен төшөрөп кенә торалар. Евросоюз иһә Германияға бына тигән баҙар “бирҙе”. Унда немецтар үҙ продукцияһын еңел генә һата ала. Евросоюзһыҙ Германия иҡтисады бөгөнгө кимәлгә етә лә алмаҫ ине, ти белгестәр, сөнки бер нисә йыл элек кенә, әйтәйек, тиҫтәнән ашыу йыл Германия Европаның иҡтисади яҡтан көсһөҙ дәүләте һаналған. Бөгөн Рәсәй баҙарында ғына ла өс тауарҙың береһе – немецтарҙыҡы (ҡалған икәүһенең береһе – ҡытайҙыҡы икәнен әйтмәйенсә лә төшөнгәнһегеҙҙер).
Испандар ҙа Германияның ысынлап та Дүртенсе рейх төҙөү ниәтенә ышана. Көрсөк хәлендәге Испанияны ҡотҡарыу өсөн Берлин бындағы социаль сығымдарҙы ҡыҫҡартыуҙы талап итә. Социаль тигәс, аңлайһығыҙҙыр. Ябай халыҡ күтәрергә тейеш инде ауырлыҡтарҙы. Былай ҙа Испания халҡының яртыһы тиерлек эшһеҙ.
Бая Греция тураһында әйтә биреберәк ҡуйғайныҡ. Финанс хәлен бер аҙ ғына яҡшыртыу маҡсатында ул Евросоюздан ярҙам һорағайны. Аҡса бирелде, әммә шундай ҡаты шарттар менән! Тураһын әйткәндә, Греция үҙ кредиторына ҡоллоҡҡа эләкте. Бында ла Германия төп ролдә, сөнки ул – Евросоюздың “аҡса тоҡсайы”.
Германия финанс проблемаһы булған бәләкәй илдәргә кредит биреүҙе ғәҙәт итеп алды. Көньяҡ Европа илдәрендә иҡтисади оккупация – зарланып һөйләрҙәй проблема. Италия, Испания, Кипрҙа бик күптәр Германия канцлеры Ангела Меркелде күрә алмай. Эйе, заманында Германия үҙе лә көрсөк хәлендә ҡалғайны. Әммә тубыҡланған ерҙән ҡуҙғалып китерлек көс тапты, Евросоюз төҙөлөү ҙә уға ҡулай ғына булды. Тап ошо ойошма биргән кредит аҡсаһының ҙур өлөшө Берлиндан килә. Кредитор булараҡ, Германия бик ҡәтғи: илдәр бурысты ҡайтарыу өҫтөнә тик немец продукцияһын ғына һатып алырға тейеш.
Шундай бер хәл: Германия сәйәсмәндәре бер нисә йыл элек Греция етәкселегенә шундай кәңәш биргән: бюджеттағы проблемаларҙан арынғығыҙ килһә, бер нисә утрауығыҙҙы һәм тарихи-мәҙәни артефакттарҙы һатығыҙ. Грецияла 3054 утрау бар. Уның 87-һендә генә йәшәйҙәр. Дүрт йыл элек гректар шау-гөр килеп был тәҡдимгә ҡаршы сыҡҡайны, шул иҫәптән властар ҙа. Былтыр иһә Урта һәм Эгей диңгеҙҙәрендәге туғыҙ утрау һатыуға ҡуйылған. Туранан-тура немецтарға тәғәйенләп һатылмаһа ла, нәҡ уларса килеп сыға бит. Иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле 20 гектар майҙанлы Моди утрауы, мәҫәлән, 45,5 миллион һумға тәҡдим ителгән. Ниңә уны Германия байҙарына алмаҫҡа, ти?!
Калининградмы?
Юҡ, Кёнигсберг
Рәсәйҙең иң көнбайыш нөктәһе булған Калининград өлкәһенең ҡасандыр Германияның бер өлөшө булғаны тарих аша беҙгә таныш. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүсе булараҡ, СССР-ға мираҫ булып ҡала был ер (Польшаға ла өлөш эләгә). Көнсығыш Пруссияның баш ҡалаһы Кёнигсберг, шулай итеп, тора-бара Калининградҡа әйләнә. Бында йәшәүсе немецтар депортациялана ла, бушаған биләмә рус, украин, белорус халыҡтары менән “тултырыла”.
Был хаҡта Германия онотто тип уйлайһығыҙмы? Юҡ икән шул. Уларҙың разведкаһы илдең бөтөнлөгөн тәьмин итеү ниәте менән яна. Германияның киң мәғлүмәт сараларында Калининград өлкәһенең немецса яңғырашлы ҡала-ҡасабалары йыш телгә алынып, күп кенә осраҡта төньяҡ-көнсығыш Пруссия менән йәнәш яҙыла. Йәғни немецтар тарихты яҡшы иҫләүҙәрен белдерә.
Калининград өлкәһенә яҡынайыуҙы Германия сәйәси йәһәттән бик күрһәтмәһә лә, иҡтисади яҡтан күптән инде яулап алған тиерлек. Инвестициялар, бизнес, йәмәғәт ойошмалары өлкәлә нығынған. Германия бында предприятиеларын урынлаштырыу буйынса, Польшанан ҡала, икенсе урында килә, ә инвестиция күләме, экспорт-импортта – беренсе. Күсемһеҙ милек баҙарында ла эштәре шәп – фатирҙар, ҙур-ҙур йорттар, хатта ташландыҡ утарҙарҙы ла Германия граждандары күпләп һатып ала. Әлбиттә, был биләмә кире Германияға эләкмәйәсәк, тип ышанырға була. Тик бер “әтнәкәһе” бар: ике ил араһында 1970 йылдың 12 авгусында һуғыштан һуңғы ил сиктәрен боҙмау принцибын таныу тураһында килешеү булһа ла, ул саҡта ҡултамғалар бөгөн булмаған дәүләттәр тарафынан ҡуйылған – СССР һәм Германия Федератив Республикаһы. Ошо хәл бик өмөтләндерә икән немецтарҙы.
Әйткәндәй
Көнбайыш Бөйөк Ватан һуғышы һөҙөмтәләрен ҡайтанан ҡарарға маташа. Европа илдәрендә бер-бер артлы совет һалдатына ҡуйылған һәйкәлдәр емерелә. Үкенесле, хатта Рәсәйҙә лә беҙҙең һалдаттарҙың ҡаһарманлығын шик аҫтына ҡуйырға теләүсе ялған тарихсылар барлыҡҡа килде. Элекке союздаш республикаларҙың, СССР беҙҙе баҫып алды, тигән фекерҙе таратырға тырышыуы ла Көнбайыштан “иҫкән ел” икәне аңлашыла.
Ғөмүмән, Икенсе бөтә донъя һуғышында немец милләтселәре генә ғәйепһеҙ халыҡты ҡырмағанын да күрһәтергә тырышалар. Быға миҫал итеп, Германияның былтыр ғауға ҡуптарған “Беҙҙең әсәләр, беҙҙең аталар” (“Unsere Mutter, unsere Vater”) фильмын әйтергә мөмкин. Польшаның TVP каналында күрһәтелгән картинала һүҙ Крайова Армияһы – поляк ихтилалсылары – хаҡында ла бара. Һалдаттар унда немецтарға ҡарағанда ла нығыраҡ антисемит итеп тасуирлана. Шуның менән немец ижадсылары Икенсе донъя һуғышында ҡылған йыртҡыслыҡтарында үҙҙәренең “яңғыҙ” булмауын иҫбатларға тырыша. Шундай фильмды поляктарҙың һатып алыуын әйт тә, халыҡ протестарына ҡолаҡ һалмай, өс көн буйына эфирҙа күрһәтелеүен әйт. Тимәк, Польшаға Германия еп-еңел йоғонто яһай ала. Мәҙәни юҫыҡта булһа ла.
Фекер
Андрей ШАВАЕВ, юридик фәндәр докторы, Станислав ЛЕКАРЕВ, СССР Дәүләт именлеге комитеты (КГБ) ветераны, тарих фәндәре кандидаты, “Разведка һәм контрразведка. Донъяның тарих һәм теория тәжрибәһе фрагменттары” (“Разведка и контрразведка. Фрагменты мирового опыта истории и теории”) китабынан:
– Бөгөнгө Германия етәкселеге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше – киләсәктә Евросоюз базаһында яңы иҡтисади һәм хәрби-сәйәси держава төҙөү… Был йәһәттән, Европа Союзын үҙгәртеп, “Европаның Ҡушма Штаттары” тигән шартлы атама менән конфедератив-федератив дәүләткә берләшеү концепцияһы ғәмәлгә ашырыла. Бында тышҡы, хәрби, һалым, кредит-финанс сәйәсәте берҙәм булыуы күҙ уңында тотола. Ниәттәр буйынса яңы идара структураһының башында Германия вәкилдәре торасаҡ… Германияның 1945 йылға тиклемге биләмәһендә, шул иҫәптән Рәсәйҙең Калининград өлкәһендә лә немец махсус хеҙмәттәренең эшмәкәрлеген әүҙемләштереү иғтибарға алына.
Калининград өлкәһендә 17 немец йәмғиәте теркәлгән. 14 лютеран, 5 протестант, 14 рим-католик общинаһы бар. Германия миссионерҙары, диндарҙары даими килә. Төп маҡсаттары – өлкәлә немец хәрәкәттәре ойоштороу.
Әле яңыраҡ ҡына үтеп киткән көрсөк (ҡайһы бер илдәр һаман унан арына алмай) Германияға 41 миллиард евро табыш килтергән. Был процент ставкаларын кәметеүгә бәйле. Эш шунда: Берлин еврозона дәүләттәренә мотлаҡ булған бурыстарын түләү өсөн уңайлы шарттарҙа кредит бирҙе. Евросоюздың кредит фонды (Европа стабилизация механизмы тип атала) 500 миллиард евроға етә. Шуның 190 миллиарды – Германия өлөшө.
Германияның тулайым милли продукты күләме 2,7 триллион евронан ашыу. Ул дөйөм етештереү һәм сәнәғәт производствоһы буйынса донъяла – өсөнсө, ә экспорт күләме буйынса беренсе урында тора.